Инйәр
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Декабрь 2020, 18:29

Экстремизм хаҡында

Һуңғы йылдарҙа беҙҙең йәмғиәттә, киң мәғлүмәт сараларында экстремизм, ваһһабизм, радикаль исламсылар һәм башҡа шундай йүнәлештәр тураһындағы хәбәрҙәргә йыш юлығабыҙ.

Гәзит уҡыусылар һорауы буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институты ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре докторы, яҡташыбыҙ Илшат Рәшит улы Насиров ошо йүнәлештәр тураһында бер аҙ аңлатма бирә.
Экстремизм нимә һәм эктремистар кемдәр улар?
Экстремизм — иң киҫкен ҡараштарҙы яҡлау, бигерәк тә ғәмәли эшмәкәрлектә (мәҫәлән, сәйәсәт өлкәһендә). Экстремистарға йәмғиәттә йәшәп килгән ҡағиҙәләргә, нормалар һәм закондарға ҡырҡа ҡаршы тороу хас. Экстремизм яҡлылар үҙ маҡсатына өлгәшеү өсөн демагогия, тәртипһеҙлек, гражданлыҡ буйһонмауы акттары ярҙамында йәшәп килгән йәмғиәт структураһын тотороҡһоҙландырырға тырыша. Шул уҡ ваҡытта улар көс ҡулланыу алымын киң файҙаланып, власты һәм халыҡты ҡурҡытыу өсөн террористик акттар ойоштора, һәм башҡалар. Улар власть органдары менән үҙ-ара ташламаларға нигеҙләнгән һөйләшеүҙәрҙән, ниндәй ҙә булһа килешеүҙәрҙән һәм компромистарҙан ҡырҡа баш тарта.
Нимә ул ваһһабизм һәм ваһһабиттар кемдәр?
Ваһһабизм (Был турала Зәйнулла ишандын ғәрәпсә яҙғандарын тәржемә иткән Ильшат Насыровтын «Божественные истины» тигән китабында уҡырға мөмкин. Ул ислам фундаментализмының, йәки «исламдың нигеҙҙәренә ҡайтыу» идеологияһының бер сағылышы. Ваһһабиттар исламдың башланғыс сафлығына ҡайтырға саҡыра, сөнки, улар уйлауынса, мосолман йәмғиәте Мөхәммәт бәйғәмбәр һәм мосолмандарҙың тәүге өс быуыны йәшәгән осорҙағы тәртиптән ситләшә бара. Ваһһабиттарҙың төп маҡсаты — ислам дине традицияларынан башҡа ҡараштарҙы юҡҡа сығарыу. Ҡөрьәнде үҙҙәренсә аңлатыуҙы улар иң дөрөҫө тип раҫларға тырыша. Ислам динен «зарарлы яңылыҡтар»ҙан таҙартыуҙы үҙҙәренең төп бурысы һанап, ваһһабиттар динебеҙҙәге башҡа йүнәлештәрҙең идеяларын һәм ғәмәли яҡтарын (мәҫәлән, мосолман реформаторлығы йәки суфыйсылыҡ) тәнҡитләйҙәр. Ләкин был мосолманлыҡтың үҙ тәбиғәте менән яраша алмай. Ислам диненең теге йәки был йүнәлешенә дөйөм ислам дине ҡиммәттәренә нигеҙләнеп һәм исламда бөтә йүнәлештәрҙең дә тиң хоҡуҡлы булыуынан сығып баһа бирергә кәрәк. Ислам динендә ниндәйҙер бер йүнәлеш дөрөҫ, ә ҡалғандары дөрөҫ түгел, тип билдәләүсе сиркәү кеүек учреждение юҡ. Билдәләнеүенсә, ислам дине күп яҡлы һәм ул фекерҙәр төрлөлөгөн күҙ уңында тота, уның бөтә йүнәлештәре лә тиң хоҡуҡлы. Ә бөтә мосолмандар өсөн берҙәм «идеаль» модель, «дөрөҫ булған» һәм «дөрөҫ бумаған» ислам дине юҡ икән, тимәк, ислам динен ҡабул иткән һәр кем мосолман булып һанала ала, һәм «хаҡ» мосолман йәки «хаҡ булмаған» мосолман тип бүлергә бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ.
Ваһһабизм, ысынлап әйткәндә, ислам дине принциптарын инҡар итеү, исламдың күп кенә нигеҙҙәренең абруйын төшөрөү ул. Атап әйткәндә, исламда тышҡы һәм эске дини иректе таныу бар, ә ваһһабиттар үҙҙәре менән риза булмаған мосолмандарҙы ғәйепләп, уларға ҡаршы сыға.
Нимә ул радикаль экстремизм? Кемдәр улар радикаль исламистар?
Ҡағиҙә булараҡ, дини нигеҙҙәге экстремизм сәйәсәт менән бәйләнгән, шуға күрә белгестәр «дини-сәйәси экстремизм» тигән терминды ҡуллана. Был — дәүләт ҡоролошон көс менән үҙгәртеүгә йәки власты көс менән ҡулға төшөрөүгә йәки дәүләт суверенитетын һәм территориаль бөтөнлөгөн ҡаҡшатыуға, ошо маҡсатта дини дошманлыҡ һәм күрә алмаусанлыҡ ҡуҙғытыуға йүнәлтелгән дини үҙгәртелгән эшмәкәрлек. Бындай экстремизм демагогия, ялған дини фразеология менән бәйләнгән, сиктән тыш аяуһыҙлыҡҡа һәм агрессияға нигеҙләнгән. Радикаль экстремистар үҙ идеяларына тоғролоҡто раҫлау өсөн хатта ғүмерен бирергә лә әҙер, ләкин бер ниндәй ғәйебе булмаған тыныс граждандарҙы үлтереүҙе ҡаһарманлыҡҡа һанауы ҡыйын.
Ислам экстремистары 2001 йылдың 11 сентябрендә Нью-Йорктағы «игеҙәк» бейек йорттарҙы шартлатҡандан һуң бөтә донъяның киң мәғлүмәт саралары (телевидение, радио һәм гәзиттәр) ислам фундаментализмы һәм ислам терроризмы тураһында һөйләй башланы. Көн дә ошо хаҡта тыңлай торғас, ҡайһы бер кешеләрҙә һәр мосолман үҙ-үҙен үлемгә дусар итеүсе һәм ер йөҙөндәге башҡа диндәр араһында ислам дине экстремизмды таратыусы тигәнерәк ҡараш тыуа.
Иң беренсе сиратта, «фундаментализм» төшөнсәһенең йөкмәткеһенә нимә һалыныуын асыҡларға кәрәк. Был аңлатма, йәки «фундаментализм» догматик, социаль, сәйәси йәки дини нормаларҙы ҡайтанан ҡарау йәки баһалауға юл ҡуймаҫҡа ынтылыуҙы билдәләй. Был тәңгәлдә фундаментализм бик күп диндәрҙә урын алған. Бөгөнгө көндә ислам фундаментализмы нығыраҡ таныш. Уны йышыраҡ ислам терроризмы менән йәнәш ҡуйып ҡарайҙар. Бындай баһа дөрөҫ түгел. Беренсенән, ниндәй генә өлкәлә булмаһын, фундаментализм ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн мотлаҡ рәүештә экстремизм сараларын ҡулланыуҙы талап итмәй. Икенсенән, дини фундаментализм тик ислам диненә генә хас, тип иҫәпләүселәр яңылыша.
Мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарының үҙендә Библияны төрлөсә тәнҡитләүҙе йәки уның положениеларына яңы үҙгәрештәр индереүҙе инҡар иткән протестант фундаментализмы бик көслө. Шулай уҡ үҙенең маҡсатына ирешеү өсөн тәрбиә алымы итеп террор тактикаһын алған Ирландия республика армияһы (ИРА) католик фундаменталистарынан тора. Хәҙерге Һиндостанда террористик эшмәкәрлеккә мосолман радикалдары ғына түгел, ә һинд радикалдары ла ҡушыла. 1992 йылда һинд радикалдары Айодхье ҡалаһындағы мәсетте емерә. Израилдә лә йәһүд фундаменталистары бар. 1995 йылда ультра уң йәһүд дини һәм сәйәси экстремисы Игаль Әмир Израилдең премьер-министры Исхаҡ Рабинды үлтерә.
Фундаменталистар ойошмаһы эшмәкәрлегенә өҫтән-мөҫтән генә яһалған күҙәтеү ҙә бер генә дин дә дини уҡыуҙы үҙенә кәрәкле формала боҙоп үҙгәрткән экстремистик ағымдарҙан азат түгеллеген күрһәтә. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ислам диненең асылы тураһындағы ысынбарлыҡты белмәгән хәбәрселәр, һуңынан инде дәүләт чиновниктары йыш ҡына ислам дине башта уҡ агрессив булды, тигән һымағыраҡ фекерҙәр әйтә. Киреһенсә, Ҡөрьәнебеҙ Аллаһы Тәғәлә бөтә кешеләрҙе лә (барыһының да ата-әсәһе Әҙәм һәм Һауа) тигеҙ итеп яратҡан, тип раҫлай. Шунлыҡтан, ислам дине универсаль, толерантлы һәм ирекле дин ул.
Шуның өсөн дә дини фундаментализм менән уйҙырма ислам фразеологияһына ышыҡланып эш иткән хәҙерге радикаль ислам экстремистары араһында ҙур айырма бар. Һәр фундаменталист та радикал, йәғни террорсы түгел, һәм һәр террорсы ла дини йәки сәйәси фундаменталист идеялары яҡлы түгел.
Хәҙерге донъяла ислам диненең сәйәси әүҙемлеге, бәхәсһеҙ, үҫә бара. Ләкин бөгөнгө көндә сәйәси яҡтан әүҙем мосолмандар дәүләт менән үҙ-ара килешеп эшләү кәрәклеген талап итеүселәргә һәм дәүләткә ҡаршы ҡаты көрәш алып барыу юлына баҫыусыларға бүленгән. Тәүгеләре үҙҙәренең идеалдарын ер йөҙөндә тыныслыҡ эволюцияһы юлы менән бойомға ашырырға теләһә (динде таратыуҙы легалләштереү иҫәбенә), ҡаршы яҡтар, ислам радикалдары, икенсе динде тотоусы дәүләттәргә (ислам динен тотмаған барлыҡ илдәргә) ҡаршы ҡораллы һуғыш алып барырға әҙер. Улар урталыҡты тотоусы мосолмандарҙы йәки мосолман йәмғиәтендә күпселекте алып торғандарҙы мосолман дине тотмаған дәүләттәрҙең йәмәғәт һәм сәйәси тормошонда ҡатнашырға әҙер булғаны өсөн ғәйепләй.
Шулай булғас, ислам радикалдарына килгәндә инде, бөгөнгө көндә урталыҡты тотоусы исламсылар менән фанаттарса түҙемһеҙ, секталарға бүленгән, көс ҡулланыуға әҙер булған сәйәси, радикал исламсылар араһында ҡапма-ҡаршылыҡ бара. Ә Ҡөрьән көс ҡулланыуға ҡырҡа ҡаршы бит: «Динде мәжбүр итеп тотоу юҡ» ( «Әл-Баҡара», 256-сы аят). Йәғни, ислам диненең сәйәсәткә яҡынлашыуы дини-сәйәси экстремизмдың үҫеүенә ярҙам итә.
Бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙә социаль-иҡтисади көрсөк, коррупция арҡаһында сәйәси структураның үҙгәреүе, Африка, Азия, Латин Америкаһындағы үҫешкән илдәрҙең ҙур ғына өлөшөндә йәшәү кимәленең насарайыуы, властың дини һәм башҡа фекерҙәргә баҫым яһауы, сәйәси оппозиция, милли һәм дини билдәләр буйынса дискриминациялау, ҡуйған бурыстар һәм маҡсаттарын тиҙерәк тормошҡа ашырырға ынтылыусы (ҡайһы берҙә уйҙырма, йәғни тормошҡа ашмаҫлыҡ) сәйәси берекмәләр һәм дини төркөмдәр лидерҙарының власты яратыуы, мин-минлеге һәм башҡалар дини-сәйәси экстремизмға илтеүсе объектив сәбәптәр булып тора.
Шулай итеп, мосолман донъяһында һәм Рәсәйҙә дини-сәйәси экстремизмдың көсәйеүенә булышлыҡ итеүсе сәбәптәр араһында власть вәкилдәре тарафынан дини һәм милли әҙселектең хоҡуҡтарын боҙоуҙы, элек-электән килгән этник конфликттар, власть органдарындағы коррупция, көс структураһы вәкилдәренең баш-баштаҡлығы, хоҡуҡи нигилизм, шулай уҡ диндәр араһындағы ҡаршылыҡтарҙы көсәйтергә тырышыусы сит ил дини эшмәкәрҙәренең эшмәкәрлеген дә һанап китергә мөмкин. Халыҡтың социаль яҡтан насар йәшәгән өлөшө, бигерәк тә эшкә урынлашыуға мөмкинлеге булмаған эшһеҙ йәштәр ислам радикалы булып китә.
Йәмғиәт һәм дәүләт дини-хоҡуҡи экстремизмға ҡаршы көрәш алып барырға тейеш. Иң беренсе сиратта дәүләт социаль-иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙы (эшһеҙлек, коррупция, хоҡуҡ һаҡлау структураһы вәкилдәре тарафынан законлылыҡты боҙоу һәм башҡалар) яҡшыртырға һәм бөтә законлы алымдар ярҙамында экстремистарҙың йәшертен эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәшергә тейеш. Йәмғиәтебеҙ йәмәғәт һәм дини берекмәләр йөҙөндә дини-сәйәси экстремизмға ҡаршы гражданлыҡ ҡиммәттәрен (динде ирекле тотоу, асыҡлыҡ һәм килешеүсәнлек) яҡлау юлы менән көрәшергә тейеш. Диндең гуманлы булырға тейешлеген аңлатыу эше алып барыу фарыз.
Ислам ышығында экстремистар нимәгә өлгәшергә ынтыла?
Дини-хоҡуҡи экстремистар яҡлыларға килгәндә инде, үрҙә әйтеп үтелгәнсә, уларҙың эшмәкәрлеге көс ҡулланып дәүләт ҡоролошона үҙгәрештәр индереүгә, дәүләттең суверенитетын һәм территориаль бөтөнлөгөн боҙоуға, ошо маҡсатта дини дошманлыҡ һәм күрә алмаусанлыҡ уятыуға йүнәлтелгән. Ислам радикалдары хәрәкәтенең маҡсаты — бөтә донъя Ислам дәүләте (Хәлифәт) төҙөү. Икенселәй әйткәндә, белә тороп, тормошҡа ашмаҫ идея яҡлылар хәҙерге илдәр урынына, иң беренсе сиратта, мосолман динен тотоусылар менән бик ҙур Ислам дәүләте төҙөмәк була. Бында бөгөнгө бойондороҡһоҙ илдәрҙең территориаль бөтөнлөгөн боҙорға тырышыу ҙа күҙҙә тотола.
Йәштәргә нимәнән һаҡланырға кәрәк?
Һуңғы ваҡытта таралып киткән төрлө «ислам белгестәре» менән аралашыуҙан һаҡланырға кәрәк. Ысынын әйткәндә, уларҙың күптәре ислам дини тәғлимәттәре өлкәһендә белгес түгел, ғәрәп телен белмәйҙәр, шулай булғас, ислам дине ғилемен һәм хоҡуҡтарының ике төп сығанағы булған Ҡөрьәнде һәм Сөннәне (бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең һүҙҙәре һәм эшләгән эштәре тураһында риүәйәттәр йыйынтығы) лә белмәйҙәр. Ләкин улар үҙҙәренә уҡымышлы ҡиәфәт бирә белеүсе, үҙҙәренең өгөт-нәсихәттәренә Ҡөрьәндән өҙөктәр һәм Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең хәҙистәрен ҡыҫтырып ебәрә алған яҡшы ғына психологтар. Уларҙы күркәм генә ислам ҡиәфәтенән танырға була (матур итеп үҫтерелгән һаҡал, Урта Азия йәки ғәрәп илдәрендә кейелгән кейем). Ғәрәп телен өҫтән-мөҫтән генә белгән йә иһә бөтөнләй белмәгән был «белгестәр» Ҡөрьәндең тәржемәһенә ҡарап үҙҙәренең «фекерен» һөйләй башлай. Беҙҙең күпселек граждандарыбыҙҙың үҙ диненең база нигеҙҙәрен белмәүе арҡаһында ғына улар үҙ ҡараштарын пропагандалауҙа ниндәйҙер уңышҡа өлгәшә ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 70 йыл буйы халыҡты көсләп атеист итеп, элекке СССР мосолмандары ислам дине һәм мәҙәниәте буйынса белемһеҙ ҡалды.
Мәсеткә йөрөүҙән баш тартыуға сәбәптәр юҡ. Киреһенсә, мәсет — дин тотҡан кешенең үҙенең фекерҙәштәре менән осрашып, үҙ диненең коллектив йолаларын башҡарыу урыны ул. Кешеләр мәсеткә йөрөүҙән ҡурҡмаһын, күп кенә мәсеттәр (мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Туҡай урамындағы) ҡартатайҙарыбыҙ һәм ҡартәсәйҙәребеҙ йөрөгән мәсет бит. Мәсеттәребеҙҙе ситтән килгән ялған исламсыларға йәки урындағы халыҡ араһынан сыҡҡан уларҙың ҡуштандарына һатыуға юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Иң беренсе сиратта исламда һәр ағым да тигеҙ хоҡуҡлы икәнен оноторға ярамай һәм «хаҡ мосолмандар» һәм «хаҡ булмаған мосолмандар»ға бүлеүҙе ислам дине инҡар итә. Шуға күрә, «хаҡ ислам дине» һәм «хаҡ түгел ислам» тураһында кемдәрҙеңдер раҫлауы һәм мосолмандарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға тырышыу ислам динендә була торған хәл түгел. Был бәйләнсек "ислам белгестәренән ислам диненә ҡайҙа уҡыуҙарын, юғары ислам уҡыу йорттарын тамамлау тураһында дипломдарын, ғәрәп телен белеү-белмәүҙәрен, өҫтәмә гуманитар йәки техник белемдәре булыу-булмауы тураһында туранан-тура һорарға кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙың күпселеге ошондай ябай ғына тест-имтиханды ла күтәрә алмай.
Һәм һәр ваҡыт шуны иҫтә тоторға кәрәк, башҡорттар — дини фанатлыҡтан азат кешеләр. Башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре динде бер ҡасан да ыҙғыш-талаш, бер-береһенә ҡаршы тороу сараһына әүерелдермәне. “Киске Өфө” газетенән.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: