Инйәр
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Октябрь 2020, 14:51

Киҙеүгә ҡаршы прививка тураһында

Киҫкен респиратор инфекцияларҙың эпидемиологик миҙгеле башланғанда тәүге сиратта киҙеүҙе (грипп) иҫкәртеү мөһим.

Һүҙ вакцинациялау тураһында бара, сөнки был киҙеү йоғоуҙан һәм сирҙең ауыр ағышынан һаҡлаған иң һөҙөмтәле юл булып тора. Быйыл был мәсьәлә айырыуса мөһим, сөнки Рәсәйҙә бығаса оҙаҡ йылдар дауамында булмаған штамдар әйләнештә йөрөйәсәк. Был халыҡтың уларға ҡаршы иммунитеты юҡ тигәнде аңлата. Ошо турала үҙәк район дауаханаһының балалар табибы Филүзә Шәйхислам ҡыҙы Бадрановаға мөрәжәғәт иттек.
— Филүзә Шәйхислам ҡыҙы, киҙеүгә ҡаршы прививканы кемдәргә мотлаҡ эшләтергә кәрәк?
— Йыл һайын 6 айҙан өлкән балалар, 50 йәштән олораҡтар, диабет, йөрәк, бөйөр, үпкә сирҙәре, астма менән ауырыусылар, иммунитеты көсһөҙләнгән кешеләр, медицина хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ вакцина һалдырырға тейеш, ә ҡалғандар уны үҙ теләге буйынса эшләтә ала.
— Кемгә эшләтергә ярамай?
— Алты айға тиклем балаларға, йомортҡа ағына йәки вакцина компоненттарына аллергия булғандарға. ОРВИ билдәләре булған йәки хроник сирҙәре көсәйгән кешеләргә.
— Вакцина арҡаһында сирләргә мөмкинме?
— Юҡ. Әгәр һеҙ ауырып китһәгеҙ, был грипп түгел, ә башҡа вируслы инфекция, йә иһә вакцинаның тәьҫире формалашып өлгөрмәгән.
— Балаға үҙеңдең ризалығыңдан башҡа прививка яһай алалармы?
— Юҡ. Закон буйынса ата-әсәләрҙең береһе яҙма ризалыҡ бирергә тейеш.
— Ниндәй хәүефе бар?
— Сиргә ҡаршы вакциналар хәүефһеҙ, һәм кешеләр уларҙы еңел кисерә. Әммә ҡайһы саҡта прививка яһатҡандан һуң укол ҡаҙаған ер ауырта, ҡыҙара, шешә. Бер аҙ хәлһеҙлек, эҫергәнеү күҙәтелеүе, мускулдар һәм быуындар ауыртыуы бар. Бик һирәк осраҡта вакцина компоненттарын ҡабул итә алмау арҡаһында тән сабыртыуы, Квинке шешенеүе, анафилактик шок күҙәтелә.
— Кемдәргә бушлай вакцина ҡаралған?
— Алты айҙан өлкән сабыйҙарға; мәктәп уҡыусыларына; көндөҙгө бүлектә белем алған студенттарға; медицина, мәғариф, коммуналь өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә; ауырлы ҡатындарға; 60 йәштән өлкәндәргә; хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға; һимереү, үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы хроник сирҙәре менән ауырыусыларға.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Дилара Бәҙретдинова әңгәмәләште.
Читайте нас: