Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Ноябрь 2020, 17:13

Халыҡ ҡәнәғәт ҡалырға тейеш.

12 ноябрь — Рәсәй Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре көнө

Был һөнәри байрам 1998 йылда булдырыла. 1841 йылда Рәсәй императоры Николай I, халыҡ үҙ аҡсаһын ышаныслы һәм файҙалы итеп һаҡлай алһын өсөн, һаҡлыҡ кассалары булдырырға тигән ҡарар сығара. Ҡарар тиҙ арала тормошҡа ашырыла һәм Һаҡлыҡ банкы Рәсәй финанс системаһының мөһим өлөшөнә әйләнә.
Төрлө банктар асылыуға ҡарамаҫтан, халыҡ элеккесә Һаҡлыҡ банкына өҫтөнлөк бирә. Бында һаҡлыҡҡа аҡса һалыу, түләүҙәр ҡабул итеү, ҡиммәтле металл иҫәбен асыу, пластик карталар менән эшләүҙән тыш, төрлө йүнәлештәр буйынса аҡса күсерергә була.
Рәсәй Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Архангел өҫтәмә офисының етәксеһе Аделя Сәғиҙуллина менән осраштыҡ.
— Аделя Миҙхәт ҡыҙы, һеҙҙе банк хеҙмәткәре һөнәрен һайлауға нимә этәрҙе?
— Башҡорт дәүләт педагогия университетының математика факультетының өлкән курсында мәктәптә тәжрибә үткән ваҡытта уҡытыусы һөнәре минеке түгеллеген аңланым. Билдәле булыуынса, математика белгесе белем усаҡтарынан тыш, башҡа өлкәләрҙә лә киң һорау менән ҡулланыла. Шуға күрә үҙемде иҡдисад, банк өлкәһендә һынап ҡарарға уйланым. Диплом алғас, хеҙмәт юлымды Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Виртуоз” реклама төркөмөндә башланым. Эшем оҡшаһа ла банк хеҙмәткәре булыуы теләге тынғы бирмәне. Рәсәй һаҡлыҡ банкы сайтына эш һорап ғариза яҙып һалғас, күп тә үтмәне миңә Архангел офисына йүнәлтмә бирҙеләр. Был 2016 йылда булды. Махсус белем алып, ике йыл ябай менеджер булып эшләнем. Әйткәндәй, беҙҙә бушлай корпоратив уҡыу мөмкинлеге бар. Ә 2018 йылдан алып етәксе вазифаһын башҡарам.
— Коллектив һәм көндәлек эшмәкәрлегегеҙ тураһында бер нисә һүҙ…
— Коллектив бик дуҫ, берҙәм, йәш. Һәр кем үҙ бурысына яуаплы һәм етди ҡарай. Һаҡлыҡ банкының физик шәхестәрҙе хеҙмәтләндереү буйынса банк штатында 10 эшсе иҫәпләнә. Бөгөн уларҙың бишеһе бала ҡарап, декрет ялында ултыра. Минең урынбаҫарҙарым Әлфиә Сафина һәм Лилиә Ғилманова, һатыу буйынса менеджерҙар Ксения Антипина, Алена Рябова, хеҙмәтләндереү буйынса өлкән менеджерҙар Амиля Сөләймәнова, Әлиә Яҡшымбәтова, Любовь Паппе, Алла Шевченко һәм мобиль менеджер Гюлара Гасанова — итәғәтле һәм тырыш хеҙмәткәрҙәр. Бында тир түккән гүзәл заттарҙың байтағы педагогик белемле. Кемдер биолог, икенсеһе — тарихсы, химик, математиктар ҙа бар! Любовь Александровна Паппе иң ҙур хеҙмәт стажлы — 35 йыл. Ул бында беҙгә тиклем эшләгән, үҙ һөнәренә тоғро ҡалған ханым. Уңайы тура килгәндә Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым һәм изге теләктәремде еткерәм.
Кешеләр менән эшләү оло яуаплылыҡ, сабырлыҡ талап итә. Ниндәй генә хәл-ваҡиғалар булмаһын, халыҡ ҡәнәғәт ҡалдырырға тейеш.
Архангелдәге өҫтәмә офис көнөнә яҡынса 500-ләп кешене хеҙмәтләндерә. Районда клиенттарға уңайлы булһын өсөн банкоматтар, түләү терминалдары ҡуйылған. Район халҡының яртыһынан күбеһе эш хаҡы алыу өсөн беҙҙең банк карталарын файҙалана. Бөгөн һаҡлыҡ банкында физик берәмектәргә кредит биреү һәм уларҙы хеҙмәтләндереү, касса операциялары секторҙары һәм башҡалар бар. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән банкоматтар аша халыҡ кредиттарҙы ҡапларға, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә балаларҙың туҡланыуына, коммуналь хеҙмәттәргә һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарҙы түләргә, кеҫә телефондарына аҡса күсерергә мөмкин. Шулай уҡ хаҡлы ялдағыларға пенсия таратыу, ә йәш пенсионерҙарҙы пластик карталар аша хеҙмәтләндереү буйынса эш алып барабыҙ.
Офиста электрон сират булдырылған. Клиенттар талондарҙа күрһәтелгән сират һаны һәм ваҡыты буйынса ҡабул ителә.
Халыҡ шулай уҡ мобиль банк, Һаҡлыҡ банкы-онлайн уңайлыҡтарын да киң ҡуллана. Улар өйҙән сыҡмай ғына Интернет селтәре аша кредитты ҡаплау, аҡса күсереү мөмкинлектәрен бирә. Был бик уңайлы алым, сөнки сират аҙая, хеҙмәт төрө лә яҡшыра.
— Һеҙҙә эшләү ниндәй мөмкинлектәр аса?
— Юғарыла әйтеүемсә, беҙҙә корпоратив белем алыу, карьера буйынса үҫеү мөмкинлеге бар. Шулай уҡ үҙебеҙҙең корпоратив пенсия программаһы, ирекле медицина страховкаһы булдырылған. Хәүефһеҙлек саралары ҡәтғи үтәлә. Пандемия мәлендә даими рәүештә COVID-19-ға түләүһеҙ тикшереү анализы алып торалар.
— Экосистемалы һаҡлыҡ банкы нимә ул?
— Һуңғы йылдарҙа банк өлкәһе ҙур яңылыҡтар, үҙгәрештәр кисерә. Һаҡлыҡ банкы бөгөн оло масштаблы экосистема. Ул берҙәм һанлы майҙандағы күп тармаҡлы ойошмаларҙы берләштергән. Бизнес, медицина, туҡланыу, күңел асыу, ял итеү, белем алыу һәм башҡа сервистарҙы үҙ эсенә алған. Һаҡлыҡ банкы электрон хеҙмәтләндереү прадайверы булып тора. Уның экосистемаһына 40-тан ашыу компаниялар ингән. Улар кешеләрҙең ваҡытын сарыф иттермәй мәсьәләләрҙе тиҙ арала уңышлы хәл итергә ярҙам итә. Был бик уңайлы.
— Аделя Миҙхәт ҡыҙы, һеҙгә әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һөнәри байрамығыҙ менән!
Дилара Бәҙретдинова әңгәмәләште.
Читайте нас: