Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Ноябрь 2020, 17:35

Йыр-моңға ғашиҡ Алена

Горный ауылында йәшәүсе Елена менән Азамат Бәшировтарҙы сәнғәткә, матурлыҡҡа ғашиҡ ғаилә тип әйтһәк бер ҙә хата булмаҫ.

Азамат райондаштарыбыҙға ҡар һындар эшләү оҫтаһы, мәҙәни саралар ойоштороусы, ә тормош иптәше Елена ҡаҙ үрсетеүсе булараҡ билдәле.
Бына ошо ябай ғаиләлә тыуып үҫкән дә инде мәҡәлә геройым. Ул — Алена Сәйфуллина (Бәширова). Горный ауылының башланғыс мәктәбендә уҡыған сағында уҡ ололар ҡыҙға ҙур өмөттәр бағлай. Башҡа тиҫтерҙәренән баҫалҡылығы, күңел нескәлеге һәм хыялға бирелеүсәнлеге менән айырылған һылыуҙың ижади һәләте Максим Горький мәктәбенә уҡырға килгәс нығыраҡ асыла. Ул байрамдарға сценарийҙар төҙөй, шиғырҙар яҙа, көйҙәр һайлай, ғөмүмән, уҡытыусыларҙың уң ҡулына әйләнә. Белем усағында яҡшы билдәләргә өлгәшеүҙән тыш, районда, республика кимәлендә ойошторолған ижади бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Тора-бара йәш талантты байрам һайын район мәҙәниәт йортона ла саҡыра башлайҙар. Ҡыҫҡаһы, үҫмер ҡыҙҙың моңло, нәфис тауышы урында уҙғарылған һәр музыкаль сараларҙың йөҙөк ҡашына әйләнә. Шулай итеп, Алена Азамат ҡыҙы яйлап ҙур сәхнәләрҙе яулай башлай.
2007 йылда мәктәпте тамамлағас, ул Өфө ҡалаһына юллана. Иҡдисат колледжына документтарын тапшыра. Шаулы студент тормошо уны арбап ала. Тынғыһыҙ, дәрте ташып торған яҡташыбыҙ уҡыуҙан һуң, төрлө спорт ярыштарында, марафондарҙа, эстафеталарҙа, КВН-дарҙа ла, фестивалдәрҙә лә үҙен яҡшы яҡтан күрһәтергә өлгөрә. Өфө мәҙәниәт һарайҙарында тәү тапҡыр сығыш яһауҙары ла ошо мәлгә тура килә. Райондашыбыҙҙың йәмәғәт эштәрендә, ҡала, төбәк-ара төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашыуы, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүе бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, сертификаттар, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнә. Бик иртә билдәлелек яулап өлгөрһә лә Алена маһайыу, танау сөйөү тигән әйберҙәрҙе белмәй. Ул һәр саҡ ябай, киң күңелле һәм эскерһеҙ.
Йәш кешегә уҡыу, сәнғәт менән шөғөлләнеү араһында эшләргә лә тура килә. Кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба белгән, һәр нәмәгә етди һәм намыҫлы ҡарағаны өсөн ҡайҙа ғына эшләмәһен, уны һәр ерҙә хөрмәт итәләр.
2010 йылда Максим Горький егете Руслан Сәйфуллин менән сәстәрен-сәскә бәйләй. Йәштәр өйләнешкәс тә Өфө ҡалаһында төпләнергә тигән ҡарарға килә. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Руслана, Лиана донъяға килә. Өйҙә бәләкәстәрен тәрбиәләгән осорҙа гүзәл ханым ваҡытлыса сәхнәне онотоп тора. Шулай сабыйҙары менән балалар баҡсаһына йөрөгәндә, үҙенең тәрбиәсе булып эшләргә теләүен һиҙеп ҡала. Ҡыҙҙары тәрбиәләнгән учреждение етәкселегенә үҙ ниәте тураһында еткерә. Быға тиклем үк һәләтле, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән йәш әсә менән яҡындан таныш етәкселек уны ҡушҡуллап эшкә ала. Шул уҡ йылды Башҡорт дәүләт педагогия университетының мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү бүлегенә ситтән тороп уҡырға инә.
— Эшемде ныҡ яратам. Өс-дүрт йәшлек кескәйҙәр төркөмөн етәкләйем. Унда барлығы 30-ҙан артыҡ бала йөрөй. Ата-әсәләр менән бик яҡшы мөнәсәбәттәмен. Миңә тәрбиәләнеүселәрем менән төрлө байрамдарға, иртәлектәргә әҙерләнеү, үткәреү, декорациялар эшләү оҡшай. Ҡайнап торған мөхиттә йәшәү, тир түгеү — был минең өсөн! Бында хеҙмәт итә башлағандан бирле үҙ өҫтөмдә етдирәк эшләү, махсус музыкаль белем алыу тураһында уйлана башланым. “Нефтяниктар” мәҙәниәт һарайына вокал дәрестәренә йөрөү ҙә яҡшы һөҙөмтәләрен күрһәтте.
Музыка һәр кешенең эсендә йәшәй, яңғырай. Уны тик ишетә, асҡысын таба белергә генә кәрәк. Йыр-моң күңелгә рәхәтлек бирә, уны үҫтерә.
Йырлау һәләте атайымдан килә. Хәрби хеҙмәт иткән сағында уның хатта үҙешмәкәр ижади төркөмө булған. Әсәйем дә йәш сағында шиғырҙар яҙған. Ә өләсәйем, атайым яҡлап, башҡорт, татар эстрада һәм халыҡ йырҙарын яратып тыңлай торғайны. Уның түр башында урынлашҡан радиоһы бер ваҡытта ла тынманы. Бәләкәй сағымда иҫләйем, көҙгө алдына ултырғыс ҡуям да, шунда баҫып ҡыланып йырлайым, туғандарым миңә сәпәкәй итә.
Һуңғы ваҡытта йыр сәнғәте менән аңлы рәүештә шөғөлләнәм. Үҙем йырҙар яҙам. Бөгөн ундан артыҡ ижади емешем бар. Уларҙы тамашасылар бик йылы ҡабул итте. Билдәле йырсылар, композиторҙар үҙҙәре менән эшләргә тәҡдимдәр ҙә яһай. Мин быға бик шатмын.
“Өфө тулҡыны” фестиваль-конкурсында үҙемде һынап ҡарау етди аҙымдарымдың береһе. Унда ҡатнашып ҡарарға таныштарым оҙаҡ өгөтләне. Быға тиклем радионан был тулҡынды даими рәүештә тыңлап барыу, бәйгеселәрҙең йырҙарына тауыш биреү яратҡан шөғөлөм генә ине, ә ғариза тапшырғандан һуң, “Өфө тулҡыны” менән бергә тын алам. Конкурсҡа тейешле документтарҙы, йырҙарымды ебәргәс, баһалама ағзаларының, эксперттарҙың хөкөмөн түҙемһеҙләнеп көттөм. Бер нисә көндән һуң, беренсе баҫҡысты үтеүем тураһында шатлыҡлы хәбәр килде. Март айында “Масленица” байрамында “Өфө тулҡыны”нан “Һин һәм мин” тигән йырым менән сыҡтым. Был минең тәүге дәрәжәле сығыш яһауым булды. Тамашасыларҙың көслө алҡыштары, социаль селтәрҙәр аша еткергән йылы һүҙҙәре — иң төп бүләк һәм юғары баһа. Башҡа конкурсанттар менән йәй буйы концерттарҙа ҡатнашырға тейеш инек, ләкин пандемия сәбәпле, мәҙәни саралар кисектерелде. Йырҙарҙы тик онлай режимда ғына тәҡдим иттек. “Өфө тулҡыны”н тыңлап, күҙәтеп барғандар быны яҡшы белә.
Мәртәбәле бәйгелә көсөмдө һынап ҡарау ҙур тәжрибә бирҙе, яңы мөмкинлектәр асты. Элек үҙем өсөн генә ижад итһәм, хәҙер минең үҙ тыңлаусыларым бар. Уларҙың теләктәрен, тәҡдимдәрен тыңлайым. Дәртлерәк, күңеллерәк йырҙар яҙырға тырышам. Бына яңыраҡ ҡына, сентябрь айында ярымфиналға һайлап алыу туры уҙҙы. “Балҡы” тигән йырымды тере тауыш менән йырлап ишеттерҙем. Уңыш был юлы ла йылмайҙы — мин ярымфиналға үттем!
Ғаиләм, яратҡан эшем, туғандарым һәр саҡ илһам көсө бирә, ҡанатландыра. Улар мине аңлап, ярҙам итеп тора. Йыш ҡына “Һин нисек йырҙар яҙаһың?” тип һорайҙар. Йыр миңә көтмәгәндә килә. Мәҫәлән, балаларымдың тәмле итеп иркәләп йоҡлағанын ҡарап ултырам, шул мәл күңел ҡылдары сиртә, шиғыр юлдары тыуа башлай, йәиһә тәбиғәт күренеше, шатлыҡ тойғоһо һәм башҡалар сәбәпсе була. Ҡайһы саҡ матур моң ишетһәм, һә тигәнсе уға шиғыр яҙып та ҡуям.
Бөгөн минең йырҙарымды “Спутник FM” радиоһы һәм башҡа музыка майҙансыҡтарында табып тыңларға мөмкин. Башҡорт телендә лә йырҙарым бар. Әлегә күп түгел, әммә киләсәктә улар өҫтөндә ныҡлап эшләргә уйлайым. Тағы бер маҡсатым — музыкаль белем алыу, махсус белемем булғанда, мин йыр сәнғәтен дөрөҫ тоя аласаҡмын.
Архангел ере тәбиғәттең иң хозур төбәгендә урынлашҡан. Тыуған ауылым Горный ҙа уның гүзәл бер мөйөшө. Бәләкәйҙән уның матурлығына, киң күңелле ябай кешеләренә һоҡланып, ата-әсәйемдең һөйөүен тойоп буй еткереүем минең йыр-моңға ғашиҡ булыуымдың төп сәбәбелер,— тип бәйән итте яҡташыбыҙ, йәш йырсы, йырҙар авторы Алена Сәйфуллина.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото – ғаилә архивынан.
Читайте нас: