Инйәр
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Октябрь 2020, 15:11

Мостай рухы мәңге тере

Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөн билдәләп.

Бар тәбиғәт һүрән ҡояш нурҙары аҫтында алтын төҫкә ингәндә, ағас япраҡтарынан тирә-йүнгә сағыу, аңлата алмаҫлыҡ моң бөркөлгәндә, “әбейҙәр сыуағы”нан күңелдәрҙә йыр тыуғанда, ирекһеҙҙән Мостай, үҙебеҙҙең бөйөк Мостай Кәрим иҫкә төшә. Тап ошо мәлдә, миҙгелдәр алышынғанда тыуған ул! Эйе, йәйҙәр көҙгә, ҡыштар яҙға алмашына, кемдер был донъяға ауаз һала, кемдер мәңгелеккә күҙҙәрен йома, ә тормош дауам итә. Шатлыҡ-ҡыуаныстары, ҡайғы-хәсрәттәре, әсе яңылыҡтары, шау-шыуҙары менән Ер шарынан Заман атлай. Ҡайҙалыр һуғыш уты ҡуба, икенсе урында матур, татыу тормош дауам итә — бәхәс-тартылыштары менән, алдау-ялғандары менән.
Ғәзиз телебеҙгә һәр дәүерҙә хәүеф янаған. Аҡһаҡалдар, тел әһелдәре һәр саҡ уның һағында уяу торған, кәрәк мәлдә үҙ һүҙҙәрен әйткән, яҡлап ҡалған. Бөгөн дә был хәүеф йәшәй арабыҙҙа. “Әлеге мәлдә Мостай ағай иҫән булһа, заман үҙгәрештәренә ҡарата тура һүҙен әйтер ине”, — тип һағышҡа бирелде күптәр.
Яҙыусының, шағирҙың халыҡ алдында яуаплылығы бик ҙур. Уларҙың һәр ҡайһыһы, айырым да, халҡыбыҙҙың намыҫы булып сығыш яһарға тейеш. Сөнки һүҙ оҫталары үҙҙәре үк ошо тәғлимәттәрҙең сағылышы булып тора. Ил, халыҡ алдында яуаплылыҡ тойғоһо ғына ла яҙыусыларға хас һүҙгә, фекергә, образға талапсанлыҡты тыуҙыра.
Ҡәләм эшен дәүләт вазифаһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән тигеҙ юғарылыҡта алып барҙы Мостай Кәрим. Сәйәси тормоштоң үҙәгендә булыу уға замандың һулышын тойорға, ижади офоҡтарын киңәйтергә мөмкинлек бирҙе. Әҫәрҙәренең философик тәрәнлеге, ҡиммәтлеге, донъя кимәленә ауаздашлығы ла ошонан. Шағир бөтә илдең йөгөн үҙ иңендә тартып барырға тейеш, тип һанай ине Мостай Кәрим. Һәм шул яуаплылыҡ аҫтында үҙе, бейек тауҙан саф шишмәләр бәреп сыҡҡан һымаҡ, иң юғары кимәлдәге әҫәрҙәр тыуҙыра алды.
Яҙыусы — ғәмһеҙ һәм шымаҡай бәндә түгел. Ул һәр күренешкә һоҡланып ҡына ла ҡарай алмай. Ысын шағирҙы намыҫы өҙлөкһөҙ игәй, кешелектең бәлә-ҡазаларын үҙенекеләй кисереп, ул кешеләрҙе лә йоҡонан уята, уяулыҡҡа һәм хәрәкәткә өндәй. Ана шунда күрә Мостай Горький, Блок кеүек әҙиптәрҙең Прометей ҡаһарманлығына торошло эшмәкәрлеген. Блок, ти ул, үҙенең ҡатмарлы заманы асылына ғына төшөнөп ҡалмаған, ә киләсәкте лә күҙаллай белгән. Ләкин ул пәйғәмбәр түгел, ул – Шағир. Ерҙә барған «ишетелмәгән үҙгәрештәр» һәм «күрелмәгән фетнәләр» уны ҡасып-боҫоп ҡалырға түгел, ә көрәшкә әйҙәгән.
Теле, иле, халҡы һағында торғанда ул “күкрәгенән ҡоштар осорҙо”. Аҡлыҡ-хаҡлыҡ өсөн көрәшселәргә лә, сирлеләргә лә, ғашиҡтар һәм хыялый, йыуаш-саяларға ла, һәммәбеҙгә лә әйтер һүҙе, мөхәббәте булды. “Көткәндәргә - аҡ күгәрсен килер, яңы өмөт өҫтәп өмөткә”,-- тип яҙҙы шағир алтынға бәрәбәр шиғырында. Тик ғәмһеҙҙәрҙе генә ул “өлөшһөҙ” һалдырҙы. Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмәм юҡ – әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар...
Тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек киң дә, моңло ла, Урал кеүек бейек тә, уйсан да, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы ла, бәрәкәтле лә, тормоштоң үҙе кеүек ҡатлаулы ла ул Мостай Кәрим ижады. Халыҡ шағиры тигән һүҙ үҙе үк уның ижадының төп асылын күрһәтә. Тыуған еренә һәм туған халҡына булған мөхәббәт шағир ижадының үҙәген тәшкил итә.
Мостай Кәрим... Беҙҙең өсөн бөйөк шәхес, аҡһаҡал! Икенсе Мостай Кәрим тыуырмы? Ошо һәм башҡа һорауҙар тынғылыҡ бирмәй. Ғәҙәттә, бындай ваҡытта сағыштырыуҙарға төшөп китәһең. Мостайҙа Салауат, Аҡмулла, Бабичтың маһирлығы һәм ярһыулығы бар; Өмөтбайҙан ул энциклопедик күп яҡлылыҡ һәм париотлыҡ алған; унда Рәмиҙең юғары намыҫсанлығы сағыла. Ә Мостай Кәрим – барыбер Мостай Кәрим ул! Халыҡ шағирына 85 йәш тулыуҙы билдәләгән тантаналы йыйылышта сығыш яһап, Рауил Бикбаев һүҙен ошолай тамамлағайны: “Мостай Кәримде кем менән сағыштырып була? Мостайҙы бары тик уның үҙе менән генә сағыштырырға мөмкин!” Эйе, Мостай Кәрим – башҡорт халҡы өсөн бары тик үҙенә генә хас, мәңге тере, мәңге асыласаҡ хазина ул.
Һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, юғалтмайыҡ ошо хазинаны. Беҙ һыуһаған, мохтаж булған аҡбаҡалыбыҙ һүҙе, аманаты алтынға бәрәбәр бөгөн! Аҡыллы, батыр, ғәҙел, рухлы, берҙәм булайыҡ, ғәмһеҙҙәрҙән ары торайыҡ!
Читайте нас: