Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Декабрь 2020, 14:19

Күҙҙәрҙә осҡон — йөрәктә дәрт

Халыҡ-ара студенттар көнө Чехияның илһөйәр студенттары хөрмәтенә арналған.

1939 йылдың 28 октябрендә фашистар тарафынан баҫып алынған Чехословакияла Прага студенттары һәм мөғәллимдәре, Чехословакия дәүләте барлыҡҡа килеү көнөн (1918 йылдың 28 октябре) билдәләп, демонстрацияға сыға. Әммә был акцияны ғәскәрҙәр ҡаты туҙҙыра. Шул мәлдә медицина факультеты студенты Ян Оплетал атып үлтерелә.
Ян Оплеталды ерләү көнө 1939 йылдың 15 ноябрендә йәнә ҡаршылыҡ акцияһына әйләнә. Хәрәкәттә ҡатнашҡан тиҫтәләгән кеше ҡулға алына. 17 ноябрҙә гестаповсылар һәм эсэссылар иртүк студенттарҙы ҡамап ала. 1,2 меңдән артыҡ йәш кеше ҡулға алына һәм Заксенхаузендағы концлагерға ябыла. Студенттар хәрәкәтенең 9 активисын Праганың Рузина районында төрмәлә судһыҙ язалап үтерәләр. Гитлер әмере буйынса, Чехияның барлыҡ юғары уҡыу йорттары һуғыш тамамланғансы ябыла.
Ошо ваҡиғалар хөрмәтенә Бөтә донъя студенттар конгрессында Халыҡ-ара студенттар көнө билдәләнә.
Бөгөн был көн заман студенты өсөн иң күңелле байрамдарҙан һанала. Һәр йәш кеше үҙенең уңыштарына шатлана, хаталарынан һабаҡ ала. Мәртәбәле көнөндә барлыҡ уҡыу йорттарының талиптары берләшә, яңы таныштар арта. Белем усаҡтарында ижади кисәләр, “Асыҡ ишек”тәр көнө, күргәҙмәләр, осрашыуҙар, конференциялар һәм башҡа саралар ойошторола.
Районыбыҙ студенттарға бик бай. Улар белемдәрен төрлө уҡыу йорттарнда дауам итеп, күңелдәренә оҡшаған һөнәргә эйә була. Тирәкле студенттарына килгәндә, улар элек-электән саялыҡтары, һәр яҡшы башланғыста әүҙемлектәре һәм тырышлыҡтары менән айырыла. Һуңғы йылдарҙа мәктәпте тамамлап, артабан үҫеү маҡсатынан йыраҡ тарафтарға таралған егет һәм ҡыҙҙар сит ерҙә булыуҙарына ҡарамаҫтан, кесе Ватаныбыҙҙың хәле тураһында һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тора. Ошондай илһөйәр йәштәребеҙ булғанда беҙҙең киләсәк ышаныслы.
Хәсәнова Әлиә Булат ҡыҙы — Өфө дәүләт нефть университеты магистратураһының техносфера хәүефһеҙлеге, нефть-газ сәнәғәтендә техник хәүефһеҙлек факультетының I курсында белем ала. Ғәниев Инсаф Миңнулла улы — Өфө дәүләт авиация университетының ИАТМ — авиация технологиялары һәм материалдары институты факультетының — III, Ғафарова Зөлфиә Әхәт ҡыҙы — Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологияһы факультетының — I, Шәмсетдинова Таңһылыу Фәрит ҡыҙы Аҡмулла исемендәге педагогия университетының филологик белем һәм мәҙәниәт-ара коммуникация институтында — II, Хәйретдинова Лилиана Шамил ҡыҙы Башҡорт дәүләт медицина университетының медик-профилактик эштәр факультетында — VI, Ғафарова Алина Әхәт ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультетында, Фәйрүзов Рәсим Ришат улы — Рәсәй дәүләт туризм һәм сервис университетының — III, Хәйретдинов Денис Шамил улы “Рәсәй халыҡтар дуҫлығы” университетының инженер академияһында — I, Ғәзизуллина Айгөл Виктор ҡыҙы Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетында — III, Ғәниев Азамат Марат улы Өфө дәүләт нефть университетының — IV, Фәйрүзов Айҙар Ришат улы “Рәсәй халыҡтар дуҫлығы” университетының “Тау эштәре” академияһының — II, Йыһаншина Ләйсән Айрат ҡыҙы Башҡорт дәүләт медицина университетының “Дауалау эштәре” факультетында — VI, Ғәниев Заһир Наил улы Өфө дәүләт авиация университетының авиация двигателдәре факультетында — II, Хәйретдинов Нияз Фанияз улы Аҡмулла исемендәге педагогия университетының физик культура факультетында — II, Шәрәфетдинова Гүзәл Айбулат ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультетында — I, Ғәниев Таһир Наил улы Өфө дәүләт авиация техник университетының ФАДЭТ факультетында — I, Хәйретдинова Гүзәлиә Фанияз ҡыҙы Өфө медицина колледжының лаборатор диагностика бүлегенең — I, Хаметов Илмир Ильнур улы Башҡорт дәүләт университетының “Туризм һәм ер тураһында фән” факультетының — I курсында белем ала. Әле һанап үтелгән йәштәр районыбыҙ студенттарының бер өлөшө генә. Юғары уҡыу йорттарында, һөнәри колледждарҙа һәм башҡа ерҙәрҙә һабаҡ алған яҡташтарыбыҙҙың барыһы ла тыуған республикабыҙ, районыбыҙ мәнфәғәтенә тырышып белем ала, һөнәр үҙләштерә. Өлгөрлөк буйынса уларға көнләшергә генә ҡала. Бөгөнгө студенттарыбыҙ бер юлы белем алып та, эшләп тә өлгөрә, шул арала төрлө сараларҙа ҡатнашырға, тыуған яғына ҡайтып әйләнергә лә форсат таба.
Ҡыҙыҡлы факттар:
Тәүге студенттар дүрт йылдан да артыҡ уҡымағандар. Башта белемде тик ир-аттар ғына алған. XII быуатта уҡытыусылар составы ла студенттар тип аталған. Тәүге университеттар үҫешкән мәлдә студенттарға школяр тип өндәшкәндәр. Студенттар бик ышаныусан халыҡ. Японияла мәҫәлән, улар имтиханға “KitKat” шоколадын ала. Ул йәнәһе лә “Мотлаҡ еңәсәкмен!” тигән фразаға оҡшаш һәм еңеүгә этәрә. Абитуриент һүҙе латин теленән тәржемә иткәндә “китеүсе” тигәнде аңлата. Был һүҙ менән уҡыу йортон ташлап китеүселәрҙе атағандар. 50-се йылдарҙа СССР-ҙа уны дөрөҫ тәржемә итмәү сәбәпле, яңы уҡырға килеүселәрҙе абитуриент атай башлағандар.
Студенттар араһында байрам көндә асыҡ тәҙрә аша башыңды һоноп, зачетканы елпеп “Халява, приди!” тип ҡысҡырыу, ә үтеп барыусылар: “Уже в пути!” тип яуаплау күренеше йәшәй. Был алым имтихандар алдынан да киң ҡулланыла.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: