Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
17 Ноябрь 2020, 17:12

Телмәр тәрбиәсеһе

Логопедия грек һүҙе. Логос — телмәр, педия — тәрбиә. Тимәк, телмәр тәрбиәләү. Логопед — ул өлкәндәр һәм балалар телмәрендәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүсе белгес. Махсус һайланған күнегеүҙәр, массаж, йә башҡа алымдар ярҙамында логопед кешеләргә өндәрҙе дөрөҫ әйтергә, артикуляция өҫтөндә эшләргә өйрәтә.

Логопед һөнәре бынан байтаҡ йылдар элек һирәк күренеш ине. Был әлбиттә, элек телмәр менән бәйле проблемалар булмаған тигәнде аңлатмай. Борондан уҡ кешеләр тел дефекттары тураһында уйланған, тик уларҙы дөрөҫ хәл итеү юлдарын белмәгән. Беҙҙең көндәрҙә логопедтар күптәрҙе комплекстарҙан ҡотҡара һәм тирә-йүндәгеләр менән бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ аралашыу мөмкинлеге бирә. Әйткәндәй, логопедтар өлкәндәр менән дә эшләй. Бәләкәй саҡта дауаланмаһаң, телмәрҙәге етешһеҙлектәр ҙурайғас та дауам итә. Инсульттан йә баш йәрәхәттәренән һуң телмәре боҙолғандарға ла логопед ярҙамға килә.
“Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Алина Әмирйән ҡыҙы Атанғолованың дәрестәренә яратып йөрөй. Яғымлы тауышлы, мөләйем йөҙлө йәш белгес менән бер ни тиклем аралашҡандан һуң, уның сабыйҙарҙы яратыуын, үҙ эшенә етди ҡарауын һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә тырышыуын аңланым.
Валентиновка мәктәбен уңышлы тамамлаған үҫмер ҡыҙ ҡулына өлгөргәнлек аттестатын алғандан һуң, уйға ҡала. Уның күңеленә ике һөнәр оҡшай: табип һәм тәрбиәсе. Башланғыс класс уҡытыусыһы Воробьева Анна Ренисовнаға, уның дәрестәренә булған һөйөү өҫтөнлөк ала. Алина документтарын Аҡмулла исемендәге педагогия университетының дефектология бүлегенә тапшыра. 2015 йылда ул махсус белемле логопед һөнәренә эйә була, ә 2019 йылда хеҙмәт юлын “Әкиәт” балалар баҡсаһында башлай.
— Тәүге эш көнө алдынан оло тулҡынланыу кисерҙем. Башта уҡ алдыма балаларҙың, уларҙың ата-әсәләренең, хеҙмәттәштәремдең ышанысын аҡларға, һәр сабыйҙың күңеленә дөрөҫ йүнәлеш табырға, яҡшы күрһәткестәргә ирешергә, киләсәктә юғары квалификациялы белгес булырға тигән маҡсаттар ҡуйҙым.
Логопедтар хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәр. Бөгөн мин йәш буйынса башҡорт төркөмөндә (6 — 7 йәш), әҙерлек (5 — 7 йәш) һәм өлкән төркөмдә (4 — 5 йәш) дәрестәр бирәм. Грамотаға, һуҙынҡы өндәрҙе дөрөҫ әйтергә, хәрефтәрҙе яҙырға өйрәнәбеҙ. Ауыр һөйләшкән тәрбиәләнеүселәр менән шәхси шөғөлләнәм. Күп кенә балалар эр, ш, эс өндәрен әйтә алмай, ҡайһы берәүҙәр тотлоға. Бындай хәлдәрҙә телдең һәм ирендәрҙең дөрөҫ ҡуйылышын өйрәтәм, аңлатам.
Яҡшы телмәр — баланың дөрөҫ үҫешенең төп шарты һанала. Сабыйҙарыбыҙҙың телмәре ни тиклем бай һәм дөрөҫ икән, уға үҙенең теләктәрен, фекерҙәрен еткереү, тирә-яҡ мөхитте танып-белеү, үҙ мөмкинлектәрен асыу, тиҫтерҙәре менән аралашыу, психологик яҡтан әүҙем үҫешеү шул тиклем еңел буласаҡ. Һуңғы йылдарҙа балаларҙың телмәре һәм дөйөм, ваҡ моторикаларының боҙолоуы йыш күҙәтелә. Шуға күрә уларҙың һөйләшеүҙәренең тейешлесә формалашыуы, таҙалығы, дөрөҫлөгө тураһында хәстәрлек күреү зарур. Хәҙерге заманда мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреүселәр телмәр үҫтереү өлкәһендә байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән. Улар араһында ҡәҙимге алымдар ҙа, традицион булмағандары ла бар. Логопедтарҙың эшмәкәрлегендә “Су-джок” терапияһы иң үтемле һанала. Уның нигеҙендә телмәр менән бер рәттән ҡул суҡтарының хәрәкәте, мышцылары нығына. Бармаҡтарға, усҡа массаж яһау телмәр һәм аң үҫешенә булышлыҡ итә. Ошо методика беҙҙә яратып ҡулланыла.
Ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа дәрестәрҙән ҡәнәғәт. Яҡшы һөҙөмтәләр күренә башланы тип әйтһәм бер ҙә хата булмаҫ. Балалар баҡсаһынан тыш кәңәш һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә байтаҡ. Уларға хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Ғөмүмән, логопед эше сабырлыҡ һәм ваҡыт талап иткән яуаплы эш. Миңә бәләкәстәрҙе дөрөҫ һәм матур итеп һөйләшергә өйрәтеү оҡшай, — тип үҙ эшмәкәрлеге менән таныштырҙы Алина Әмирйән ҡыҙы.
Дилара Бадретдинова.
Фото — ғаилә архывынан.
Читайте нас: