Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Декабрь 2020, 15:41

Итәктә саҡта һөйҙөрә, итәктән төшкәс көйҙөрә

Малайҙарымдың бәхете булһын, ҡыҙҙарым нисек тә йәшәр, ти торғайны ҡәйнәм.

Әллә беҙгә — килендәренә ышанмаймы, әллә улдары уға ошаҡ ташыйҙармы икән, тип аптырай торғайным. Ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә олоғайып барғанда ғына төшөндөм.
Юл йөрөгәс, төрлө кешеләр менән осрашып, төрлө яҙмыштар хаҡында ишетергә тура килә. Рәсимәне тыңлап (әсәнең исеме үҙгәртеп алынды), бөтөнләй уйға сумғанмын, һөйләүенән туҡталғас, һиҫкәнеп киттем. Берҙән-бер улының яҙмышы борсой уны.
— Мәктәпте тамамлағас, Төркиәгә уҡырға китергә тәҡдим иткәндәр ине. Ҡайҙа инде ауыл кешеһенә, тиҙ генә йыйналдырып сығарып ебәреп буламы баланы? Өҫтәүенә йүнле-башлы кейеме лә юҡ, юллыҡ аҡсаны ла хәстәрләй алманыҡ. Ссуда юллағайныҡ та, оҙаҡҡа һуҙылды. Йә теге ҡағыҙы эшкинмәй, йә быныһы.
Билдәләнгән ваҡыт уҙҙы ла китте. Улыбыҙҙың күңеле һүрелмәһен тип, аграр университетҡа документтарын тапшырҙыҡ. Шөкөр, имтихандарын уңышлы биреп, уҡырға инеп китте. Яңы йылға тиклем күңелле генә йөрөнө, бер ҡыҙ менән танышып, ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Ҡыҙҙың йәше олораҡ булғас, улым, уҡыуыңды онотма, өйләнергә ашыҡма, тип киҫәтеп тә ҡуйҙым. Шулай аҙна һайын ауылға ҡайтып йөрөй башланылар. Ҡыҙым менән дә дуҫлашты ҡунағыбыҙ, клубҡа сығып әйләнәләр. Беренсе курсын тамамлап килә улыбыҙ, теге ҡыҙ менән һәр саҡ бергәләр. Беҙ ни, ауыл кешеһе, аҡты-ҡараны аңлап та етмәйбеҙ. Ата-әсәһе менән танышырға ине, ни уйлайҙар икән, былай бергә булғас, бер сараһын күрергә кәрәк, тим. Никах уҡытайыҡ, тип әйтеп тә ҡараным. Береһенең дә яуабы юҡ. Ике ҡатындың һүҙе берегер тип, атаһы миңә баҫым яһай. Улай ҙа килеп сыҡмай. Улыбыҙға ҡатыраҡ бәрелһәк, бер-бер хәл ҡылмағайы, тип ҡурҡабыҙ. Үҙ-ара татыу күренәләр.
Бер көн иртән улым йоҡлай, ҡунаҡ ҡыҙ күренмәй. “Әллә үпкәләп ҡайтып киттеме?” — тип һорайым. Ҡыҙым да, улым да өндәшмәйҙәр. Иртәнге сәйҙән һуң икеһе лә юҡ булды. Ҡалаға китер ваҡыттары етә, уҡыуына һуңлап, ҡыуылып ҡуймаһын, тип тә ҡурҡытыла. Ниһайәт, оҙаҡҡа һуҙылған тынлыҡ юҡҡа сыҡты. Бар яңылыҡ бер юлы ябырылды. Улым менән үпкәләшеп, икенсе берәүҙәргә ҡуна киткән икән. Өйҙә тауыш ҡупты. Теге ҡыҙ эсеү-тартыуҙан да тартынмай, егеттәрҙе лә тиҙ алыштыра булып сыҡты. Улымдың да ауыҙы асылды: “Бынан ары һинең менән осрашмайым да, һөйләшмәйем дә, алып та ҡайтмайым!” — тип ҡырт киҫте. Шулай сиселде йомғаҡ. Икеһе ике юл менән ҡалаға тайҙылар, тыныслыҡ та бөттө.
