Инйәр
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Декабрь 2020, 17:48

“Һөнәребеҙ кеше яҙмышына бәйле”

Граждандар хәле акттарын дәүләт теркәүенә алыу системаһы Рәсәйҙә Петр I Указдарынан башлана.

Ләкин революцияға тиклем Рәсәй бөтә граждандары өсөн никахлашыу тураһында закондар йыйылмаһын булдыра алмай. Рәсәйҙең никахлашыу тураһындағы закондар йыйылмаһы һәр ваҡыт дини тәртиптәр нигеҙендә төҙөлгән һәм кешеләр үҙ диндәре ҡағиҙәләренә буйһонған.
1917 йылғы революциянан һуң ғаилә закондары йыйылмаһына ике мөһим реформа үткәрелә. РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы граждандарҙың никахы, балалар һәм гражданлыҡ хәле китаптарын булдырыу тураһында декрет ҡабул итә. Әлеге декрет элекке никах һәм ғаилә мөнәсәбәттәренең хоҡуҡи нигеҙен юҡҡа сығарып, ир менән ҡатынды тигеҙ хоҡуҡлы тип билдәләй. Яңы дәүләт идараһының ведомство структураһы формалаша башлай һәм граждандар хәле акттарын теркәү бүлектәре барлыҡҡа килә.
ЗАГС бүлеге туй тантаналары менән генә шөғөлләнә тип фекер йөрөтөүселәр байтаҡ. Ләкин улар ныҡ хаталана, сөнки гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге кеше яҙмышының иң мөһим ваҡиғаларына бәйле. Йәғни, ул кешенең тыуғандан алып үлеменә тиклем тормошондағы барлыҡ хәл-ваҡиғаны документлаштырыуға кәрәк булған мөһим этаптарҙы үҙ эсенә ала. Туранан-тура кеше менән эшләгән был һөнәр эйәләренә бер үк ваҡытта уҡытыусы ла, психолог та, юрист та, артист та булырға тура килә.
Районыбыҙҙың ЗАГС бүлегендә тәжрибәле, үрҙә телгә алынған сифаттарға эйә булған үҙ эшенең оҫталары эшләй. Бөгөн бүлектә ике кеше халыҡҡа хеҙмәт күрһәтә. Наталья Березенкова етәксе вазифаһын инде байтаҡ йылдар башҡара. Бүлектең әйҙәүсе белгесе Ирина Чернова ла был өлкәлә тәжрибә туплаған, эшенең бөтә нескәлектәрен аңлаған хеҙмәткәр.
— Беҙҙең һөнәребеҙ тулыһынса кеше яҙмышына бәйләнгән, — тип һүҙ башланы Наталия Юрьевна. — Төп хеҙмәтебеҙ: никах теркәү, бала тыуыу, никах тарҡалыу, үлеү, исем-фамилияларҙы алыштырыу, уллыҡҡа бала алыу, аталыҡты таныу һәм башҡаларға белешмәләр биреү өҫтөндә эшләү. Бер һүҙ менән әйткәндә, ЗАГС бүлеге һәр кешенең йәшәү дәүерендә, тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙа роль уйнап, уның менән бергә атлай — был тыуған көндән алып, үлгәнгә ҡәҙәр.
ЗАГС органы үҙенең хеҙмәт күрһәтеү дәүерендә ҡулъяҙмаларҙан башланған документтар менән бөгөнгө компьютерлаштырылған системаға ҡәҙәр бер быуатлыҡ тарих юлы уҙҙы. Әлбиттә, бөгөнгө алға киткән технологиялар нигеҙендә халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү күпкә еңелерәк. Хәҙерге ваҡытта никахтарҙы теркәү тураһында ғаризаларҙы электрон рәүештә алабыҙ. Был юл менән файҙаланыусы райондаштарыбыҙ һаны артҡандан-арта бара, ул интернеттары булған һәр кемгә үтемле һәм отошло.
Эшебеҙҙе еңел тип әйтә алмайым. Беҙгә көн һайын тиҫтәләгән кеше төрлә һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың һәр ҡайһыһына дөрөҫ, кәрәкле кәңәштәр, күрһәтмәләр биреп, ҡулдан киләгәнсә ярҙам итәбеҙ.
Ағымдағы йылда ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем һаны (330 кеше) тыуымдан (159 кеше), ә айырылышыусылар һаны (70) өйләнешеүселәрҙән (48) күберәк. Исем ҡушыуға килгәндә, малай исемдәренән иң үҙенсәлеклеһе Таргитай (Сикйылға ауылынан) булды, ә ҡыҙҙарҙан Сафия, Мәҙинә һәм Йәсминәләр ишәйҙе. Өйләнешеү, бала тыуыу тураһында таныҡлыҡтар биреү кеүек ваҡиғалар әлбиттә һөйөндөрә. Ундай ваҡиғалар йышыраҡ булһын ине, — тип эш барышы менән таныштырып үтте Наталья Березенкова.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — архивтан.
Читайте нас: