Әгәр ҙә ҡоштоң ишен кемдер үлтерә икән, икенсеһе, башын ҡанаты аҫтына тығып, һауанан ергә ташланып һәләк була. Башҡорттарҙың бөтөн этнографик төркөмдәрендә лә уларҙы үлтереү тыйылған. Боронғо кешеләрҙең шундай хөкөм йөрөтөүҙәре йоғонтоhонда аҡҡоштарҙы йәбер-яфаларҙан hаҡлау, уларҙы үлтереүҙән hәм итен ашауҙан тыйылыу йолалары хасил булған. Был тыйыуҙы боҙған кеше мотлаҡ язаһын аласаҡ, тиелгән. Изге ҡошто үлтергән кешенең нәҫеле ҡорой, тигән ышаныу бөгөн дә киң таралған.
Редакция почтаһына башҡаларына бер ҙә оҡшамаған хат килеп төштө. Беҙгә, ғәҙәттә, кеше яҙмышы, хәл-ваҡиғалар хаҡында яҙалар, ә бында аҡҡош яҙмышы тураһында бәйән ителгән.
“Ауылыбыҙ эргәһенән әкрен генә Инйәр йылғаһы ағып ята. Беҙҙең бәрәңге баҡсаһынан уға яҡын ғына. Һуңғы бер нисә йыл яҙ һайын был ерҙәрҙе аҡҡоштар төйәк итте. Йылғаның тымыҡ ерендә, ҡамышлыҡтар араһында үҙҙәренә оя ҡороп, бәпкәләр сығарып, һалҡындар төшкәнсе шунда йәшәр булып киттеләр.
Һәр кем уларға һоҡланып, хөрмәт, һаҡсыллыҡ менән ҡараны. Иртән бәпкәләрен эйәртеп, теҙелешеп кенә үргә табан йөҙәләр ҙә, кисен ҡайтып ҡуналар. Ауыл халҡы ҡошҡайҙарҙы шул тиклем үҙ итеп өлгөрҙө: оҙаҡлап, юғалып торһалар эт, төлкө тырнағына эләкмәнеләрме, тип көйәләнә.
Быйыл да улар матур итеп йәйләне. Ҡыш етеп, Инйәр боҙ менән ҡапланып, аҙыҡ табыуы ҡыйынлашҡас, тупланып йылы яҡтарға осоп киттеләр. Оҙаҡ итеп ҡаңғылдай-ҡаңғылдай беҙҙең менән хушлашты улар.
Шулай ҡоштарыбыҙҙы оҙатып, имен-аман йөрөп ҡайтһындар тип теләктәр теләп, тынысланып бөткәндә аҡҡоштарҙың береһенең тороп ҡалыуын шәйләп ҡалдым. Күңелем бошона башланы. Тормош иптәшем менән яр эргәһенә барып килдек. Боҙ ныҡлап туңып бөтмәгәнлектән, ул йөҙөп китеп күҙҙән юғалды. Шул көндән алып аҡҡошто күҙәтеп йөрөнөк. Иртүк торам да нисек төн уҙғарҙы икән, тип йылғаға ашығам.
“Ҡыуып йылы аҙбарға керетергә лә, ҡыш сыҡҡансы аҫрарға кәрәк”, — тинеләр ауылдаштар. Үҙебеҙ ҙә ошо уҡ уйҙа инек. Ләкин ҡайҙа инде ул ҡыуалап ихатаға индереү. Яҡын да килмәй, хатта ҡалдырып киткән емде лә ҡабып ҡарамай, иптәшен эҙләп, яңғыҙы ҡаңғырып йрөүен дауам итте.
Аҡҡоштоң яңғыҙ ҡалыуы тураһында һәм аҡыл һорап урындағы етәкселәргә, хатта Өфө ҡалаһына ла хәбәр иттек. Ситтән ярҙам килгәнсе ҡул ҡаушарып ултырып булмай бит! Көндәр һыуытҡандан-һыуыта, йылға ла боҙ менән ҡапланып, асыҡ һыулы ерҙәре тарая. Етмәһә, берәҙәк эттәр ҙә яңғыҙаҡты һиҙеп ҡалды, уны эләктереп алыр өсөн көтөп йөрөй башланы. Төндәрен фонарҙар яндырып ике-өс тапҡыр барып ҡарай башланыҡ. Ә бер көн ул бөтөнләй юғалды. Йөрәгем жыу итеп ҡалды. Ейәнсәремде эйәрттем дә йылға буйлап аҫҡа төштөм. Бара торғас меҫкенкәйемде таптым. Суҡышын ҡанат аҫтына тыҡҡан да уйҙарға батҡан. Өркөтмәйек тип шым ғына ҡарап торҙоҡ та, тынысланып ҡайтып киттек. Кискә ҡарай ул үҙ урынында пәйҙә булды.
Ирем менән кәңәшләшкәндән һуң, бер нимәгә ҡарамай аҡҡошто тоторға кәрәк тигән ҡарарға килдек. Юғиһә, йә туңып үләсәк, йәиһә йыртҡыстар тамаҡлаясаҡ. Фонарҙарыбыҙҙы алып сығып киттек. Ауыл урамындағы лампаларҙың яҡтыһы төшөп торһа ла йылға буйы ҡараңғы. Шулай өшөп-туңып, ике тапҡыр өйгә кире ҡайтып, фонарҙарыбыҙға көс йыйҙыртып, ҡабат сыҡтыҡ. Алланан бар йөрәгемдән ярҙам һораным. Сөнки йылы яратҡан йән эйәһенең бөгөнгө ҡаты һыуыҡты үткәрә алмаясағы көн кеүек асыҡ ине. Хоҙай ярҙамы менән әллә беҙҙең изге ниәтебеҙҙе аңлап, әллә инде хәле бөтөп аҡҡошобоҙ ҡулыбыҙға эләкте.
Алып ҡайтҡас иң тәүҙә йылыттыҡ. Йомшаҡ, йәшел бесән түшәп, тасҡа һыу ҡойоп, ашарына биреп мал аҙбарына ебәрҙек. “Әйҙә, ҡыш сыҡҡансы рәхим итеп тор!” — тип үҙебеҙсә ҡыуандыҡ.
Ҡунағыбыҙ тәүҙә ятһынды, ләкин бер аҙҙан өйрәнеп тә китте. Уның ғүмеренә бер ниндәй ҙә хәүеф янамауына ҡыуанһам да, күңелемдә шом бөтмәне. Иптәшен, башҡа аҡҡоштарҙы, иректе һағыналыр инде, тип бер борсолһам, үҙебеҙҙең ҡарамаҡҡа алғанбыҙ өсөн яуаплылыҡҡа тарттырмаҫтармы тигән уй ҙа тынғы бирмәне.
Кәңәш, ярҙам һорап етәксе органдарға мөржәғәт иткән инек аҡҡошобоҙҙо бер ниндәй аңлатыуҙар бирмәй ҡалаға алып та киттеләр. Йөрәгемде йолҡоп алдылармы ни! Шул көндән бирле аҡҡошомдоң яҙмышы өсөн борсолам. Ҡайҙа ул? Кемдәр ҡулында? Машинаға тейәп алып киткән кешеләргә ышанырға буламы? Ә иң мөһиме, уны яҙын кире Инйәр буйына ҡайтарырҙармы?
Бына ошо һорауҙар һәм башҡа бик күп аңлашылмаған хәлдәр тынғы бирмәй миңә. Яңғыҙ аҡҡош яҙмышы нисек хәл ителер?"
Фото — интернет селтәренән.