Хәбәр-хәтәр юҡ, аҙна аҙағын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Байтаҡ ваҡыт үткәс, теге ҡыҙ бер үҙе генә килеп яр һалды. Балаға уҙған икән. Уның ҡарауы улыбыҙ бөтөнләй ҡайтып та әйләнмәй. Кеше балаһын нисек ҡыуып сығарыһың, уҡымай ҙа, эшләмәй ҙә икән, ята бирә ауылда. Күршеләрҙән дә оят, ни тип әйтергә лә белмәйем, ауҙыма һыу уртлағанмынмы ни?! Шулай бер көн улыбыҙ ҡайтып төштө лә атаһы менән Себергә юлланды. “Мин ҡайтҡансы өйҙә булмаһын. Инәй, кеше балаһын аҫрап ятма”, — тине. Эскән-тартҡан әсәйҙән йүнле бала тыуамы тип тә уйлайым, улыма ла дошман булғым килмәй, ике ут араһында ҡалдым. Теге ҡыҙ өйгә ҡайтып ҡунмай башланы. Минең дә түҙемлек бөттө, ауылда сер юҡ инде ул. Улымдың башынан көлөп йөрөүе һарыуымды ҡайнатты. Беҙҙә торғас, килендәре тиҙәр бит. Бер көн шулай һүҙ башланым. Шуны ғына көткән икән.
— Мин атайһыҙ бала аҫрарға йыйынмайым, тапҡас, һеҙҙә ҡалдырып китәм, — тимәһенме.
Ә улым асыҡтан-сыҡ, бала минеке түгел, ти. Вахтаһы бөткәс, атаһы ҡайтып, әйләнә, ә улым тороп ҡалды. Минең дә бирешергә самам юҡ, киттем ҡалаға ҡыҙҙы эйәртеп. Барһам, ни күҙем менән күрәйем, зәңгәр төтөн эсендә бер ир менән ҡатын гәпләшеп ултыра. Ятыр-торор урынды һөйләп тораһы ла түгел. “Ҡыҙығыҙҙы килтерҙем, башҡаса уны аҫрай алмайым” , — тип саҡ сығып ысҡындым. Ни булғандыр ахыры, ярай әле килеп теңкәгә тейеп йөрөмәне.
Айҙар, йылдар үтте, улымдың да күңеле бер аҙ баҫылды шикелле. Өйләнергә кәрәк, олоғайып та бараһың, тибеҙ. Тағы берәй елбәҙәк эләгеп ҡуйыуҙан ҡурҡып, ауылда үҫкән ҡыҙҙарҙың исемдәрен барлап сығабыҙ. Бер кирегә китһә, китәлер инде, теге йәш ҡыҙҙарҙы күрмәй ҙә, белмәй ҙә. Үҙенән ун йәшкә оло, ирҙән ҡайтҡан бер балалы ҡатынға эйәләште. Өйгә ҡайтып та кермәй, шунда ғына ҡуна башланы.
Ул тапһаң атайҙар һөйөнә лә бит, ҡыйынлыҡтар тыуһа, инәйҙәр ғәйепле шул.
— Ана, улың аҙып-туҙып йөрөй, йүнләп тәрбиәләмәгәнһең, — ти ирем. Миңә тейә сыбыҡтың осо. Улым менән һөйләшеп тә ҡарайым, бер көйгә лә килтереп булмай. Инде хәҙер хәҙер атаһы ла ҡырт киҫте:
— Мир ҡалдығын өйөмә индерәһе булма, шуға өйләнһәң, минән изгелек көтмә, — тине. Тағы ике ут араһындамын. Бәләкәй саҡта беләккә ауыр, ҙурайғас, йөрәккә ауыр, тигәндәре шулдыр инде, — тип уфтанды әсә кеше.
Был ваҡиғаны миңә һөйләүенең мәғәнәһе шул: кәңәш һорай икән. Ә мин иһә бала яғындамын. Ат эйәһендә аҡһамай, йәне теләгән йылан ите ашаған, бәлки уларҙан да бәхетле кеше булмаҫ, тим. Ә ир менән ҡатын бөгөн үпкәләшә, иртәгә яраша, тигәндәй.
Тормошто бер ҡалыпҡа һалып “эйе”, “юҡ” тип кенә әйтеп тә булмай, әммә баланы йәштән тәрбиәләргә кәрәк. Һуңлап ҡуйыуың да бар.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: