Республикала һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы башланғысы менән эшләгән ваҡытта COVID-19 йоҡторған медицина хеҙмәткәрҙәренә республика шифаханаларында реабилитация үтеүгә санатор сертификаттар биреү программаһы эшмәкәрлек итә. Ул медицина хеҙмәткәрҙәренә яңы коронавирус сиренә бәйле ниндәй медицина ярҙамын күрһәтеүенә ҡарамай тапшырыла.
Был турала Архангел үҙәк район дауаханаһының профсоюз ойошмаһы рәйесе Лира Меркулова һөйләп үтте.
— Сертификатты алғанда вирус йоҡторған хеҙмәткәрҙең сире ниндәй ағымда үтеүе, уның амбулатор йәки стационар рәүештә дауаланыуы мөһим түгел, тик COVID-19 диагнозының раҫланыуы һәм уның үҙ бурысын үтәгән мәлендә йоғоуын эш биреүсенең дәлилләүе кәрәк.
Программа йыл аҙағына тиклем ҡаралған. Шифаханаларҙа һауыҡтырыу өсөн сертификаттар республика бюджеты иҫәбенә түләнә (хаҡы 49 мең һум). Бер тапҡыр ғына бирелгән сертификатты 2021 йылдың 31 декабренә тиклем тотоноп өлгөрөргә кәрәк (14 көн). Уның буйынса Башҡортостандың 12 санаторийҙарында ял итеп, һаулыҡты нығытырға мөмкин. Беҙҙең райондан 9 хеҙмәткәр ошондай сертификаттарға лайыҡ булды.
Профсоюз ойошмаһы сертификат алыуҙа кәрәкле документтарҙы йыйнауҙа булышлыҡ итә. Бынан тыш, апрель айынан алып COVID-19 менән урта һәм ауыр формала ауырыған профсоюз ағзаларына ярҙам итеү программаһы ла эшләй. Өс хеҙмәткәрҙәребеҙгә республика комитетынан һаулыҡтарын нығытыу өсөн саралар бүленде.
Социаль страховкалау фонды түләүҙәрен норматив документтар арҡаһында ала алмаған хеҙмәткәрҙәребеҙ ҙә бар. Улар башҡарған вазивалар медицина персоналдарына ҡарамай. Шуға күрә Республика профсоюз комитеты октябрь аҙағында маҡсатлы финанслау ҡарарына килде. Пандемия сәбәпле ҙур күләмле байтаҡ саралар туҡтатылып тора һәм экономияланған аҡсалар профсоюз ағзаларына адреслы ярҙам рәүешендә тотонола.
Республика профсоюз комитеты маҡсатлы сараларҙы иң беренсе нәүбәттә ковид йәки вируслы пневмония менән сирләгән һәм бер ниндәй ҙә страховка түләүҙәре күрмәгән профсоюз ағзаларына йүнәлтеүҙе тәҡдим итте. Тағы ла бер йүнәлеш — иммунизация — ағзалар өсөн витаминдар һәм вирусҡа ҡаршы дарыуҙар табыу. Һанап үтелгән барлыҡ эштәр беҙҙең хеҙмәткәрҙәр өсөн ҙур ярҙам, — тип һүҙен тамамланы Лира Меркулова.