Инйәр
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Октябрь 2020, 17:16

Наркомания — заман сире

Кешелә булған көсһөҙлөк, йомшаҡлыҡ һәм наҙанлыҡ арҡаһында наркомания йәмғиәтебеҙҙә киң тамыр йәйҙе.

Йәш кешенең наркотиктар ҡуллана башлауы — уның бәхетһеҙлек юлын һайлауы, үҙ-үҙенә, ата-әсәһенә, йәмғиәткә хыянат итеүе тигән һүҙ.
Наркомания кешелеккә ҡот осҡос зыян килтерә. Ул халыҡты бөлгөнлөккә төшөрә, юҡҡа сығара. Заман сире менән яфаланғандар — яңылышыу ҡорбандары. Әлеге наркоманға әйләнгән йәш үҫмерҙәрҙең күбеһенә мәктәптә, ғаилә эсендә тейешле белем, иғтибар һәм тәрбиә бирелмәгән, уларҙы төплө уйларға, ҡылған ғәмәлдәренә баһа бирергә өйрәтмәгәндәр. Шуға күрә йәмғиәткә наркоманға әйләнгән йәштәрҙән тыш, яман ғәҙәттең таралыуына уңайлы шарттар тыуҙырған өлкәндәр, уларҙың хаталары менән дә көрәшергә кәрәк.
Телевидение, интернет селтәрҙәре аша наркотиктарҙың бер төрө булып һаналған тәмәке, һыра, алкоголь эсемлектәрҙең рекламалары ла уның таралыуына булышлыҡ итә.
Рәсәйгә наркомания афған һуғышы осоронда ныҡлап бәреп керә. Әммә сирҙең таралыуына һуғышҡа ғына һылтаныу дөрөҫ түгел. Беҙҙең наркомандарҙы күберәк Урта Азия илдәре “туйындыра”. Ул сеймал килеш тә, эшкәртелгән аҡ порошок хәлендә лә сик аша таратыла.
“Аҡ үлем” менән һатыу итеү, ҡулланыусыларҙың ишәйеүе кем өсөндөр файҙалы. Наркотиктарға буйһонған әҙәм тейешле дозаны алыр өсөн аҡсаһын да, ҡиммәтле әйберҙәрен дә, фатирын да һата. Уның йәшәү мәғәнәһе булып тик аҡ порошок тора. Етлеккән наркоман тәүлегенә өсәр укол ҡаҙай. Әгәр сираттағы дозаны ала алмаһа, 6-12 сәғәттән һуң уның “ломка”һы башлана. Был иң ҡурҡыныс, киҫкен мәл. “Ломка” ваҡытында доза өсөн ул теләһә ниндәй енәйәт ҡылырға, хатта кешене үлтерергә, үҙенә ҡул һалырға әҙер.
Ағыулы матдәләр организмға эләккәс, үҙәк нервы системаһына тәьир итеп, иҫерек хәленә килтерә. Уны табиптар эйфория тиҙәр. Был торошта кеше ысынбарлыҡтан тулыһынса айырыла, рәхәтлек, ҡәнәғәтлек хисе кисерә. Наркотиктар баш мейеһенең, үпкәнең, ҡан күҙәнәктәрен тарҡата, психоз, эпилепсия кеүек ҡаты ауырыуҙар киҫкенләшә, күңел болғаныуға килтерә.
Наркоманияны берәй ваҡыт еңеп булырмы? Ғалимдар фаразлауынса, әле генә түгел. Ләкин уның менән көрәштә түбәндәге ысулдарҙы ҡулланып була. Наркотиктар менән бәйләнгән кешеләргә бушлай медицина ярҙамы күрһәтергә, балалар, үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәктәре асырға. “Аҡ үлем”гә ҡаршы көрәштә тәмәке тартыу һәм иҫерткес эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы бөтөрөү менән бергә алып барырға. Мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында наркомания, алкоголизм һәм башҡа насар ғәҙәттәргә ҡаршы көрәште киңерәк йәйелдерергә, аңлатыу һәм тәрбиәүи эштәрҙе алып барырға.
Наркомания — заман сире. Һәр кем үҙ сәләмәтлеге тураһында үҙе ҡайғыртырға тейеш. Шуға күрә наркотиктарҙы татып ҡарау тәҡдименә берҙән бер дөрөҫ яуап — баш тартыу!
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: