Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Октябрь 2020, 17:40

Көслө рухлы ханым

Халҡыбыҙҙың “Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр” тигән һүҙҙәре тап Абҙан ауылында йөшәүсе Тәслимә Ғәйнислам ҡыҙына төбәп әйтелгәндәй.

Гөлсирә Сәйфулла ҡыҙы һәм Ғәйнислам Динислам улы Шәрәфетдиновтарҙың ғаиләһендә Тәслимә беренсе бала булып донъяға килә. Ғәҙәттә, ғаиләләге тәүге сабый ваҡытынан алдараҡ “ҙурая”, ҡул араһына иртәрәк инеп, ата-әсәһенә ярҙамлашып үҫә. Бәләкәйҙән сос, егәрле ҡыҙ ата-әсәһенә, алты энеһенә терәк-таяныс, ышаныслы ярҙамсы була. Ололар колхоз эшенән бушамағанда, уға кесе туғандарын ҡарарға ла, мал, ҡош-ҡорт тәрбиәләргә лә, аш-һыу менән булышырға ла тура килә.
— Әсәйем сөгөлдөр яланында ла тир түкте, мәктәптә йыйыштырыусы булып та эшләне. Атайым да колхоздан бушаманы. Тирә-йүнгә билдәле балта оҫтаһы халыҡты заманында ниҙәр генә эшләп һөйөндөрмәне! Улдары ла уға оҡшағандар — йорт һалыу, ағас менән эш итеү, ихата йүнәтеү улар өсөн бер ни түгел. Ата-әсәйебеҙ беҙгә яҡшы тәрбиә, тормош тәжрибәһе бирҙе. Хеҙмәт һөйөргә, кешеләргә ҡарата итәғәтле булырға өйрәтте.
Бөгөн туғандарым үҙҙәре оло йәштә булһалар ҙа һаман да кәңәштәремә ҡолаҡ һала, апай тип хөрмәт итеп тора. Беҙҙе кешелекле, кеселекле итеп үҫтергән ата-әсәйебеҙгә ҙур рәхмәтлебеҙ.
Байтаҡ йылдар тыуған еремдән ҡырҙа йәшәнем. 10-ынсыны тамамлағас, тура Стәрлетамаҡҡа тегенсегә уҡырға барҙым. Был һөнәргә яратып, теләп өйрәндем. Ошонда уҡ теген фабрикаһында хеҙмәт юлымды башланым, тормошҡа сыҡтым. Бер-бер артлы ике улым: Илдар менән Илшат донъяға килде.
Яҙмышымда урау-урау, һикәлтәле һуҡмаҡтарҙан үтергә, үҙ ваҡытында донъяның әсеһен-сөсөһөн дә татырға тура килде. Эшләмәгән эшем ҡалманы: ательела ирҙәр кейемдәрен дә тектем, төҙөлөштә лә эшләнем, торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығында ла, дөйөм туҡланыу һәм башҡа өлкәләрҙә лә тир түктем. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, һәр ваҡыт яҡшы, тырыш һәм намыҫлы хеҙмәткәрҙәр рәтендә торҙом. Балаларым, уларҙың яҡты киләсәге өсөн үҙемде аяманым. Тырышып донъя көткәндә, юҡты бар, берҙе биш иткәндә генә тормош алға бара бит. Тырышыуым юҡҡа булманы, әлеге мәлдә Илдар улым Белорет ҡалаһында судья вазифаһын башҡара, ә Илшатым Себер тарафтарында эшләй, ситтән тороп Саратов нефть институтын тамамланы. Икеһе лә ғаиләле, биш ейән-ейәнсәрем бар. Килендәрем дә уңған, ҡыҙҙарым кеүек яратып торам.
Ауылға күсеп ҡайтҡас, туғандарым яңы йорт һалырға ярҙам итте. Хаҡлы ялға сыҡһам, бал ҡорттарын тотасаҡмын тигән ниәтемде тормошҡа ашырҙым. 20-ләп баш ҡорт аҫрайым. Бөтә күңелемде уларға һалғанмын. Иртән торам да, иң тәүҙә, баҡсамды урайым. Ултыртҡан һәр ағастарымды, ҡыуаҡтарҙы, гөл-сәскәләремде, еләк-емештәремде барлайым, уларҙы тәрбиәләп үҫтереү, ризыҡтарын әҙерләү миңә бик оҡшай. Ғөмүмән, эшһеҙ торорға яратмайым. Миңә һәр саҡ нимә менән булһа ла шөғөлләнергә кәрәк.
Яңыраҡ бал ҡортсолары кооперацияһы ағзаһы булып киттем. Был башланғысҡа ҡушылыуымдың төп сәбәбе — районыбыҙҙың йәштәрен күтәреү. Ошо йүнәлештәге кооперацияны урында асыу тураһында һүҙ сыҡҡас, егеттәрҙең башланғысын бик аҙ кеше хупланы. Уларға ярҙам, таяныс булһын, тип ҡушылып киттем һәм бер ҙә үкенмәйем, бөгөн беҙҙең бәләкәй генә ойошмабыҙ ҙур эштәр башҡара, тәүге яҡшы һөҙөмтәләребеҙ күҙгә күренә башланы. Бөгөн һау-сәләмәт, егәрле булһаң, маҡсатыңа ирешеү өсөн бер нимә лә ҡамасауламай.
Минең көндәлек тормошом сит ерҙәр менән танышыу, интернет киңлектәрен үҙләштереү, үҙеңдең сәхифәләрең менән уртаҡлашыу һәм башҡа бик күп эштәргә, башланғыстарға ҡоролған. Моңайып ултырырға бер ҙә ваҡытым юҡ,- тип һөйләп үтте дәрте ташып торған ханым.
Ысынлап та, берсә йүгереп барып туғандарына ярҙамлашҡан, берсә балаларын тәмле аш-һыуҙар әҙерләп көткән, уның араһында төрлө-төрлө бәлештәр бешереп таныш-тоноштарын ҡыуандырған, кәртәләге мал-тыуарын ҡарап, баҡсаһын утап, һәр ергә өлгөргән был апайҙың уңғанлығына, етеҙлегенә һоҡланмағандар һирәктер. Тәслимә апай кеүектәр заман ауырлыҡтарына бирешмәй, тормошта үҙ юлы менән барған көслө рухлы ҡатындар ул! Шундай кешеләр арабыҙҙа күберәк булһа ине!
Дилара Бәҙретдинова.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: