Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Декабрь 2020, 14:38

Тел байлығы — ил байлығы

Республикабыҙҙа иғлан ителгән “Башҡорт теле йылы” тамамланыуға табан бара.

Эйе, районыбыҙҙың 90 йыллыҡ тарихында уҡытыусылар, шул иҫәптән туған телдәр мөғәллимдәре лә ярайһы уҡ юғары урын биләй. Әлбиттә, районыбыҙ күп милләтле: башҡорттар, рустар, татарҙар, сыуаштар, латыштар һәм башҡа милләт кешеләре татау һәм дуҫ булып ғүмер кисерә.
Башҡа милләт вәкилдәре менән бер рәттән башҡорттар: Абҙан, Аҙау, Тирәкле, Айытмәмбәт, Оҙондар, Тәүәкәс, Көмәрле, Ҡыҫынды, Убалар һәм башҡа ауылдарҙа донъя көтә. Балалар үҙ телендә һөйләшә һәм мәктәптәрҙә туған халҡының рухи байлығын өйрәнә. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, элек күп ауылдарҙа йә башланғыс, йә ете йыллыҡ мәктәптәр генә булған, ә уҙған быуаттың икенсе яртыһында ҙурыраҡ башҡорт ауылдарында урта мәктәптәр асыла.
1919 йылда Башҡорт АССР-ы төҙөлгәс, республикабыҙҙа милли мәғарифҡа иғтибар арта, башҡорт телендә матбуғат баҫмалары булдырыла. Шулай итеп, халҡыбыҙ үҙ еренең хужаһы, үҙ теленең илһөйәре булып формалаша. Әйтергә кәрәк, районыбыҙҙа башҡорт телен уҡытыуға, балаларыбыҙҙы милли рухта тәрбиәләүгә уҙған быуаттың аҙаҡтарында ғына ныҡлы иғтибар бүленә башланы. Ә һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне. Беҙҙә белем алыусылар урта махсус, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, тыуған яғының данын арттырыусы уҡытыусы, артист, йырсы һәм башҡа һөнәр кешеләре булып китте.
Һәр мәктәптә үҙ эшен яратып, барлыҡ белемен һәм тырышлығын һалып тир түккән Венера Шаһиева (Оҙондар), Хәлиҙә Сәфәрғәлина, Флүрә Иҙрисова (Абҙан), Бибитаһира Хисамова, Вәғизә Аҡкилдина (Аҙау), Фәүриә Басирова (Максим Горький) һәм башҡалар күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән.
Хаҡлы ялдағы Зәйтүнә Ямансарова (Көмәрле), Рәшиҙә Баязитова, Ғәлиә Юлбарисова (Благовещенка), Әлмира Юламанова, Раҡия Заһиҙуллина, Хәмдиә Юлъяҡшина (Убалар), Нәсимә Юлмөхәмәтова, Ғәйшә Муллағәлимова (Тәүәкәс), Миңнира Динисламова, Вәсилә Сәфәрғолова (Муллаҡай), Зәғәфүрән Ғафаров, Гөлшат Ғилманова, Минзилә Йомағужина (Зәйет, Ҡыҫынды), Нәжибә Вәлиева, Әлфирә Баһаүетдинова, Әнфирә Ғәлиәкбәрова (Тирәкле), Зилә Фәйзуллина, Фәйрүзә Сәләхетдинова, Рәйхана Әхмәтйәнова, Римма Сәлихова (Архангел), Зифа Рәшитова (Максим Горький) һәм башҡа бик күптәрҙең 30-40 йылдар дауамындағы намыҫлы хеҙмәте оло баһаға, ихтирам һәм иғтибарға лайыҡ. Уҡыусыларыбыҙ төрлө бәйгеләрҙә, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа көс һынашып, район данын яҡланы. Күптәре тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары булып китте. Тормош ҡуйған ниндәй сетерекле шарттарҙа ла улар баҙап ҡалманы, ең һыҙғанып эшләүҙәрен дауам итәләр.
Әлеге көндә район мәктәптәрендә балаларға белем һәм тәрбиә биреүсе тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары ла заман талаптарынан артта ҡалмай, һәр яңылыҡты үҙләштереп алға барыуын дауам итә. Киләсәктә лә телебеҙ йәшәһен, үҫһен, тәрән тамырҙары йомшармаһын, тип теләргә генә ҡала.
Нәсиә Йосопова , педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: