Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Ноябрь 2020, 15:13

Көсөбөҙ – дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә.

ХалыҡтарберҙәмлегекөнөВатаныбыҙтарихындағыданлываҡиға — 1612 йылда Минин һәм ПожарскийҙыңхалыҡополчениеһытарафынанМәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынаназатитеү,бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү хөрмәтенә булдырылды.

Был байрамда беҙ Рәсәй халҡының сағыу хәрби традицияларын таныуҙы, уларҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын, дәһшәтле ҡурҡыныс килеп тыуғанда туплана белеү оҫталығын хәтерҙә тотоуҙы күрәбеҙ. Ватанды сит ил баҫҡынсыларынан һаҡлауҙа халыҡтарҙың тотороҡлолоғо, ватансылығы, үҙ-үҙен фиҙа ҡылырға әҙерлеге кеүек иң яҡшы сифаттары күтәрелде.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөн бөгөн райондаштарыбыҙ нисек ҡабул итә икән? Әйҙәгеҙ, уларҙың фекерҙәре менән танышып үтәйек.
Раушан Хажиәхмәтов, Ҡыҫынды ауылы:
- Халыҡтар берҙәмлеге көнө оло әһәмиәткә эйә, ул дуҫлыҡҡа өндәй, йәштәрҙе илһөйәрлек һәм граждан­лыҡ рухында тәрбиәләй, быуындар бәйләнешен нығыта. Берҙәмлек бер-берең­дең теленә, диненә, мәҙәни ҡомарт­ҡыларына, тарихына ихтирамдан башлана. Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт дуҫ-татыу йәшәй. Киләсәктә лә тыуған рес­публикабыҙ тотороҡло үҫеш, мил­ләт һәм конфессия-ара татыу­лыҡ өлгөһө булыр тип ышанам.
Замандаштарыбыҙҙың байтаҡ өлөшө әлегә был байрамға күнегеп етмәгән. Ләкин тарихты өйрәнеү, аңлатыу нигеҙендә уның әһәмиәтен йылдан-йыл нығыраҡ аңлай баралар. Халыҡтар берҙәмлеге көнө беҙҙең өсөн кәрәкле байрам. Көсөбөҙ – дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә.
Данира Шәрәфетдинова, Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылы:
-Халыҡтар араһында дуҫлыҡ булыуы бик мөһим. Һәйбәт, имен тормош өсөн татыулыҡ кәрәк. Ауыр ваҡыттарҙа ла, шатлыҡ-ҡы­уаныстарҙа ла, төрлө мәсьәләләрҙе хәл иткәндә лә берҙәмлек талап ителә. Ҡыйынлыҡтарҙы тик бергә генә еңергә мөмкин.
Байрамдың исеме матур, көслө. Әммә, бөгөнгө ваҡиғаларҙы күҙаллағандан һуң, халыҡтар дуҫлығы элеккесә ныҡлымы икән тигән шикле уйҙар ҙа тыуа. Төрлө милләт вәкилдәре һәр мәсьәләне татыулыҡта хәл итһендәр, тигән теләктә ҡалам . Байрамдар күбәйҙе, тик исемдәре есеменә тап килһен ине.
Беҙҙең кеүек оло йәштәгеләргә тыныс, аяҙ күк йөҙлө һәр көнөбөҙ үҙе байрам. Кешеләр дуҫ, берҙәм һәм киң күңелле булһын, ҡан ҡойош булмаһын.
Гөлирә Фәйрүзова, Тәүәкәс ауылы:
-Илебеҙ электән үк күп милләтле берҙәм дәүләт булараҡ үҫешкән. Беҙҙең Тәүәкәс ауылын ғына алғанда бында әллә нисә төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Улар бер-береһенең байрамдарын, йолаларын хөрмәт итә, ҡунаҡтарға йөрөй. Ошо матур сифат һәр саҡ Рәсәйҙе дошмандарҙан ҡурсалап ҡалырға ярҙам иткән. Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең дә берҙәмлек көсө менән яуланғаны һәр беребеҙгә билдәле.Тарихыбыҙға күҙ һалһаҡ, халҡыбыҙ ауыр минуттарҙа берҙәм­леккә ынтылған, дәүләтебеҙ татыулыҡ нигеҙендә аяҡҡа баҫырға көс тапҡан.
Йәштәр Халыҡтар берҙәмлеге байрамының мәғәнәһен белһендәр ине. Бының өсөн уларға илебеҙҙең тарихын яҡшы өйрәнергә кәрәк. Ошо күркәм бәйләнеш әле лә дауам итһен, киләсәктә лә, һис шикһеҙ, илебеҙ нигеҙенең төп ҡеүәте булып ҡалһын.
Дилара Бадретдинова әҙерләне.

Читайте нас: