Инйәр
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Ноябрь 2020, 15:24

“Һандар донъяһы ялҡытҡыс түгел”

10 ноябрь — Халыҡ-ара бухгалтерҙар көнө.

Бухгалтер — иң етди һәм яуаплы һөнәр. Һан законын белмәйенсә тормошто өйрәнеп булмай. Һәр учреждение, хатта бәләкәй генә эшҡыуарлыҡ та үҙенең иҫәп-хисаптарын алып бара. Бер һүҙ менән әйткәндә беҙҙе уратып алған бар мөхит һандар законына буйһона, улар йәшәйешебеҙ менән идара итә.
Нәзийә Нәзип ҡыҙы Рамазанова байтаҡ йылдар ошо өлкәлә тир түгә. Бөгөн ул хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, РАЙПО ойошмаһында хисапсы булып эшләй.
— Нәзийә Нәзип ҡыҙы, ни өсөн бухгалтер һөнәрен һайланығыҙ?
— Бәләкәй саҡтан магазинда һатыусының счеттың ағас төймәләрендә шартлатып һанауы ҡыҙыҡһындырҙы. Липовка мәктәбендә уҡығанда математика фәнен дә оҡшата инем. Совхозда бухгалтер булып эшләүселәр минең өсөн абруйлы һөнәр эйәләре һаналды. Шуға күрә уҡыуымды уңышлы тамамлағас, Өфө ҡалаһындағы Башҡорт кооператив техникумына документтарымды тапшырҙым.
— Хеҙмәт биографияғыҙ…
— Ике йыл белем алғандан һуң, йүнәлтмә буйынса районға ҡайттым һәм хеҙмәт юлымды РАЙПО бухгалтеры булып башланым. Бында биш йыл эшләп байтаҡ тәжрибә туплағас, Леспромхозға саҡырып алдылар. 1986 йылдан 1998 йылға тиклем унда тир түктем. Бында ла бөтә белемемде, тырышлығымды яратҡан һөнәремә бағышланым. Ойошмалар, колхоз-совхоздар тарҡалғас, урман хужалығы ла күп үҙгәрештәр кисерҙе. Байтаҡ кешеләр эшһеҙ ҡалды, йәиһә икенсе урынға күсте. Мин дә ошо ваҡиғаларҙан һуң, ҡабаттан РАЙПО-ға ҡайттым. Унда ҡуш ҡуллап ҡабул иттеләр. Шулай итеп 1998 йылдан бөгөнгәсә ошонда хеҙмәт итәм.
— Ҡоро һандар менән көн-төн эшләү ялҡытмаймы?
— Һандар донъяһы ялҡытҡыс түгел, ә киреһенсә, мауыҡтырғыс, тип әйтер инем. Йәш саҡта һайлаған һөнәремде бик яратҡанға күрә, ниндәй генә ҡатмарлы һандар, иҫәпләүҙәр булмаһын еңел йырып сығам. Ҡайһы саҡта кроссворд сискән кеүек.
— Бухгалтер ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
— Бухгалтер булып түҙемле, яуаплы, тырыш, ғәҙел, тәрән белемле кешеләр генә эшләй ала. Коллективта тап шундайҙар ғына тупланған. Билдәле булыуынса, ойошманың уңышы улар тултырған документтарҙың дөрөҫлөгөнә, ҡануниәттә билдәләнгән талаптарға ярашлы төҙөлгән отчетҡа ла бәйле.
Беҙҙең эштә һәр саҡ төрлө яңылыҡтар индерелеп тора. Заман менән бергә алға атлайбыҙ. Шуға ла яңы программаларҙы тиҙ генә үҙләштереү, һуңғы технологияларҙы оҫта ҡуллана белеү мөһим. Матди яуаплылыҡ алып барғанға, бәләкәй генә хата ла ҙур финанс юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал. Тәфсирләп һанау, сағыштырыу, ҡабат-ҡабат тикшереү — ҡәҙимге күренеш. Ай, квартал һайын булған отчеттарҙы тапшырыу ваҡытын да боҙорға тейеш түгелбеҙ. Өлгөрмәгәндә эштән һуң ҡалып, йәки өйҙә иҫәп-хисаптарыбыҙҙы теүәлләп ҡуябыҙ. Бухгалтер һөнәренең сабырлыҡ, яуаплылыҡ талап иткән нескәлектәре бик күп. Күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡытыбыҙ юҡ.
Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәм дә, эргә-тирәмдә тик эшенә тоғро булған яуаплы кешеләр генә уратып алды. Уңайы тура килгәндә һөнәри байрам менән бухгалтерияла эшләгән ҡыҙҙарға рәхмәт белдергем килә.
— Шәхси тормошоғоҙ, яратҡан шөғөлдәрегеҙ тураһында бер нисә һүҙ…
— Тормош иптәшем Зәйнулла Зәкиулла улы менән Азат исемле ул үҫтерҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирем күптән арабыҙҙан китеп барҙы. Улым Себер тарафтарында йәшәй, уңышлы программист. Уның хәҙер үҙенең ғаиләһе бар. Миңә бер ейән һәм бер ейәнсәр һөйөү, наҙлау бәхетен бүләк итте. Яйы тура килгәндә һәр саҡ атай йортона ҡайтырға ашҡынып тора. Быйыл сикләүҙәр арҡаһында уның ғаиләһе йәй буйы тыуған йортта ял итте. Ейән-ейәнсәрҙәрем менән кинәнеп, күңелле ваҡыт үткәрҙем.
Баҡса эштәре оҡшай, шуға ла яҙҙың килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Гөл-сәскәләр тәрбиәләү, яҡындарымды тәмле аш-һыуҙар менән ҡыуандырыу иң яратҡан шөғөлөм.
— Нәзийә Нәзип ҡыҙы, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Дилара Бадретдинова әңгәмәләште.
Автор фотоһы.
Читайте нас: