Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
1 Декабря 2020, 08:50
Коронавирус ҡабат йоға
COVID-19 сиренең ауыр формаһын үткәргән кешеләр яңынан коронавирус йоҡтороу ихтималлығынан дүрт ай самаһына ҡотола ала, сөнки уларҙың организмында вирусты һаҡлаусы антиматдәләр юғары кимәлдә була.
Бындай һығымтаны Гарвард университетының Медицина мәктәбе һәм дөйөм профилле Массачусетс дауаханаһының инфекция бүлеге (АҠШ) белгестәре яһаған. Ғилми эш менән Science Immunology журналында танышырға мөмкин.
Аныҡлап әйткәндә, тикшереү үткәреү өсөн COVID-19 билдәләре бынан дүрт ай самаһы элек барлыҡҡа килгән 343 пациенттан ҡан алғандар, уларҙың 93% самаһы коронавирус сиренең ауыр, госпиталгә һалыу талап ителгән формаһын үткәргән.
Ғалимдар ҡан плазмаһында булған төрлө антиматдәләрҙең, йәғни SARS-CoV-2 һөжүменә ҡарата иммун системаһы эшләп сығарған аҡһымдарға вирустың сәнскәкле аҡһымы нисек тәьҫир итеүен тикшергән. Билдәле булыуынса, тап ошо “сәнскәк” ярҙамында патогендар күҙәнәктәргә инә.
Һөҙөмтәләрҙе пандемия башланғанға тиклем алынған мең ярым кешенең ҡан өлгөләре менән сағыштырғандар. Унан инде түбәндәгеләр асыҡланған. Баҡһаң, иммунитеттың вирусҡа ҡарата тотороҡлолоғон билдәләгән IgG класлы антиматдәләр сирҙе ауыр формала үткәргән кешеләрҙә дүрт ай үткәс тә юғары кимәлдә ҡала.
Вирусты нейтралләштергән антиматдәләрҙең әүҙемлеге был арауыҡта кәмемәй тиерлек. Шулай итеп, COVID-19 сиренең ауыр формаһын үткәргән кешеләр яңынан коронавирус йоҡтороу ихтималлығынан кәмендә дүрт ай самаһы ышаныслы һаҡланған була, ти ғалимдар.
Антиматдәләрҙең IgA һәм IgM төрҙәренә килгәндә (IgG-ға ҡарағанда тиҙерәк бүленеп сығалар), улар уртаса алғанда ике ай ярым йәки унан да аҙыраҡ ваҡыт эсендә организмдан юҡҡа сыға, шуға күрә пациенттарҙың организмында тап ошо антиматдәләрҙең юғары концентрацияһы күҙәтелә икән, тимәк, кеше коронавирусты һуңғы ике ай эсендә йоҡторған.
Белгестәр, танау ҡыуышлығынан алынған ҡәҙимге полимераз селтәрле реакция тесты (ПЦР-тест) тиҙ арала һиҙгерлеген юғалтҡанға күрә, сир билдәләре оҙаҡ үтмәгән осраҡта, антиматдәләргә лә тест тапшырырға тәҡдим итә. Был коронавирус инфекцияһы йоҡторғандарҙы анығыраҡ асыҡларға ярҙам итер ине, ти ғалимдар.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"