Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Октябрь 2020, 15:52

Илһам шишмәләре һайыҡмаһын

Яҙын йылғалар ярҙарына һыйыша алмай, ҡалын боҙҙар бер-береһенә бәрелә, аҡ күбектәр әллә ҡайҙа ашҡына.

Ижад кешеһенең күңеле лә шулай, яҙғы йылға һыуы кеүек, тышҡа бәреп сыға. Районыбыҙ шағирҙарының да күңел түрендә бөрөләнгән хис-тойғолары шиғри шәлкем булып урғылып тора.
“Башҡорт теле йылы” тип иғлан ителгән 2020 йылдың икенсе яртыһына ла аяҡ баҫтыҡ. Ғүмер ҙә бит аҡҡан һыу кеүек. Әйтер һүҙем үҙ тыуған төйәгендә, районыбыҙҙың ижад майҙаны “Инйәр” гәзитендә донъя күргән шиғриәт хаҡында.
“Ҡанаттар осҡанда нығый” тибеҙ, ә бит осор өсөн күңел ҡанатыңдың маһирлығы кәрәк. Ана шул, “хазиналарын” башҡалар күңеленә лә еткереүселәр элек тә бар ине. Мәҫәлән, Шакир Ғәлин (Аҙау), Хәйбулла Әбйәлилов (Тәүәкәс), Насретдин Фәхретдинов (Айытмәмбәт), Фанияз Садиҡов (Аҙау), Нур Хәбиров (Тирәкле) һәм башҡалар. XXI быуат башынан әүҙем ижад иткәндәр Рәшиҙә Баязитова, Регина Искәндәрова, Роза Ғәббәсова, Гөлирә Фәйрүзова, Раушан Хәзиәхмәтов, ҡобайырсылар Зәлифә Фәйзуллина, Нәсимә Юлмөхәмәтова һәм башҡа бик күптәрҙең ижад емештәре әленән-әле район матбуғатында баҫылып тора. Уларҙы йотлоғоп уҡыусылар күңелдәрен байыта, тормошҡа ҡарашын үҙгәртә, йәшәйешенә һығымта яһай. Шиғри әҫәр бер ҙә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй. Ниндәйҙер тетрәнеү кисереү, тыуған илеңә, ереңә, халҡыңа булған һөйөү, яҡын кешеләреңә мөхәббәт тойғоларын сағылдырыу ер ҡуйынынан урғылып сыҡҡан шишмә шикелле, тышҡа бәреп сыға. Шиғыр ул ритм һәм рифмаға ҡоролған һүҙҙәр теҙмәһе генә түгел, ә унда тәрән фекер ята. Шуға ла һәр яҙған әйберең шиғыр, һәр яҙышҡан кеше шағир була алмай.
Рәшиҙә апай Баязитованың шиғриәтендә тәрән фәлсәфә бар. Мәҫәлән, 2012 йылда донъя күргән (етмеш йәшенә бүләк итеп, балалары сығарған) “Мин йәшәйем” тигән йыйынтығында тупланған илленән ашыу шиғырын уҡып сыҡһаң, авторҙың барлыҡ тормош юлы, донъяға ҡарашы тоҫмаллана.
Ниндәйҙер белгес түгелмен, ә ябай гәзит уҡыусы булараҡ, һоҡланыуымды белдерә алам. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған атаһы Кәлимулла Фәйзулла улы Сәйфуллин һәм әсәһе Зәйнәб Насретдин ҡыҙына арналған “Атай рухы” шиғырын уҡып, хайран ҡалырлыҡ. Ҡайһы ғына шиғырын алма, һәр береһе йәшәүгә көс бирә, дәрт өҫтәй, ауырлыҡтар алдында торғандарҙы сыныҡтыра.
Гөлирә Фәйрүзованың 2011 йылда сыҡҡан “Инйәр тауышы” шиғри йыйынтығы “Мин — башҡорт ҡыҙы” тигән бүлектән башланып киткән. Башҡорт ҡыҙҙарының саялығы ла, эскерһеҙлеге лә, ғорурлығы ла, сафлығы ла, сабырлығы ла, тоғролоғо ла сағылған унда. “Башҡортостаным — гөлөм”, “Инйәрем — үҙ ерем”, “Миҙгелдәрем — теҙгендәрем”, “Йылдарым һәм йырҙарым”, “Йәшлекте һағыныу” һәм башҡа бүлектәрендә дөйөм кешелек ҡиммәттәренең һәммәһе лә асыҡ ярылып ята. Уның шиғырҙары көйгә һалынып, бик күп тыңлаусыларҙың яратҡан йырына әйләнде. Бигерәк тә Рәйес Вәғизов башҡарыуындағы (уның көйө) “Инйәремә ҡайтам” йыры киң танылыу яуланы.
Арҙаҡлы шағирәбеҙ Роза Ғәббәсованың шиғриәте һәр йыйынтығынан тәрәнерәк фәлсәфәгә ҡорола бара. Элегерәк мәктәп йәшендәге балалар өсөн яҙылған шиғырҙарында фекерләү, зиһенләү, хыял итеү һәм башҡаларҙы иҫәпкә алып, баланың йәш үҙенсәлегенә тап килерлек итеп яҙылһа, һуңғы йыйынтыҡтары үҫмерҙәр, оло йәштәгеләргә тәғәйенләнгән. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда йәш быуында тыуған илгә, телгә, матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләү бурысы ҡуйылған уның ижадында. Ә был йәмғиәттең мөһим бурыстарының береһе.
Районыбыҙ шағирәләре араһында үҙенсәлекле урын алып торған, фекерен аныҡлап асып биргән ижади шәхесебеҙ — Регина Искәндәрова. Алдағы шағирәләребеҙ, башланғыс класс уҡытыусылары, тел белгестәре булһа, Регина Ғарифулла ҡыҙы аныҡ фән — математика уҡытыусыһы. Бәлки, шуғалыр ҙа ,уның шиғриәтендә аныҡлыҡ, аҙ һүҙ менән тәрән мәғәнә биреү сифаты хас. Тыуған ауыл, тыуған ил, ер тураһында яҙһынмы, ғаилә, туғандар, дуҫ-иш, балалар, ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәрҙәр хаҡында булһынмы — оло йылылыҡ, көслө мөхәббәт, яуаплылыҡ һәм тоғролоҡ, киләсәккә ышаныс тойғолары өҫтөнлөк итә. Биш ҡыҙ балаға ғүмер биргән әсәнең нескә хистәре төҫмөрләнә.
“Арыш араһында бер бойҙай” тип әйтерлек Раушан Хәзиәхмәтовтың ижады тураһында. Мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарына шиғриәткә булған һөйөүен дә өҫтәгән ул. Байтаҡ шиғырҙарына көй яҙылған, йырҙары бәләкәй һәм ҙур сәхнәләрҙә яңғырай.
Ҡобайырсылар, таҡмаҡсылар, ижад шишмәһенең башҡа өлкәләре хаҡында һүҙ алдағы мәҡәләнең нигеҙенә һалыныр. Ә шиғыр яҙмай булдыра алмаған райондаштарыбыҙҙы һәр ҡайһыһын тәбрикләү, һис юғында уларҙың барыһын йыйып, бәләкәй генә сара үткәрелһә, ни әйтер инең?! “Кешеләргә бер йылы һүҙ етә, әгәр булһа ысын йөрәктән”, тип йырлана бит билдәле йырҙа. Элегерәк шиғри әҫәрҙәрҙе бер тәртипкә һалып, район матбуғатында донъяға сығарыусы Гөлирә Фәйрүзова торһа, хәҙерге көндә “Инйәр” ҙә сыҡҡан һәр шиғри әҫәр өсөн Рәғиҙә Ғиззәтуллинаға рәхмәтлебеҙ.
Шиғыр — рухи емешебеҙ. Һәммәбеҙ ҙә уның тәмен татып ҡарайыҡ, тимәксемен.Таланттарҙы һаҡларға, яҡларға, күтәрергә кәрәк. Уларҙың данын арттырыу, хөрмәт күрһәтеү сараларын күреү зарур.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: