Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Декабрь 2020, 13:14

“Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа…”

Әсәй — ерҙә иң ғәзиз, иң яҡын кеше.

Әсәй — ерҙә иң ғәзиз, иң яҡын кеше. Ул һине тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙгән, бишек йырын көйләп тибрәткән, беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанған, туған телде өйрәткән, уның йыр-моңон күңелгә һеңдергән ғәзиз кеше. Йәнендә һиңә ҡарата тик һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә һүҙҙәр йөрөткән гүзәл әсәйҙәр! Һәр беребеҙ өсөн Әсә – изгелек һәм шәфҡәтлелек, ышаныс һәм тоғролоҡ, сабырлыҡ һәм мөләйемлек өлгөһө булып тора.
Орловка ауылында Мария һәм Рәсим Хәбибуллиндарҙың йәш ғаиләһе бөгөн алты бала тәрбиәләй. Уларҙың береһенән-береһе матур улдары һәм ҡыҙҙарына ҡарап “күҙ теймәһен” тип әйтеп ҡуяһың. Оло улдары Ванирға — 14 йәш, унан килә Диана, Венер, Лиана, Эльвина һәм һигеҙ айлыҡ Ризат. Оло апайҙары һәм ағайҙары Ҡыҙыл Еҙем мәктәбендә белем алғанда Эльвина менән Ризат өйҙә — әсәләре янында.
— Мин алыҫ Ҡаҙағстанда тыуғанмын. Атайым шул яҡтарҙыҡы, — тип, үҙе һәм ғаиләһе менән таныштыра башланы Мария Михайловна. — Әсәйем Рәсилә Рәхимйән ҡыҙы — Төркмән ауылынан. Бишенсе класта уҡығанда Башҡортостанға Горный ауылына күсеп ҡайттыҡ. Максим Горький мәктәбендә белемемде дауам иттем. Артабан Архангелдәге һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәрен үҙләштерҙем. Буласаҡ тормош иптәшем менән Горныйҙа таныштыҡ. Ул ваҡытта Зәйет егеттәре йыш ҡына беҙҙең ауылға килеп йөрөйҙәр ине. Шулай сираттағы бер сәфәрҙәрендә Рәсим менән ҡараштарыбыҙ осрашты. Башҡалар кеүек йылдар, айҙар буйы дуҫлашып та йөрөмәнек, танышыуыбыҙҙың өсөнсө көнөндә бер-беребеҙгә кәрәк икәнлегебеҙҙе аңлап, өйләнешергә уйланыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, яҙмышыбыҙ тәүге күреүҙән үк хәл ителде.
Ҡайным менән ҡәйнәм дә мине йылы ҡабул итте. Ҡәйнәм Фәнилә Фәхретдин ҡыҙы бик аҡыллы, сабыр ҡатын. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йән атып тора. Мин уға тәүге көндән үк “әнкәй” тип өндәштем. Килен кеше балаһы тиһәләр ҙә, үҙ балаһы кеүек күрҙеләр. Уларҙың ярҙамы, яҡшы мөнәсәбәте арҡаһында, алты бала табырға батырсылыҡ иттем.
Әсәлек — минең булмышым. Беренсе улым донъяға килгәндән һуң, мин шуны аңланым. Һәр балабыҙ көтөп алынған мөхәббәт емеше. Ғаиләлә тыныслыҡ, аңлашыусанлыҡ, ышаныслы ирең, яҡындарың һәм иң мөһиме ҡатын-ҡыҙҙың һаулығы булғанда бала табыуҙан ҡурҡырға ярамай.
Бөгөн күптәр: “Донъя ауыр. Ниңә күп итеп бала табырға!”— тип бара. Мин был фараз менән риза түгел, сөнки һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән сабыйҙар бер-береһенә, ата-әсәһенә ярҙам итергә, эшкә, олоно ололарға, кесегә кеселекле булырға, хәстәрлек күрергә өйрәнә. Улар аҙаҡ үҙ ғаиләләрен ҡорған осраҡта ла берҙәм ҡала, туғандарын ташламай. Беҙҙең ул һәм ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ошо йүнәлештә тәрбиәләнә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ысынбарлыҡта бер бөртөк балаһын туҙан, ел тейҙермәй әпәүләп үҫтереүселәр үҙҙәре ҡартайған көндәрендә ҡарттар йорттарына барып эләгә, йәки бөтөнләй яңғыҙлыҡта ҡәҙер-хөрмәт күрмәй йәшәй. Итәк тултырып бала тәрбиәләүселәр, киреһенсә, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Балаларыбыҙ мәктәптә рус телендә һөйләшһәләр ҙә, өйҙә күберәк иремдең туған телендә аралашырға тырыша. Мин башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итәм, һәр милли байрамдарҙы, аяттарҙы үткәреп торабыҙ. Беҙҙең ғаиләлә һинеке, минеке тигән төшөнсә юҡ. Шуғалыр ҙа Рәсим менән татыулыҡта, хөрмәттә йәшәйбеҙ.
Йәш булһам да, мин байтаҡ тормош тәжрибәһен туплап өлгөргәнмен. Әсәйем бәләкәйҙән түҙемле, ғәҙел, киң күңелле булырға өйрәтте. Ғаиләләге һауа торошо әсәйҙең кәйефенән, ҡылығынан тора. Саҡ ҡына сирләп китһәң, йәки бошонһаң бәләкәстәрем шунда уҡ:”Әсәй, ниңә көлмәйһең?” — тип йүгерешеп йөрөйҙәр. Уларға күңелһеҙ, ауыр булмаһын тип йылмаяһың, үҙеңде ҡулға алаһың.
Һәр әсә кеше йәнен һалып, теше-тырнағы менән сабыйын ел-ямғырҙан ҡурсалап ғүмер итә. Мин дә шулай алты баламды һөйөп-наҙлап, улар өсөн янып йәшәйем. Ҡарттар әйткәнсә, бала бауыр ите. Дәүләт яғынан да булдырылған льготалар менән ҡәнәғәтмен. Шулай ҙа, баланы бит, иң тәү сиратта, дәүләт өсөн түгел, үҙең өсөн табаһың, — тип Мария бәпестәре менән булаша-булаша, эш араһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Марияны һәм башҡа барлыҡ әсәләрҙе мәртәбәле байрам менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә балаларығыҙҙың тормошта уңыштарға өлгәшеүен күреп, һәр ваҡыт шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Үҫеп етеп, улар һеҙгә үҙегеҙҙән алған изгелек һәм наҙ менән генә яуап бирһендәр.
Дилара Бадретдинова.
Альберт Рәхимов фотоһы.
Читайте нас: