Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Октябрь 2020, 14:25

Күпте күргән, күпте кисергән…

90 йәшен артмаҡлаған камил зиһенле, яҡшы хәтерле Әнисә Ҡотлогилде ҡыҙы Бадранованың яҙмыш кисерештәрен йотлоғоп тыңлайһың.

Алыҫ 1930 йылда Тәүәкәс ауылында Маһира һәм Ҡотлогилде Ҡунаҡҡоловтарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә ул. Ҡотлогилде Ҡунаҡҡолов заманында бик белемле һәм хәлле кеше һанала, ауылда мулла булып йөрөй. Коллектив хужалыҡтарға ойошоу башланғас, ғаиләһе менән колхоз составына инә. Тормош иптәше менән унда тир түгә. Уларҙың ябай, әммә тыныс ҡына донъя көтөүҙәре ҡанлы 1937 йылда селперәмә килә. Ғаилә башлығына “халыҡ дошманы” тип ҡара яғып, Краснодар яҡтарына һөргөнгә оҙаталар. Әнисә әбей атаһын нисек өйҙән алып сығып китеүҙәрен, әсәһенең һығылып илауҙарын, өлкән ағаһы менән апаһының ҡурҡыу ҡатыш өмөтһөҙ ҡараштарын һаман хәтерләй.
— Атайыбыҙ шул китеүҙән ҡайтманы. Әсәйем 28 йәшендә ирһеҙ ҡалды. Бер үҙенә өс баланы аяҡҡа баҫтырыуы ҡыйын булһа ла, башҡа кейәүгә сыҡманы. Атайығыҙ бәлки ҡайтып килер, тип һаман көттө. Яңғыҙыбыҙға тормош йөгөн алып барыуы бигерәк ауырға тура килде.
4-се класты бөткәс әсәйем, апайым һәм ағайым менән мин дә бергә колхоз эшенә сыҡтым. Аслыҡ-яланғаслыҡты, көс етмәҫлек ауыр хеҙмәтте үҙ башыбыҙҙан күп үткәрҙек. Һәр хеҙмәт көнөнә норма менән бер стакан он бирә торғандар ине. Шул ондо алыр өсөн төнгә ҡәҙәр бил бөгәбеҙ. Урман, ялан эштәре, фермала мал ҡарау, иген ташыу — барыһын да ҡул көсө менән башҡараһың.
1942 йылда Әберхәйер ағайымды һуғышҡа алдылар. Ул сығып киткәс, бөтөнләй тере ҡулһыҙ ҡалдыҡ. Былай ҙа ауыр тормошобоҙ ҡара һөрөм менән ҡапланды. Ул да атайым кеүек шул китеүҙән юҡ булды. “Похоронка”һы ла килмәне уның. Аҙаҡ ҡына бик ҡаты алышта күмәк һалдаттар шартлау аҫтында ҡалған, ағайыбыҙ ҙа улар араһында булған тип әйттеләр. Туғандар ҡәберлегендә исемһеҙ һалдат итеп ерләнгән. Йөрәккәйем шуға һаман һыҡтай, — тип күҙ йәштәре аша бәйән итте ил инәһе.
Әнисә Ҡотлогилде ҡыҙының яҙмышы башҡа миллионлаған һуғыш балаларының яҙмышы кеүек ҡыҙғаныс һәм фәһемле. Илебеҙҙең азатлығы, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн бала саҡтарын ҡорбан иткән, бик йәшләй ҡан ҡойошло һуғыштың тылдағы фажиғәләрен татыған быуын булып ҡала улар.
— Һуғыш йылдарында һәм унан һуң да аслыҡтан йонсоноҡ. Яҙ еткәс, тупраҡ аҫтында туңып ҡалған бәрәңге ҡар һыуына йыуылып өҫкә ҡалҡып сыға, шул серек бәрәңгене сүпләп көн күрәбеҙ. Уны йыуып, бутап ҡоймаҡ бешереп ашайбыҙ. Ә йәй көнө иһә ҡаҡы, балтырған, кесерткән ашап тамаҡ туйып ҡала торғайны. Ул заманда ҡыштар ҙа шул тиклем һыуыҡ булды. Өҫтә йүнле кейем дә юҡ, аяҡтарҙа тишкеләнеп бөткән сабата. Ағас ташырға аттар булмағанлыҡтан өйгә утынды, сыбыҡ-сабыҡты бәләкәй санаға тейәп, йәйәү йөрөп ташыйбыҙ. Шырпы юҡлыҡтан, ҡуҙ күмеп ҡалдырабыҙ, үҙебеҙҙә булмаһа, күршеләргә йүгереп инәбеҙ, һуңынан уны өрә-өрә тоҡандырабыҙ. Халыҡ та киң күңелле, ябай һәм асыҡ ине. Һәр ерҙә, һәр эштә берҙәм, дуҫ йәшәнек. Шулай йонсоһаҡ та иртәгәһе көнөбөҙ матур, бәхетле булырына ышаныс, яҡты өмөт беҙҙе күтәрҙе, көс бирҙе.
Һуғыштан һуң һаман колхозда һыйыр һауҙым, сөгөлдөр үҫтерҙем. 1952 йылда Тәүәкәс егете Әхмәтһаҙи Мәһәҙи улы Бадрановҡа тормошҡа сыҡтым. Бабайым белемле, аҡыллы, егәрле булды. Ул да ғүмер буйы колхозда тир түкте. Алты балаға ғүмер бирҙек. Гүзәл, Әлфинә, Зияда, Рәфинә ҡыҙҙарым һәм Нурислам, Рәдиф улдарым — беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Аллаға шөкөр, бөгөн улар үҙҙәре атай-әсәй, өләсәй-олатай булып балалар, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләй. 12 ейән-ейәнсәрҙәрем, 17 бүлә-бүләсәрҙәрем бар, — тип хәтирәләр йомғағын һүтте күпте күргән, күпте кисергән инәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әхмәтһаҙи Мәһәҙи улы бынан 10 йыл элек баҡыйлыҡҡа китеп бара. Улар бергә 58 йыл өлгөлө ғаилә булып донъя көтөп өлгөрә. Икеһенең дә тырыш, намыҫлы хеҙмәттәре бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, орден, миҙалдар менән билдәләнгән. Әле был наградалар ғаилә архивында ҡәҙерләп һаҡлана.
Бөгөн Әнисә Ҡотлогилде ҡыҙы Приуралье ауылында ҡыҙы Зиадала йәшәй.
— Әсәйебеҙ һәр ҡайһыбыҙға барһа ла ғәзиз. Тормош иптәшем вафат булғас, үҙемә алып ҡайттым. Бер-беребеҙгә иптәш. Икәүләп матур итеп йәшәп ятабыҙ. Башҡа балалары ла беҙгә бик йыш килеп, ҡәҙерлебеҙҙең хәлен белеп тора. Әсәйем бәхетле ҡартылыҡ кисерә тип әйтһәм бер ҙә хата булмаҫ,— ти уның ҡыҙы Зияда апай.
Унынсы тиҫтәне ваҡлаған ил инәһенең яҙмышы ысын тарих. Ниндәй генә ауырлыҡтар кисереүенә, тормош һынауҙарын үтеүенә ҡарамаҫтан, ул һынмаған, ә киреһенсә артабан үргә атларға көс, ҡеүәт тапҡан. Бындай оло быуын кешеләренең тормош һәм хеҙмәт юлдары бөгөнгө йәштәргә һәр саҡ матур өлгө булып торасаҡ.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: