2008 йылда яҙылған ошо шиғырымда “аҡ” һүҙе йыш ҡулланылған. Телебеҙҙә күп осрай шул ул. Үҙенсәлекле мәғәнәләре лә төрлө-төрлө. Этимологик (килеп сығышы) яғынан ҡарағанда, тамырҙаш “нәҫел-нәсәптәре” лә байтаҡ.
Бына, мәҫәлән, “аҡса” һүҙен генә алайыҡ. Халҡыбыҙ элек-электән башлыса мал үрсетеп ғүмер иткән. Үҙ хужалығында көндө-төнгә, төндө-көнгә ялғап етештергән аҙыҡ-түлекте, шул иҫәптән һөт, май, ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот, ҡатыҡты ҡарт олатай-өләсәйҙәребеҙ ҙурлап, хөрмәтләп, “аҡ” тигән һөймәлекле исем менән атап йөрөткән. Үҙҙәренән артһа-артмаһа ла, һөт продукттарын баҙарға алып барып, көнкүреш әйберҙәренә, кейем-һалымға һәм башҡаларға алмаштырып, бөтмөр хужа, оҫта кәсепсе булып танылғандар. “Аҡ”ты күпме күләмдә килтерһәләр, шунса йәғни “аҡ”са, ошо һөт аҙыҡтары хаҡына торошло әйбер-маҙар һатып алғандар. Тора-бара тәңкәне лә (русса “деньги”ҙан “деньга” — дәнкә — тәңкә) “аҡса” тип атай башлағандар. Тимәк, “аҡса” һүҙенең килеп сығышы “аҡ” тигән лексик берәмеккә барып тоташа.
“Аҡ” төшөнсәһе бик бай йөкмәткеле. Һәр кемебеҙ ап-аҡ көндәргә — яҡты тормошҡа өмөтләнеп йәшәй.
Бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдиндең түбәндәге фекере күңелдә һаҡлана: “Донъяла иң ауыр нәмә — ризыҡ аҙ үә аҡыл күп булып, икеһе бергә йыйылыуҙыр”. Эйе, “аҡыл” һүҙе лә әлеге “аҡ” төшөнсәһенең дауамы, уларҙың шәжәрәһе уртаҡ. Аҡыл — уйлап эш итеү. Ул — тормош тәжрибәһе һәм белем туплау һөҙөмтәһе, аҡ һәм яҡты уй-фекерҙәр, саф һәм паҡ эштәр нәтижәһе бит. Күренкле шағирыбыҙ Абдулхаҡ Игебаев әйткәнсә: “Аҡылдан да аҫылыраҡ байлыҡ юҡ ул донъяла!”
Телебеҙҙә лайыҡлы урын биләгән “аҡ” һүҙенең тамырҙаш “туған-тыумаса”лары бихисап. Улар телмәребеҙҙе биҙәй: мәҫәлән, “аҡыҡ” төҫлө ап-аҡ ҡарҙар яуа; “аҡлан” — “аҡ ялан” һүҙбәйләнешенән (тимәк, яҡты ялан); “аҡын” һүҙе лә мәғәнәле: аҡындар аҡ күңелле халҡыбыҙ өсөн аҡ ҡын булып, уның мәнфәғәтен һаҡлағандар.
Атаҡлы ғалим, тел белгесе Ғайса Хөсәйеновтың түбәндәге фәһемле фекерендә ошо “аҡ” лексик төркөмөнә ҡараған тағы бер һүҙ табабыҙ: “Балаға исем һайлай белеү — бер аҡыл: ата-әсә эше. Исемде аҡлай белеү — ҙур ғәмәл: исем эйәһе эше”. Тимәк, исемеңә тап төшөрмә: лайыҡлы йәшә, өлгөлө хеҙмәт ит.
“Ағартыу” һүҙе элегерәк күп ҡулланыла торғайны. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумы (хәҙер “мәҙәниәт техникумы” тип кенә йөрөтөлә. Халыҡ араһында (теге йәки был мәсьәлә буйынса) ағартыу эштәре алып барылырға тейеш, ти торғайнылар, тимәк “аңлатыу” , “мәғлүмәт биреү” мәғәнәһендә.
Әллә күпме исемдәрҙә лә осрай “аҡ” ҡушымта һүҙе. Бөйөк шағирыбыҙ Аҡмулла — беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Башҡорт ауыл ҡалаларында аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр тулы, дәрәжәле тормош менән йәшәй: улар — донъя тотҡаһы, йәш һәм урта быуын өсөн хөрмәтле һәм ихтирамлы тәрбиәсе, кәңәшселәр.
Бик күп ер-һыу атамалары, ҡала, район, ауыл исемдәре лә бар “аҡ” лексик төркөмөндә: Ағиҙел, Аҡтүбә, Аҡъяр, Аҡтау, Аҡбирҙе. Исем-фамилияларҙы ла биҙәй был ҡушымта: Аҡназаров, Аҡкучуков, Аҡҡолов, Аҡъюлов, Аҡбаев, Аҡкилдина. Әҙәби әҫәрҙәрҙә халыҡ ижадында ла осратабыҙ: Аҡъял батыр, Аҡъегет, Аҡйондоҙ, Аҡбикә һәм башҡалар.
Яҙын-көҙөн аҡсәскә (ромашка), муйыл һәм алмағастың ап-аҡ сәскәләре, ҡышын аҡ ҡар бөртөктәре донъябыҙға илаһи күркәмлек бирә.
Аҡ бәхеттең төҫө — ҡатын-ҡыҙ, тибеҙ. Наҙлы ҡараштарынан нур бөркөлгән, аҡ яулыҡлы һөйөклө әсәйҙәр; ниндәй генә хәлдәрҙә лә сабыр итә белгән һәм ап-аҡ сал сәстәрен аҡ шәлдәре аҫтына ҡымтып йәшергән изге өләсәйҙәр; һөйөү һүҙҙәрен тыңлар өсөн буй еткергән һәм киләсәктә ап-аҡ туй күлдәге менән аҡ ҡалпаҡ кейеү тураһында хыялланған һылыу ҡыҙҙар — барыһы ла аҡ бәхеткә лайыҡлы, наҙлы заттар.
Мәктәпте тамамлаусы үҫмерҙәргә аҡ юлдар, ғаилә ҡорған йәштәргә аҡ теләктәр яуҙырабыҙ. “Аҡтирмә” ойошмалары бик матур һәм эстәлекле саралар уҙғарып тора.
Аҡ йорттарҙа ҙур һәм яуаплы эштәр башҡарған етәкселәребеҙгә аҡ өмөттәр бағлайбыҙ. Аҡ күңелле халҡыбыҙ мәнфәғәте өсөн тыуған илебеҙҙе, изге һәм гүзәл еребеҙҙе, туған телебеҙҙе һәм динебеҙҙе ҡурсалауҙарын һорайбыҙ уларҙан. Теләктәребеҙ — тел әйткән һүҙҙәребеҙ аҡ ҡына, хаҡ ҡына бит…
Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, педагогик хеҙмәт ветераны.