Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Декабрь 2020, 17:07

Нисек йәшәйһең ауыл?!

“Юлдаш” радиоһынан Бәйтулла Фәтҡуллин әҙерләгән “Атайсал” тапшырыуы ҡулыма ҡәләм алдырҙы, сөнки ул беҙҙең Абҙан ауылының йәшәйеше хаҡында булды.

Был сығышты тыңлап, сикһеҙ оло ҡыуаныс кисерҙем. Ни тиһәң дә, унда интервью биреүселәр саф башҡорт телендә фекер йөрөттө. Ниһайәт, беҙҙең Абҙан ауылының барлығы ла журналистарҙың күҙенә салынды. Ә бит Абҙан мәктәбе заманында районда барлыҡ башҡорт һәм татар ауылдарының балаларына урта белем биреүсе усаҡ булып торҙо. Уның данлы тарихы бар. Был абруйҙы районыбыҙ башҡорттары һәм татарҙары барлыҡҡа килтерҙе.
Урындағы халыҡ колхоз-совхоздарҙа ер эшкәртеп, иген үҫтерҙе, мал үрсетеп, ит-һөт ризыҡтарын етештерҙе. Һәр ғаиләлә 5-әр 10-ышар бала тәрбиәләнде, берәү ҙә ас ҡалманы. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан башлап илдә үҙгәртеп ҡороу башланды. Халыҡты яйлап, икенсе ҡоролошҡа әҙерләмәйенсә, колхоздар юҡҡа сығарылды. Ең һыҙғанып көн иткәндәр “ярыҡ ялғаш” алдында тороп ҡалды. Берәүҙәр ҡалаға, завод-фабрикаларға эшкә урынлашты, икенселәр Себер тарафтарына юлланды, өсөнсөләр ауылда ҡалып, нисек тә осон-осҡа ялғарға тырышты.
Бына шунан инде төрлө ҡатламдар барлыҡҡа килде: үҙенең ҡул көсөнә, аҡылына ышанғандар — фермерҙар, эшҡыуарҙар; ҡаҙнаға тир түгеүсе уҡытыусылар, мәҙәниәт, медицина хеҙмәткәрҙәре; шәхси хужалығынан табыш алып, уны уңышлы аҡсаға әйләндереүселәр; артабан, арба ватылһа — утын, үгеҙ үлһә — ит, тип ата-әсәнең пенсияһы иҫәбенә йәшәүселәр һәм башҡалар.
Һуңғы 10-20 йыл эсендә тормош күҙгә күренеп яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе-үҙгәреүен: йорттар һалына, йәштәр ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Әлбиттә, был тәңгәлдә дәүләт ярҙамының өлөшө ҙур. Әйтергә кәрәк, ыңғай күренеш күҙәтелә. Әммә, икенсе яҡтан ҡараһаң, халыҡ артыҡ көсәнмәй, көс түкмәй, дөрөҫөрәге эш эшләмәй, еңел-елпе генә йәшәргә өйрәнде. Быныһы инде, ысын мәғәнәһендә борсолоу тыуҙыра.
Мал аҫрап, үҙ һөтөң, итең менән туҡланһаң, ниндәй шәп булыр ине. Магазиндарҙа һатылған матур ҡағыҙҙарға төрөлгән, төрлө консерванттар ҡушылған аҙыҡ-түлектең балалар һаулығына зыян итеүе хаҡында уйлап тормайбыҙ шул. Ҡош-ҡорт аҫрап, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ менән туҡланыуҙы хуп күргән йәш ғаиләләр ҙә юҡ түгел, бар. Берәүҙәр үҙенән артҡанды һатып, балаларына кейем-һалым, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы алып бирә. ләкин улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Ауылдың йәшәйешен көйләү өсөн махсус программалар, йәштәргә эш урындары тәҡдим итеүсе эшлекле кешеләр күберәк булһа, халыҡтың тормош-көнкүреше яҡшырыр, илен, ерен, халҡын хәстәрләүсе киләсәк быуын барлыҡҡа килер ине.
Абҙан ауылының элекке данын ҡайтарыу өсөн йөҙөп йөрөп эшләргә кәрәк, тик шул саҡта атайсалыбыҙ республика райондарының данлыҡлы ауылдарына тиңләнер.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: