Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
27 Ноябрь 2020, 11:21

Йылға флоты тергеҙелә!

Илдәге иҡтисади көрсөккә ҡарамай, һыу транспорты кәрәкле һәм килемле тармаҡ булып ҡала. Был аңлашыла ла – ул йөк ташыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы: үҙҡиммәте лә түбән, экологик йәһәттән дә файҙалы. Был турала республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Фейсбукта” яҙҙы.

Илдәге иҡтисади көрсөккә ҡарамай, һыу транспорты кәрәкле һәм килемле тармаҡ булып ҡала. Был аңлашыла ла – ул йөк ташыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы: үҙҡиммәте лә түбән, экологик йәһәттән дә файҙалы. Был турала республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Фейсбукта” яҙҙы.
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең республиканың йылға флоты 2017 йылда тулыһынса тиерлек "үлде", шул саҡта “Башҡортостан йылға пароходлығын” банкрот тип танынылар. Ә уға тиклем бер нисә йыл дауамында йөк транспортын да, пассажир транспортын да йә һаттылар, йә иҫәптән сығарҙылар. Иң һуңғы тыны менән судно ремонтлау һәм төҙөү заводы ғына эшләп маташа ине.
Был завод “Башҡортостан йылға пароходлығының” ҡарамағындағы предприятие ине һәм ул да бурыстарға батып бөткәйне. Был хәл республика хужалығында тәртип булмау арҡаһында килеп сыҡты. Хөкүмәт предприятие етәкселеге менән хеҙмәттәшлек итә алмаған. Әле беҙ барыһын да төҙәтергә тырышабыҙ. Йылға пароходлығын аяҡҡа баҫтырырға йыйынабыҙ, бының өсөн ресурстар бар. Предприятиены нығытыу өсөн уны “Өфө йылға порты” һәм “Өфө порты” менән берләштерәсәкбеҙ. Төбәктең ҡом, гравий, ҡырсынташ, техник тоҙ һәм башҡа тауар етештереүҙе һәм ташыуҙы арттырыу мөмкинлеге бар. Предприятиеның килеме барлыҡҡа киләсәк һәм флотты яңырта аласаҡтар. Һуңғараҡ яғыулыҡ-заправкалау причалы төҙөп тә буласаҡ.
Әйткәндәй, халыҡтан да күп тапҡыр туристик пароход маршруттарын тергеҙеүҙе һорауҙарын ишеттек. Тимәк, ихтыяж бар. Айырыуса, коронавирус арҡаһында кешеләрҙең ситкә сыға алмауын иҫәпкә алғанда, был көнүҙәк. Шулай булғас, туристик маршруттарҙы тергеҙәсәкбеҙ. Киләһе йылдан уҡ Өфө халҡы яңы теплоходтарҙа йөҙөп Башҡортостан тәбиғәте менән һоҡлана аласаҡ.
Беҙ аңлайбыҙ, йылға транспортын үҫтереү – төбәк иҡтисады үҫешенең мөһим йүнәлеше. Һәм бында беҙгә бер генә нимә етмәй – тәртип. Тимәк, уны тиҙ һәм һөҙөмтәле рәүештә булдырасаҡбыҙ”, – тип яҙҙы ул.
Читайте нас: