Инйәр
+23 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
12 Ноября 2020, 11:45
Ҡымыҙ эсегеҙ, мәкерле сирҙән шәп дауа!
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш пульмонологы Рөстәм Зөлҡәрнәев коронавирус менән сирләгәндән һуң ҡымыҙ эсергә кәңәш итә.
Яңыраҡ журналистар профессорға: “Мәкерле сирҙе үткәргәндән һуң, ниҙәр эшләргә кәңәш итерһегеҙ? Бәлки, үҙегеҙ генә белгән организмды тергеҙеү серҙәре барҙыр?” - тип һорау биргән.
“Күп осраҡта сирҙе тулыһынса дауаларға мөмкин, бының өсөн табиптың кәңәшен тоторға, уның ҡушҡандарын үтәргә генә кәрәк. Күкрәк ситлеген яҙыу өсөн физик күнегеүҙәр эшләргә кәңәш итәм, күберәк саф һауала йөрөгөҙ, бассейнда йөҙөгөҙ. Серҙәргә килгәндә, миңә ҡалһа, үпкә өсөн иң яҡшы дауа – ул ҡымыҙ. Был эсемлек менән дауалауҙың ғилми нигеҙе булмаһа ла, халыҡ медицинаһының күп быуатлы тәжрибәһе ҡымыҙҙың үпкә өсөн ныҡ файҙалы булыуын иҫбат итте”, - тип яуаплаған табип.
Табиптың был кәңәшенән һуң, ҡымыҙға хаҡ тағы ла артып китмәһә булды.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"