Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Декабрь 2020, 18:56

Эт, бесәй хужаларына ҡағыла…

Кеше электән үк ҡырағай хайуандарҙы үҙенә эйәләштереп уларҙы хужалыҡта, көнкүрешендә файҙалана, күңеле өсөн аҫрай.

Бөгөн дә һәр бер ғаиләлә тиерлек йорт хайуандары тәрбиәләнә. Шуны оноторға ярамай — эт, бесәй йә башҡа хайуанды йортоғоҙҙа тотаһығыҙ икән, һеҙ уларҙың яҙмышы, сәләмәтлеге, үрсеме һәм хәүефһеҙлеге өсөн тулыһынса яуап бирәһегеҙ.
Ҡырағай тормошта бесәйҙең ғүмере 3-4 йыл ғына дауам иткән, шуға күрә тәбиғәт уларҙың тыуымын күтәргән. Бесәйҙәр йылына 3-4 тапҡыр балалап, 3-әр, 6-шар бала килтерә. Ни өсөн шулай килеп сығыуын аңлау ауыр түгел, сөнки тирә-яҡта хәүеф-хәтәр күп. Көсһөҙ хайуандарға көслөрәктәре һунар итә, улар төрлө паразиттар, вирустар арҡаһында ла һәләк була, тороп ҡалғандары ғына артабан үрсей.
Әммә кеше эргәһендә йәшәй башлау менән бесәйҙәргә ашарға табыу, йәшәү шарттары еңелләшә. Сирләгән осраҡтарҙа ла улар ветеринарҙар, заманса дарыу һәм туҡлыҡлы, витаминлы аҙыҡтар ярҙамында тиҙ аяҡҡа баҫа. Һөҙөмтәлә 15-20 йыл йәшәй ала.
Бына был осраҡта уйланырға урын бар. Сәләмәт бесәй йылына 9-24 бесәй балаһы килтерә, яҡынса 10 тип һанайыҡ. Инә бесәй бер йәшендә балаларға әҙер була. Тыуған 10 бесәй балаһының 5-еһе ҡыҙыҡай икән, тимәк бер йылдан улар ҙа үҙ сиратында тоҡом килтерәсәк. Ҡыҫҡаһы, 5 х 10= 50 һәм йыл һайын 10-ар бала тапҡан инә бесәйҙе лә онотмайбыҙ. Шулай итеп, 60 баш бесәй балалары һәм 11 оло бесәй. Өс йылда 66 баш, нисек һеҙгә?
Яратҡан бесәйебеҙҙең ишәйеүенә юл ҡуйыу сәбәпле ошондай күренештәргә тап булабыҙ. Бөгөн хужаһыҙ йөрөгән берәҙәктәр һаны ла, уларҙы “изге ҡулдар”ға тапшырырға теләүселәр ҙә байтаҡ. Тик тыуған бесәй балаларының барыһына ла эйәләр табылып бөтмәй, шуға күрә мыяубикәләр урам буйында ҡала. Хужаға мохтаж хайуандарҙың һаны, уларҙы алырға теләүселәрҙекенән күпкә артыҡ. Бының сәбәбен яҡшы аңлағанда, ни эшләргә кәрәк тигән һорау тыуа һәм дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙың тоҡом килтереүен уның хужаһы контролдә тоторға тейешлеге асыҡлана.
Чиновниктар был мәсьәләне үҙҙәренсә, кешелекһеҙ, яуыз алым менән тормошҡа ашыра. Улар хайуандарҙы тотҡонға ала һәм мәңгелеккә “йоҡлата”. Ләкин проблема сиселмәй, үлтерелгәндәр урынына яңылары үҫә. Алға киткән илдәрҙә йорт хайуандарының теләнмәгән тоҡом килтереүен кешелекле һәм сифатлы юл менән хәл итәләр. Ул да булһа инә енесле хайуандарҙы стерилләү алымы.
Был бик алға киткән һәм файҙалы сиселеш. Иң яҡшы яғы — бесәй, эттәрҙең һанын күҙәтеү, берәҙәктәрҙең кәмеүе. Икенсенән, хайуандарҙың сәләмәтлеге яҡшыра, ғүмере оҙая, пороцедура улар өсөн зарарһыҙ. Таҙартылған инә бесәйҙәр йорттан ситкә сығып китмәй, йоғошло сирҙәр эйәртеп ҡайтмай.
Хайуандарҙы урам буйына, сүплектәргә ырғытыу, үлтереү — енәйәт, ә кәрәкһеҙҙән уларҙы үрсетеү, стерилләнмәгән эт, бесәйҙәрҙе йонсотоу — тәртипһеҙлек. Ҡайһы бер кешеләр операция эшләтмәй дарыуҙар биреү менән генә ҡотолоуҙы хуп күреп хаталана. Гормонлы дарыуҙарҙы йыш биреү эндокрин системаһының эшмәкәрлеген боҙа һәм төрлө сирҙәрҙе барлыҡҡа килтерә.
Дилара Бәҙретдинова яҙып алды.
Читайте нас: