Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Ноябрь 2020, 15:31

Хеҙмәт менән яуланған хөрмәт

Ағас тамыры ни тиклем тәрән һәм ҡөҙрәтле икән, олоно ныҡ, киң ҡоласлы, мөһабәт булып үҫә. Шул саҡ инде, уға ел-дауылдар ҙа, эҫе ҡояш, сатлама һыуыҡтар ҙа бер ни түгел, донъяны йәмләп, күкрәп йәшәй бирә.

Әҙәм балаларының да төрлөһө бар: һынауҙарға тиҙ бөгөлөп төшкәндәре, йә булмаһа аҙ ғына данды ла күтәрә алмағаны, киреһенсә — сая холоҡло, көслө рухлы, алдына алған маҡсатына мотлаҡ ирешеүселәре.
Тап һуңғыларының бөтә булмышы, тырышлығы менән донъя алға бара.
Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарынан башлап район үҙәгендә йәшәп, үҙен уратып алған кешеләрҙе һоҡландырып, намыҫлы хеҙмәте менән билдәлелек яулаған Асия Ғайса ҡыҙы менән Йәғәфәр Зөлфәр улы Латиповтарҙың ҡыҙҙары Дамира һәм кейәүҙәре Рәфис Мостафиндар хаҡында һүҙем. Район тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был ғаилә пары менән кем генә таныш булмаған да, кем генә уларҙың ярҙамын тоймаған.
Дамира Йәғәфәр ҡыҙы 1-се Архангел мәктәбен, Өфөлә педагогия институтын уңышлы тамамлап, Арх-Латыш мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Әммә уға был өлкәлә оҙаҡ тотҡарланырға тура килмәй: Архангел комсомол райкомына секретарь итеп үрләтелә. Уңышлы ғына эшләп йөрөгәндә КПСС-тың район комитетына парткабинет мөдире итеп күсерелә. Шулай, тиҙ арала был вазифаларҙың барыһын да үҙләштерергә тура килә уға. Уйланып, икеләнеп торорға ваҡыт юҡ. Ун бер йыл дауамында ошо эште алып барғандан һуң, мәктәп, балалар, барыбер үҙенә тарта һәм 1-се Архангел мәктәбендә ун йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләй.
Әленән-әле район хакимиәтендәге төрлө вазифаларға саҡырылһа ла, тәҡдимдәрҙе кире ҡаға килә. Шулай ныҡыша торғас, ул саҡтағы район хакимиәте башлығы Вәсил Кинйәғолов был тәжрибәле белгесте мәғлүмәт-аналитика бүлеге мөдире итеп тәғәйенләй. Шул саҡта Дамира Мостафина район Советы депутаты булып һайлана һәм район Советы рәйесе урынбаҫары итеп үрләтелә.
Ошо вазифала Дамира Йәғәфәр ҡыҙы район Советы эшмәкәрлегенең бар өлкәләрендә ең һыҙғанып эшләй. Советтың абруйы күтәрелә, район хакимиәтендәге бар эшмәкәрлек депутаттарҙың ҡарамағына күсерелә. Районда тыуып-үҫкән Дамира Йәғәфәр ҡыҙы Мостафина 43 йыл дауамында район халҡы мәнфәғәтенә хеҙмәт итә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та “Архангельский вестник” гәзите мөхәррире, Архангел мәғлүмәт-аналитика үҙәге директоры вазифаһында алты йылға яҡын намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.
Әйткәндәй, уның оҙайлы һәм яуаплы эше юғары баһалана: БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың, БР Муниципаль берәмектәре Ассоциацияһы Советының Маҡтау грамоталары, РФ Дәүләт Статистика идаралығының миҙалы, БР Үҙәк һайлау комиссияһының Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары, Хеҙмәт ветераны миҙалы һәм башҡа дәүләт наградалары.
Беҙгә йүнәлтмә буйынса эшкә килгән ауыл хужалығы белгестәре, уҡытыусылар, табиптар (ир-егеттәр) райондың сибәр һәм аҡыллы ҡыҙҙарына өйләнеп, ғүмерлеккә ошонда ҡалалар. Ҡатын ҡыҙҙар иһә, шулай беҙҙең егеттәргә тормошҡа сығып, бар ғүмерен ошо район менән бәйләйҙәр. Бына Дамира Йәғәфәр ҡыҙының тормош иптәше Рәфис Ғүмәр улы Мостафин да ярты быуатҡа яҡын Архангел халҡы мәнфәғәтендә намыҫлы хеҙмәт итә. Башҡорт ауыл хужалығы институтының башта зоотехник, һуңынан иҡтисад факультеттарын тамамлап, районыбыҙҙың төрлө ойошмаларында (тоҡомсолоҡ берекмәһендә зоотехник, КПСС райкомында — инструктор, БАССР-ҙың 50 йыллығы (Тәүәкәс) колхозында — партком секретары, һалым инспекцияһында — начальник, район агросәнәғәт берекмәһендә — рәйес булып) тир түккәндән һуң, Рәсәй Пенсия фондының Архангел районындағы идаралығында начальник булып 10 йыл дауамында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Уның үҙ вазифаһын аныҡ, намыҫлы башҡарыуын күреп, республика етәкселеге был урындан ебәрмәй торҙо. Хәҙер инде байтаҡ торомош тәжрибәһе туплаған алдынғы хеҙмәткәрҙәр яңы “статус” алды. Берҙән-бер улдары Рөстәмдең өс малайын һөйөп, улдары менән килендәренә ярҙам ҡулы һуҙалар. Баланың балаһы балдан да татлыраҡ, ти халыҡ мәҡәле. Шулай, бөгөн сөкөрләшеп, күңелде иретерлек мәшәҡәттәр менән мәшғүлдәр.
Әйткәндәй, Рөстәм мәктәпте көмөш миҙалға, юғары уҡыу йортон (БАГСУ) ҡыҙыл дипломға тамамлаған, ике юғары белемле. Ул Өфө ҡалаһында эре предприятие директоры булып эшләй.
Атанан күргән — уҡ юнған, әсәнән күргән — тун бескән, ти халыҡ мәҡәле. Шулай булмай мөмкин түгел, атаһы — Рәфис Ғүмәр улы — БР атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре, РФ Пенсия идаралығының БР Ауыл хужалығы министрлығының, БР –ҙың Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары һәм башҡалар менән бүләкләнгән.
Икеһе лә хөкүмәт эшендә тир түккән был ғаилә парҙарының ябайлығына, эскерһеҙлегенә, ихласлығына район халҡы ысын күңелдән ҡәнәғәт. Ошо рәхмәттәр уларҙы ғүмер буйына оҙатып барһын, парлы килеш оҙайлы ғүмер кисерһендәр, тип теләргә генә ҡала. Районыбыҙҙың 90 йыллыҡ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған, намыҫлы хеҙмәт кешеләре һеҙ.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Дилара Бадретдинова фотоһы.
Читайте нас: