Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Октябрь 2020, 14:49

Милли кейемгә иғтибар арта

“Ырыу ағасы” — халыҡ ижады конкурс-фестивалдәрен, шәжәрә байрамын, халыҡ уйындарын, фәнни-ғәмәли конференцияларҙы, семинар, оҫталыҡ дәрестәрен берләштергән мәҙәни проекттар серияһы.

Районда “Ырыу ағасы” Республика форумы сиктәрендә “Үҙәк регион башҡорттарының традицион халыҡ кейеме” тип аталған семинар-практикумы үтте. Унда Өфө ҡалаһынан, Ғафури, Иглин һәм Архангел райондарынан 30-ҙан артыҡ кеше ҡатнашты.
Семинарҙа ҡатнашыусылар иң башта ZOOM программаһы аша тарих фәндәре кандидаты, ғилми хеҙмәткәр Елена Нечвалода һәм Башҡортостан гуманитар колледжының уҡытыусыһы, башҡорт этнографик костюмындарын тикшереүсеһе Азат Ғариповтың ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяҡ кейемен тегеү үҙенсәлектәре тураһында лекция тыңланы. Артабан Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймурзина үҙәк регион башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейем төрҙәре, биҙәлеше менән таныштырып үтте. “Мәргән уҡсы” ойошмаһы директоры Юлай Ғәлиуллин ир-егеттәр кейеме тураһында бәйән итте. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Зилә Фәйзуллина Архангел районы башҡорттарының кейемдәренә ҡағылған ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Билдәле ҡул оҫтаһы Гөлнара Шафиҡова халыҡ костюмдарын тегеү, биҙәнеү әйберҙәрен эшләү алымдарын күрһәтте.
Осрашыу бик эшлекле һәм күңелле уҙҙы. Төрлө яҡтан йыйылған ҡул оҫталары, өйрәнсектәр, тамашасылар милли кейемдәрҙе тегеү серҙәрен өйрәнде, тәжрибә уртаҡлашты, аяҡ, баш кейемдәренең төрҙәре, айырмалары тураһында яңы мәғлүмәттәр алды. Мәртәбәле сарала районыбыҙҙың ағинәйҙәре, мәҙәниәт йорттары һәм фольклор төркөмдәре етәкселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бик әүҙем ҡатнашты. Шулай уҡ урындағы ҡул оҫталары Гөлфисә Бадранова, Гөлнара Ташбулатова, Зилә Фәйзуллина, “Селтәр” ойошмаһы һәм башҡа ҡунаҡтарҙың эштәренән күргәҙмә ойошторолдо.
Сара һуңында семинарҙа ҡатнашыусылар остаздары менән бергә эшкә анализ яһаны. Лекторҙар уларға уҡыу курсын уңышлы тамамлауҙары тураһында сертификаттар тапшырҙы.
Сәриә Мағазова,
район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.
Читайте нас: