Башҡорт теле — ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән изге аманаты.
2020 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Уның сиктәрендә йыл дауамында бөтә республика һәм башҡорттар күпләп йәшәгән башҡа төбәктәр буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторолдо. Һөҙөмтәлә, 2020 йылдың ғинуарынан декабргә тиклем башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына бәйле осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, бәйгеләр, конференция һәм башҡа саралар үткәрелеп, 14 декабрь Башҡорт теле көнөндә уға йомғаҡ яһалды.
Үткән аҙна беҙҙең районда ла “Башҡорт теле көнө. Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһау” тип аталған форум уҙҙы. Мәртәбәле йыйынға район хакимиәте башлығы Илшат Әминев, РФ һәм БР журналистар Союзы, РФ һәм БР яҙыусылар Союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург, тележурналист Сәрүәр Сурина, район башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Фәнзил Хисаметдинов, “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы рәйесе Зилә Фәйзуллина, район ветерандары Союзы рәйесе Мөнирә Лоҡманова, Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры, “Инйәр” гәзитенең баш мөхәррире Гөлшат Закирова, дөйөм белем биреү учреждениеларында эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, башҡорт теле буйынса район методик берләшмәһе етәксеһе, район мәғариф бүлеге методисы, мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү учреждениелары тәрбиәселәре һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Сараны ойоштороуға район мәҙәниәт йорто, ауыл биләмәләренең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләнде. Улар мәҙәниәт йортоноң фойеһында төрлө ҡул эштәренән, милли аш-һыуҙарҙан, матбуғат баҫмаларынан һәм башҡорт телендәге китаптарҙан торған күргәҙмә, концерт номерҙары тәҡдим итте.
Осрашыу тантаналы рәүештә асыҡ тип иғлан ителгәс, һүҙ Илшат Нәжмитдин улына бирелде. Ҡунаҡтарҙы сәләмләгәндән һуң, И.Әминев Башҡорт теле йылының оло мәғәнәүи проект булыуын билдәләне. Башҡорт телен бишектән өйрәнә башлауҙың мөһимлеген, баланың теле туған телендә асылырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул шулай уҡ башҡорт халҡының милли даны булған “Урал батыр” эпосын һәм башҡа әҙәби мираҫ өлгөләрен дә иҫкә төшөрҙө. Һуңғы йылда башҡорт телен үҫтереү маҡсатында күп кенә маҡсатлы эштәр алып барылыуын, М.Аҡмулланың тыуған көнөндә, башҡорт теле көнө, май айында башҡорт теленән региональ диктант яҙыу кеүек сараларҙың йылдан-йыл үҙ майҙанын ҙурайтып, киңерәк ҡолас ала барыуын билдәләне.
“Телен ҡәҙерләгән халыҡ — хөрмәтле, абруйлы халыҡ”, — тине район хакимиәте башлығы. Артабан Илшат Нәжмитдин улы Башҡорт теле йылында ҙур әүҙемлек, башҡорт телен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә юғары эш һөҙөмтәһе күрһәтеп, милли мәғариф өлкәһендә уңышҡа ҡаҙанған уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә район хакимиәте, Мәғариф һәм фән министрлығы исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Фәнзил Хисаметдинов, тик иманлы кеше генә йөрәгендә туған теленә, халҡына һөйөү йөрөтә ала, тигән фараз килтерҙе. Дингә, иманға ҡайтыуҙың башҡорт телен һаҡлап ҡалыуҙа булышлыҡ итәсәгенә баҫым яһаны.
— Донъяға килгән һәр кеше иң тәүҙә туған телен өйрәнә, уҡый башлағас, дәүләт телен, сит телдәрҙе үҙләштерә. Күпме тел белһәң, донъяға ҡараш та шул ҡәҙәр киң була.
Милләттең төп нигеҙе — тел һәм мәҙәниәт. Улар бер бөтөндө тәшкил итә. Туған телгә, мәҙәниәткә, йолаларға ғаиләлә иғтибар бар икән, милләт тә йәшәйәсәк. Киләсәк быуыныбыҙҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү, тәү сиратта, иманға, ғаиләгә ҡайтып ҡала ,— тине ул.
Башҡорт теле буйынса район методик берләшмә етәксеһе Фидәлиә Кинйәғолова 2020 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының башҡарылған эштәренә күҙәтеү яһаны. Шәхес үҫтереүҙә, тәрбиәләүҙә туған тел дәрестәренең роле, милләтебеҙҙе күтәрерҙәй граждандарҙың башҡорт теле дәрестәрендә тәрбиәләнеүҙәре тураһында әйтеп үтте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын берҙәм һәм әүҙем булырға саҡырҙы.
— Башҡорт теле дәрестәре заман талаптарына тап килергә, уҡыусыларға тәрән һәм төплө белем биреү өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ, мауыҡтырғыс, үҙенә йәлеп итерлек дәреслектәр күрһәтергә тейешбеҙ, — тип сығышын тамамланы Фидәлиә Фәрит ҡыҙы.
Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ильяс Сафин йыл дауамында телде үҫтереү, уны популярлаштырыу, мәҙәниәтебеҙҙе, боронғо халыҡ йолаларын һәм башҡа мәҙәни ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, һаҡлау, артабан үҫтереү маҡсатынан мәктәптәрҙә, ауыл мәҙәниәт йорттарында сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, төрлө сараларҙың үткәрелеүенә дөйөм күҙәтеү эшләне. Шулай уҡ Башҡорт теле йылының оло әһәмиәте тураһында әйтеп китте.
“Инйәр” гәзитенең баш мөхәррире Гөлшат Зөфәр ҡыҙы:
— Милләтебеҙгә, туған телебеҙгә ҡарата ихтирамды, иң тәүге сиратта, ололар тәрбиәләргә бурыслы. Тел — милләт күрһәткесе генә түгел, ә тәрбиә ҡоралы ла. Киләсәк быуыныбыҙҙа туған телебеҙҙәге нәфис әҙәбиәткә, ваҡытлы матбуғатҡа һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләһәк, концерт-спектаклдәргә йөрөһәк, шәжәрәләребеҙҙе белһәк, әлбиттә, башҡорт телен һаҡлап ҡаласаҡбыҙ һәм артабан үҫтереүгә өлгәшәсәкбеҙ, — тине. Сығышы ахырында рухи булмышыбыҙҙың тотҡаһы, күңелебеҙ күген аяҙайтыусы — үҙ туған телебеҙҙә баҫылған “Инйәр” гәзитенең киләсәк яҙмышына битараф ҡалмаҫҡа саҡырҙы.
Зилә Фәйзуллина милли кейемебеҙҙең —милли төҫ, милли сифатты, тарихыбыҙҙы һәм мәҙәниәтебеҙҙе сағылдырыуын, башҡорттарҙың кейемгә талапсанлығы, ыҫпайлыҡҡа битараф булмауы, урындағы башҡорттарҙың кейемдәренең үҙенсәлектәре тураһында бәйән итте һәм милли кейемебеҙҙең киләсәге туған телебеҙҙең киләсәге менән ныҡ бәйле булыуына ишара яһаны.
Мөнирә Лоҡманова ла телебеҙ, илебеҙ яҙмышы — беҙҙең ҡулыбыҙҙа булыуы, үҙ телебеҙҙе ҡәҙерләргә, уның бөгөнгөһөн, киләсәген хәстәрләргә, балаларыбыҙҙа илһөйәрлек һәм телһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләргә кәрәклек хаҡында бик матур һүҙҙәр әйтте.
Ниһайәт, баш ҡала ҡунағы Сәрүәр Суринаға ла һүҙ бирелде. Сәрүәр Рәшит ҡыҙы һуңғы йылдарҙа Хөкүмәттә, Дәүләт Йыйылышында, район хакимиәттәрендә башҡорт теленең күберәк ишетелә башлауы һәм бөгөнгө сарала ла һәр кемдең башҡортса матур итеп сығыш яһауы бик ҡыуандыра, тине. Туған телебеҙгә иғтибар арта барыуын хупланы, әммә уны һаҡлап ҡалыр өсөн башҡортмон тигән кешегә һәр саҡ уяу, илһөйәр булып ҡалырға кәрәклекте әйтте .
— Әгәр беҙ халҡыбыҙҙы, еребеҙҙе, тарихыбыҙҙы хөрмәт итәбеҙ икән, телебеҙҙе юҡ итергә юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. Сөнки беҙ, башҡорттар, телебеҙҙе үҙебеҙ ҡәҙерләмәһәк, беҙҙе кем хөрмәтләр, — тип телмәрен йомғаҡланы.
Форум бик ойошҡан һәм ҡыҙыу үтте. Бында йыйылыусыларҙың һәр ҡайһыһы телебеҙ яҙмышы тураһында үҙ фекерен, борсоған һорауҙарын ишеттерҙе. Халҡы, туған теленең яҙмышы өсөн янған райондаштарыбыҙ уларҙы сисеү юлдарын хәл итеп, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып, яҡты тәьҫораттар менән таралышты.