Ошо һорауҙарға Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре әҙерләгән яуаптарҙы һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итәбеҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта инсульт өлкәндәр өсөн генә түгел, йәштәр өсөн дә хәүефле. Статистика буйынса, бөтә һандың 10-15 проценты 18 йәштән 50 йәшкә тиклемге кешеләргә тура килә. Белгестәр фекеренсә, һуңғы йылдарҙа сиргә килтергән сәбәптәр йәштәр араһында артҡан. Улар – тәмәке тартыу, һимеҙлек, гипертония, шәкәр диабеты, липид алмашыныуы боҙолоуы һәм башҡалар. Тейешле саралар күрелмәгәндә, алдағы йылдарҙа инсульттың хеҙмәткә һәләтле кешеләрҙең ғәҙәти сиренә әүерелеүе ихтимал.
Йыл да баш мейеһе эшмәкәрлегенә зыян килеүҙән 150 меңгә яҡын кеше яфалана. 2008 – 2016 йылдар эсендә тәүге тапҡыр сиргә юлығыу осраҡтары 25 процентҡа артҡан. Был хәл, бөтәһенән дә элек, халыҡтың ҡартайыуы һәм хәүеф факторҙарының артыуы менән бәйләнгән.
Кешелә инсульт башланыуын нисек белергә? Сирҙең билдәләрен асыҡлаған иң тиҙ һәм аныҡ ҡорал – FAST-тест.
Face – кешенең йылмайыуын йәки тешен күрһәтеүен һорағыҙ, инсульт ваҡытында йөҙҙөң ҡыйшайыуы (асимметрия) күҙәтелә, ауыҙҙың бер мөйөшө һалынып төшә.
Arm – кешенең ултырған килеш биш секундҡа ике ҡулын 90 градусҡа күтәреүен һорағыҙ, инсульт булғанда ҡулдарҙың береһе һалынып төшә.
Speech – инсульт булғанда кешенең телмәре боҙола.
Time – “Ашығыс ярҙам”ды саҡыртыу мотлаҡ, ярҙам итеү өсөн тәүге дүрт-биш сәғәт мөһим.
Баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолғанда, һауыҡтырып булмаҫлыҡ участкаларҙан тыш, ҡан әйләнешен тергеҙгән осраҡта ҡотҡарып ҡалырлыҡ зона ла формалаша. Быны 4-4,5 сәғәт эсендә эшләргә мөмкин. Ошо ҡиммәтле ваҡытты табиптар “терапия тәҙрәһе” тип атап йөрөтә, шуға күрә инсульт билдәләре күҙәтелгән ауырыуҙы мөмкин тиклем тиҙерәк махсус стационарға илтергә кәрәк. Табиптар сирлене тромбтан ҡотолдороу һәм баш мейеһендәге ҡан әйләнешен тергеҙеү өсөн тырышасаҡ.
Сирҙе иҫкәртеү ысулдары һәр кем өсөн айырым билдәләнә. Кешенең енесенә, йәшенә, расаһына, генетик үҙенсәлектәренә лә бәйле ул. Беҙ был факторҙарҙы үҙгәртә алмайбыҙ. Әммә һәр беребеҙҙең ҡулдан килгән әмәлдәр ҙә бар. Артериаль гипертония, тәмәке тартыу, йөрәк ритмы һәм липид алмашыныуы боҙолоуы, физик әүҙемлек кәмеүе, һимереү, дөрөҫ туҡланмау – сиргә килтергән төп сәбәптәр. Айырыуса артериаль гипертония хәүефле факторҙарҙың береһе булып тора. Ул төбәктең географияһы һәм кешенең этник сығышы менән бәйләнмәгән. Тимәк, уны иҫкәртергә, тормош рәүешен үҙгәртергә мөмкин.
Тикшеренеүселәр әйтеүенсә, инсульт кисергән кешеләрҙең 10 проценты тулыһынса һауыға. Организмдың шәхси үҙенсәлектәренән тыш, бында невролог, психолог, логопед, шәфҡәт туташтары, физик реабилитация белгестәре һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәренең өлөшө ҙур. Һауығыуға баш мейеһенең зарарланған участкаһының ҙурлығы, пациенттың йәше, башҡа сирҙәренең булыу-булмауы, эмоциональ торошо кеүек факторҙар ҙа тәьҫир итә. Айырыуса тәүге йылда юғалтылған функцияларҙың күбеһе тергеҙелә.
Инсультты иҫкәртеү өсөн хәүеф факторҙарын күҙаллағыҙ: тәмәке тартаһығыҙмы, әүҙем хәрәкәтләнәһегеҙме, аритмия һәм башҡа йөрәк сирҙәрегеҙ бармы, шәкәр диабеты йәки миокард инфаркты, инсульт кеүек сирҙәр туған-ырыуығыҙҙа элек күҙәтелгәнме һәм башҡалар. Йылына бер тапҡыр булһа ла артериаль баҫымды, тән ауырлығын асыҡлау, холестерин һәм глюкоза кимәлен белеү өсөн поликлиникаға барырға кәрәк.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.