Инйәр
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Декабрь 2020, 16:00

Киң таралған күренеш

Аяҡ тирләү, бармаҡ араларына бәшмәк сығып ыҙалатыу – киң таралған күренеш.

Аяҡ тирләү, бармаҡ араларына бәшмәк сығып ыҙалатыу – киң таралған күренеш. Бындай хәл ысын мәғәнәһендә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, улай ғына түгел, организмдың дөйөм торошона, нервы ҡуҙғыуына, йоҡо насарайыуына ла сәбәпсе булыуы ихтимал.

Ҡайһы бер осраҡта аяҡ тирләмәһен өсөн иң ябай кәңәштәрҙе үтәү ҙә етә:
* тәбиғи ептән эшләнгән, синтетика ҡушылмаған ойоҡбаштарға өҫтөнлөк бирегеҙ;

* тәбиғи күн йәки замша аяҡ кейеме кейергә тырышығыҙ, яһалма материалдан эшләнгән туфли, кроссовкала аяҡ тын алмай һәм нығыраҡ тирләй, ә тир – бәшмәк өсөн иң ҡулай мөхит;

* көн һайын кис аяҡтарығыҙҙы йылымыс һыу менән йыуып, ҡоротоп йоҡларға ғәҙәтләнегеҙ;

* тирләүгә бәйле проблемағыҙ булһа, балалар өсөн тәғәйен онтаҡ (присыпка) ярҙамға килер;

* ашаған ризығығыҙға иғтибар итегеҙ, үтә татлы, шәкәрле аҙыҡ-түлекте сикләгеҙ.

Дарыуханала һатылған ҡиммәтле дарыуҙарҙы алыр алдынан халыҡ дауаларына мөрәжәғәт итеп ҡарағыҙ. Мәҫәлән, бер литр йылы һыуға алты тамсы йод, дүрт аш ҡалағы тоҙ һалып болғап, 10 минут ошо ҡатнашмаға аяғығыҙҙы тығып ултырығыҙ. Дауаланыу курсын тулыһынса һауыҡҡанға тиклем дауам итергә.
Читайте нас: