Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Октябрь 2020, 18:11

Шәжәрә — тарих көҙгөһө

Районда иң яҡшы шәжәрә төҙөү бәйгеһе үтте.

Шәжәрә — башҡорттарҙың һәм ҡайһы бер башҡа төрки халыҡтарҙың ҡәбиләләр һәм ырыуҙар яҙмаһы, генеалогияһы. Шәжәрәләргә, йәғни нәҫел ағастарына, ир заты яҡлап нәҫел башлыҡтарының теҙмәһе яҙылған, ҡәбилә йә ырыу тормошондағы тарихи ваҡиғалар, мөһим факттар теркәлгән. Иң боронғо шәжәрәләр болғар осорона ҡарай, йәғни ҡайһы берҙәренә мең йылдан ашыу.
Шәжәрә ғәрәп телендә “ағас”тигән һүҙ. Борон заманда беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу – ҡәбиләне, нәҫел – нәсәтте, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың тормошон да сағылдырған. Тамыры – үткәнебеҙ, олоно – бөгөнгөбөҙ, тармаҡ – ботаҡтары – киләсәгебеҙ. Һәр ағас, әлбиттә фәҡәт үҙ тамыры аша ғына һут ала. Ағас ни тиклем нығыраҡ һәм тәрәнерәк тамырлана – шул тиклем нығыраҡ, сыҙамлыраҡ, сифатлыраҡ була.
Шәжәрәләрҙе һәр ырыу төҙөгән. Ырыу тарҡалған осраҡта туғандаш бер нисә ауыл кешеләре төҙөй башлаған. Бындай шәжәрәләргә ауылдың барлыҡ ир енесенән булған кешеләре теркәлә барған.
Районда шәжәрәгә арналған байрамдарҙы үткәреү матур йолаға әүерелде тип әйтһәк бер ҙә хата булмаҫ. Улар ата-бабаларыбыҙҙың, нәҫелдәребеҙҙең рухи мираҫын тапшырыу, халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырыу сараһы булараҡ, беҙҙең тормошобоҙҙа мөһим урын алып тора.
Күптән түгел район мәҙәниәт һарайында “Хәтер һәм дан” йылына арналған иң яҡшы шәжәрә төҙөү буйынса онлай бәйге үтте. Конкурста биш ғаилә вәкилдәре ҡатнашты.
Убалар ауылынан Абдуллиндар нәҫелен Өфө ҡалаһында йәшәүсе Абдуллин Вилдан тәҡдим итте. Мәктәп уҡыусыһы олаталары Абдуллин Сабир Мөхәмәтсәлих улы, Абдрахман Сабир улы, Миниәмир Абдрахман улдары һәм туғандары тураһында сағыу эш күрһәтте.
Сығыштары боронғо Аҫҡын ауылынан булған, районыбыҙҙа иң тәрән тамырлы нәҫелдәрҙең береһе — Басыровтар шәжәрәһе менән Ғафури районында йәшәүсе Әнисә Йәғәфәр ҡыҙы Әбдрахманова таныштырып үтте. Оҙаҡ йылдарға һуҙылған эҙләнеүендә бик күп тарихи мәғлүмәттәр туплап өлгөргән Әнисә Әбдрахманованың эше бай һәм ентекле йөкмәткеле, тарихи дәлилле булыуы менән айырылып торҙо. Уның улы Хәмзә Әбдрахманов та бәйгегә Муллаҡай ауылына ҡараған Ғәлләметдиновтарға арналған шәхәрәһен ебәрҙе. Ҡыҫҡа, әммә йыйнаҡ проектында йәш эҙәрмән ата-бабаларының, әсәй-өләсәйҙәренең тарихына төплө байҡау яһаны. Был башланғысҡа бөтә күңелен һалған Хәмзәгә киләсәктә ҙур өмөттәр бағларға була.
Максим Горький ауылынан Влада Соснина ла үҙенең презентацияһында Сосниндар ғаиләһенең тарихын бәйән итте. 12 йәшлек уҡыусы жюри ағзалырының иғтибарын боронғо фото-рәсемдәре менән яуланы.
Ғәҙәттә шәжәрә ир кеше яғынан төҙөлә тиһәләр ҙә, Максим Горькийҙан Гүзәл һәм Ринат Басыровтарҙың шәжәрә ағастарына ҡатын-ҡыҙҙар яғынан да тармаҡтар төшөрөлгән. Гүзәл ханым иренең әсәһенең нәҫел ебен байтаҡ йылдар элек юллай башлаған. Уларҙың күп йыллыҡ эҙләнеүҙәрендә Муллаҡай ауылының тарихы сағылыш тапҡан.
— Беҙ бер, ике туғандар менән генә түгел, етенсе тармаҡҡа айырылған нәҫелдәребеҙ менән дә яҡын аралашып йәшәйбеҙ, — тип һөйләп үтте видеороликта Гүзәл Басырова.
Һәр эш матур, йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс булды. Абруйлы баһалама комиссияһы ағзалары ҡыҙыу кәңәшләшкәндән һуң, кокурсанттарға түбәнге номинацияларҙы бирҙе. “Тәрән тамырлы шәжәрә” номинацияһына Әнисә Әбдрахманова, “Ғаилә йылъяҙмаһы” — Хәмзә Әбдрахманов, “Үҙенсәлекле һәм ижади алымлы шәжәрә” — Вилдан Абдуллин, “Минең ғаиләм кесе Ватаным тарихында” — Гүзәл һәм Ринат Басыровтар һәм “Ғаилә ҡомартҡылары” — Влада Соснина лайыҡ булды.
Әлбиттә, Арх-Латыш ауыл биләмәһе кешеләренең иғлан ителгән бәйгегә дәррәү ҡушылыуы һөйөндөрһә, уларҙың көслө рухлы булыуҙары тағы бер тапҡыр дәлилләнһә, башҡа ауылдарҙан вәкилдәрҙең булмауы, ошондай матур проекттарҙа һүлпән ҡатнашыуҙары, йәки бөтөнләй битараф ҡалыуҙары күңелде ҡырҙы. Был турала уйланырға сәбәп бар.
Еңеүселәргә килгәндә, уларға республика кимәлендә районыбыҙҙың данын артабан юғары кимәлдә яҡлауҙарын, ә ҡалған яҡташтарыбыҙҙың киләсәктә шәжәрәгә арналған сараларҙа әүҙемерәк ҡатнашыуҙарын теләйһе генә ҡала.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: