Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Декабрь 2020, 16:03

Нисек тамамлайбыҙ 2020 йылды?

“2020 йылдың 11 айында Башҡортостан Республикаһының консолидацияланған бюджетына 227 миллиард һум тирәһе килем, шул иҫәптән 145,3 миллиард һум һалым һәм һалым булмаған килем тәшкил итте”, – тип хәбәр итте республиканың финанс министры Лира Иғтисамова республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

“2020 йылдың 11 айында Башҡортостан Республикаһының консолидацияланған бюджетына 227 миллиард һум тирәһе килем, шул иҫәптән 145,3 миллиард һум һалым һәм һалым булмаған килем тәшкил итте”, – тип хәбәр итте республиканың финанс министры Лира Иғтисамова республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

“Республика бюджетына 191 миллиард һумға яҡын килем, шул иҫәптән һалым һәм һалым булмаған килем, үткән йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 24,6 миллиард һумға түбәнерәк булды йәки 18,4 процент тәшкил итте. Кире ҡайтарылмай торған 81,6 миллиард һум аҡса килде: үҫеш 40,6 миллиард һум. Дөйөм алғанда, бер йыл эсендә федераль ярҙам 100 миллиард һум тиерлек булды. Айырыуса шуны билдәләргә кәрәк, республика һалым һәм һалым булмаған килемдең кәмеүен компенсациялау өсөн 14,7 миллиард һум алды”, – тип белдерҙе Лира Иғтисамова.

Һиҙелерлек ярҙам Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан дауаханаларҙы ҡорамалдар менән йыһазландырыу, койкалар һанын арттырыу, дарыуҙар һәм һаҡланыу саралары, медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә дәртләндереү түләүҙәре, балаларға пособиелар һәм эшһеҙ граждандарға түләүҙәр, башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙы бушлай туҡландырыуҙы ойоштороу өсөн күрһәтелгән.

Был алынған йөкләмәләрҙе, бигерәк тә социаль өлкәгә ҡағылғандарын, элекке кимәлдә һаҡларға, шулай уҡ өҫтәмә аҡсаны яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәшкә йүнәлтергә һәм ябай булмаған осорҙа эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн өҫтәмә аҡса йүнәлтеү мөмкинлеген биргән.

2020 йылдың 11 айында республика бюджетынан сығымдар 217,4 миллиард, 2019 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 31,4 миллиард һум йәки 17 процентҡа үҫеш, тәшкил иткән. Сығымдарҙың өҫтөнлөклө йүнәлеше – социаль йөкләмәләрҙе үтәү.
Барлыҡ социаль әһәмиәтле сығымдар, был иһә бюджеттың 2/3 тирәһе йәки 168 миллиард һум, үҙ ваҡытында финансланған. Үҙ килемдең кәмеүенә ҡарамаҫтан, ағымдағы йылда быға тиклемге йыйылған резервтар иҫәбенә бюджет дефицитын финансларға ғына түгел, республика үҫеше өсөн аҡса табып булған. Ауыл ерендәге граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, алданған өлөшсөләр проблемаларын хәл итеүгә, һөт кухнялары селтәрен киңәйтеүгә, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, шулай уҡ бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы ҡала мөхитен ойоштороуға, ҡышҡы осорҙа коммуналь ойошмаларҙың туҡтауһыҙ эшләүе өсөн уларға ярҙам итеүгә, “Башавтотранс” автобустары паркын яңыртыуға сығымдар арттырылған. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә техника һатып алыуға субсидия биреү, экспортҡа сығарыусылар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн һиҙелерлек өҫтәмә аҡса бүленгән. “Башҡорт ихаталары” программаһын һәм подъездарҙы ремонтлау сараларын тормошҡа ашырыу дауам иткән.

“Алға” айырыуса иҡтисади биләмә инфраструктураһы объекттарын ойоштороуҙы финанслау башланды. Республиканың социаль-иҡтисади үҫеште әүҙемләш­тереүгә йүнәлтелгән Фәнни-мәғариф үҙәге, “Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәге, IQ-парк юғары технологиялар техник паркы һәм тағы башҡа структуралар эшмәкәрлегенә ярҙам күрһәтелде”, – тип белдерҙе Лира Иғтисамова.

“Килемдәрҙе алып етмәүҙең төп проблемаһы күп осраҡта пандемия менән бәйле түгел. Беҙ иҡтисадты япманыҡ, иҡтисадҡа ярҙамдың өсөнсө ярҙам пакетын әҙерләйбеҙ. Хәл нефть табыу, ОПЕК плюс килешеүе буйынса нефть эшкәртеү параметрҙарын сикләү менән бәйле икәнлеген аңларға кәрәк. Был ваҡытта “Башнефть” компанияһы ла тыныс ҡына ҡалманы. Ул ваҡытты етештереүҙе заманлаштырыуға бүлә. Шуға киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ. ОПЕК плюстың нефтте табыу файҙаһына ҡарата ҡарары үҙгәрһә, барыһы ла яҡшы буласаҡ, – тине финанс министры сығышынан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Икенсенән, беҙ ике тапҡырға күберәк федераль аҡса алдыҡ. Киләһе йылға “Стимул”, медицинаның беренсел звеноһын модернизациялау һәм башҡа программалар буйынса бик шәп эшләнмәләр бар. Быларҙың барыһы ла йылды тотороҡло үткәрергә ярҙам итә. Һәм ошондай етди ярҙамы өсөн Рәсәй Хөкүмәтенә ҙур рәхмәт”.
Читайте нас: