Инйәр
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
17 Ноябрь 2020, 16:48

“Йылҡы малы йорт ҡуяны түгел”

Республикабыҙҙың аграр ведомствоһы белдереүенсә, йылҡысылыҡ тармағына ярҙам итеү маҡсатынан 2019 йылда Башҡортостанда 27,2 миллион һум аҡса бүленгән.

Максим Горький ауылында йәшәүсе Земфира һәм Рауил Ҡанафиндарҙың йәш ғаиләһе өс йылдан артыҡ малсылыҡ тармағының йылҡысылыҡ йүнәлеше менән шөғөлләнә. Ауыр заманда был ҡыйыу аҙым яһар алдынан ир менән ҡатын оҙаҡ уйлана, һәр нәмәне иҫәпләй, оҙаҡ йылдар КФХ менән булышҡандар менән тәжрибә уртаҡлаша. Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ тигәндәге кеүек Ҡанафиндар төплө ҡарарға килеп, халҡыбыҙҙың боронғо кәсебен үҫтереүгә ныҡлап тотонорға була. 2017 йылда районда “Яңы эш башлаусы фермерҙарға ярҙам” программаһында ҡатнаша һәм старт биреүсе 180 мең аҡсаға лайыҡ була. Шул уҡ йылды үҙҙәренең ике аттарына ҡуш итеп биш тай һәм ҡолондар һатып ала. Уҙған йылды хужалыҡҡа тағы ла тайҙар ҡайтарыла. Оло мал аҙбары һәм ҡуртымға алынған ялан кәртәһе кәртәләнеп алына.
— Электр көтөүсе булмағанлыҡтан йылҡылар кәртә эсендә тора. Борон башҡорттар аттарҙы бер ваҡытта ла һарайға бикләмәгәндәр. Малҡайҙар тибендә йөрөгән, был уларҙың һаулығы өсөн бик яҡшы, тип иҫәпләйем. Башҡорт тоҡомо, сыҙамлы, аҙығы — аяҡ аҫтында. Аҫраған кешеләргә лә йыл әйләнәһендә йылҡы малын һарай эсендә, ихатала тотоп ҡына аҫрау ауырға төшә. Ат йорт ҡуянs түгел, ул ирек һөйөүсе мал.
Бөгөн мине борсоған мәсьәлә — аттарҙы көтөргә буш яландар, көтөүлек юҡ. Булғандары ҡуртымда, йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында унда мал сығарып булмай. Ә йылҡы ауыл урамдарында күренеп кенә ҡалһа, шунда уҡ штраф “сәпәп” ҡуялар.
Ҡолас йәйеп эшләргә ошондай ҡыйынлыҡтар ҡамасаулай. Маҡсаттар ҙур — мал һанын ишәйтеп, ауыл халҡына яңы эш урындары биреп, үҙеңдең продукцияңды етештереп оло баҙарҙарға сығырға ине.
Йылҡы үрсетеү районыбыҙҙа тағы ла бер табыш алыу юлын аса. Халҡыбыҙҙың яратҡан ризыҡтары ҡымыҙ, ҡаҙылыҡты күпләп етештереүҙе тергеҙеү, әлбиттә, яҡшы башланғыс. Башҡа халыҡтар ҙа һуңғы ваҡытта йылҡы үрсетеүгә ныҡлап йәбеште, ер алалар, махсус программаларҙа ҡатнашалар. Урындағы ауыл кешеләре лә ошо эшкә ҡурҡмай дәррәү ҡушылһалар байтаҡ мәсьәләләргә икенсе күҙлектән ҡарарҙар һәм уны хәл итеү юлдарын табырҙар ине,— тип үҙ эшмәкәрлеге һәм хыялдары менән таныштырып үтте Рауил Канафин.
Дилара Бадретдинова.
Читайте нас: