Ә бына күптәр өсөн таныш, бөгөнгө көндә киң таралған кредит карталарын банк теләһә кемгә тарата.
Кредит карталарын ҡулланыусылар өсөн бер нисә терминды белеп тороу кәрәк.
Кредит лимиты (кредитный лимит). Ул – банк тарафынан һеҙҙең картаға күсерелгән максималь кредит күләме.
Ташламалы ваҡыт (льготный период). Банк билдәле бер ваҡыт эсендә карточкалағы аҡсаны бушлай, процентһыҙ ҡулланыу мөмкинлеге тыуҙыра. Әлеге ваҡыт төрлө банкта төрлөсә, 50 көндән 70 көнгә ҡәҙәр булырға мөмкин. Ҡайһы бер банктар, клиенттарҙы йәлеп итеү өсөн, кредит картаһы алғандан һуң карталағы аҡсаны бушлай ҡулланыу ваҡытын мәҫәлән, 100 йәки унан да күберәк тәҡдим итергә мөмкиндәр. Ә алдағы айҙарҙа ундай ваҡыттың 50-60 көнгә ҡәҙәр ҡалдырылыуы ихтимал. Шунлыҡтан кредит картаһы алған ваҡытта килешеүҙе иғтибар менән уҡырға, аңламаһағыҙ, банк хеҙмәткәренән һорарға кәрәк. Ташламалы период отчет йәки расчет осорон һәм түләү ваҡытын да үҙ эсенә керетергә мөмкин.
Отчет периоды (отчетный период). Бирелгән лимит суммаһындағы банк аҡсаһын үҙ маҡсатығыҙҙа ҡулланыу ваҡыты. Отчет периоды төрлө банкта төрлөсә. Ул беренсе тапҡыр әйбер һатып алынған көндән, кредит картаһы алған ваҡыттан йәки активация үткәндән иҫәпләнә. Кредит картаһы алған ваҡытта шунда уҡ асыҡлыҡ керетергә тырышығыҙ.
Минималь түләү күләме (минимальный платеж). Күрһәтелгән ваҡытҡа билдәләнгән минималь түләү күләмен һуңламай түләп барырға кәрәк. Шул рәүешле һеҙ үҙегеҙҙең кредитыгыҙҙы түләргә мөмкинлегегеҙҙе күрһәтәгеҙ. Минималь түләү күләме карта асҡан ваҡыттағы тарифтар һәм килешеү шарттарына бәйле. Ғәҙәттә, ул кредит картаһындағы тотолған аҡсаның 5-10 процентын тәшкил итә.
Ташламалы процентһыҙ ваҡыт эсендә клиент бөтөн сумманы тулыһынса ҡайтарған ваҡытта ул процент түләмәй, тимәк, аҡсаны бушлай ҡулланған булып сыға. Әгәр ҡулланған аҡсағыҙҙы ташламалы ваҡыт эсендә тулыһынса түләргә мөмкинлегегеҙ булмаһа, кәмендә минималь түләүҙе картаға кире ҡайтарырға тырышығыҙ. Ә ҡалған суммаға проценттар түләргә әҙер булырға кәрәк.
Төрлө интернет-ресурстарҙан файҙаланғанда иғтибарлылыҡ һәм һаҡлыҡ талап ителә. Шикле һылтамаларға күсмәҫкә, банктың ялған хеҙмәткәрҙәренә үҙ карталары тураһында мәғлүмәттәрҙе еткермәҫкә. Билдәһеҙ заттарҙан карталарҙы блокировкалау йәки санкцияланмаған операциялар турыһындағы хәбәргә шикләнгән осраҡта, һөйләшеүҙе тамамларға һәм картала күрһәтелгән номер буйынса банкка шылтыратырға кәрәк.
Таныш булмаган сайттарға һылтамалар менән смс-хәбәрҙәр алғанда, хәбәрҙе спам булараҡ билдәләп үтәргә һәм ярҙам хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ.
Кредит картағыҙҙы кешегә бирмәгеҙ, пин-кодын әйтмәгеҙ. Билдәһеҙ сығанаҡтарҙан килгән смс-хәбәр йәки электрон хатҡа яуап итеп, аҡса күсермәгеҙ. Балансығыҙҙан аҡса алыныуын белһәгеҙ йәки шундай шик тыуһа, тиҙ арала банкка шылтыратып, картағыҙҙы блокировкалау кәрәк.
Картанан аҡса юғалһа иң беренсе, картаның артында яҙылған телефон һандары буйынса банк учреждениеһына шылтыратырға. Уларға карталағы аҡса юғалыуы хаҡында хәбәр итеп, әйткәндәрен эшләргә кәрәк. Артабан полиция бүлегенә барып, ғариза яҙырға ҡала.
район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы.