Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Октябрь 2020, 17:27

Ауылдашыбыҙҙы ҡотланыҡ

Максим Горькийҙа ғүмер итеп, колхозда тир түккән, балалар тәрбиәләп үҫтергән Флүрә Ғәлихужа ҡыҙы Әбдрәшитоваға быйыл 85 йәш тулды.

Уны ошо күркәм юбилейы менән урындағы әүҙем ағинәйҙәр һәм имам-хатибыбыҙ Батыргәрәй Мәзитов ҡотланы. Ауылдаштары ғына түгел, ә күрше тирәләрҙә лә Флүрә әбейҙе белеп, хөрмәт итеп торалар. Оло йәштәге ил инәһенә изге теләктәребеҙҙе еткереп, матур бүләктәр тапшырҙыҡ.
Флүрә Ғәлихужа ҡыҙы алыҫ 1935 йылда Ауырғазы районының Түбәнге Ләкәнде ауылында тыуа. Яҙмыштан уҙмыш юҡ тигәндәй, үҫеп буй еткергәс, Ғафури районына колхозға эшкә ебәрелә. Бында әхирәте менән һөтсөлөк фермаһына урынлаша. Шулай тырышып эшләп йөрөгәндә бер көн улар янына хәрби кейемдәге егет килә. Танышып, һөйләшеп китәләр. Йәш кеше булған ҡыйыулығын йыйып Флүрәне киске уйынға саҡыра. Осрашыуҙар йышая һәм байтаҡ ҡына йөрөгәндән һуң, улар өйләнешә.
Әбдрәшитовтар ғаиләһе 1978 йылда Максим Горький ауылына күсеп килә. Ул заманда колхоздың гөрләп торған сағы. Төрлө яҡтарҙан йыйылған халыҡ урындағы фермаларҙа, цехтарҙа, заводтарҙа һәм башҡа эш ерендә дәртләнеп тир түгә. Ирле-ҡатынлы шунда уҡ дөйөм эшкә егелә. Флүрә Ғәлихужа ҡыҙы сөгөлдөр ҙә үҫтерә, фермала быҙауҙар ҙа тәрбиәләй, иген елгәртеүҙә лә ҡатнаша. Ғөмүмән, тормош иптәше менән ҡайҙа ҡушһалар, шунда намыҫлы хеҙмәт итә.
Ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары һәм улдары бәләкәйҙән эш мәғәнәһен белеп буй еткерә. Егәрле ғаилә шәхси хужалыҡтарында ла күп итеп мал, ҡош-ҡорт аҫрай. Оло баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бабай күптән мәрхүм. Флүрә әбей бөгөн ике улы менән донъя көтә. Һаман ваҡ мал тота, картуф сәсә. Әлегә тиклем йүгереп йөрөп ихата, йорт эштәре менән булыша. Дингә бирелгән ағинәй намаҙҙарын ҡалдырмай, аяттарға йөрөй.
— Әл дә балаларым бар. 15 ейәнем, 10 ейәнсәрем — йәшәүемдең мәғәнәһе. Сирләп китһәм улдарым ҡан баҫымын үлсәп, дарыуҙарын бирә һала. Утынын, һыуын индереп, йәшәү өсөн яҡшы шарттар тыуҙыра. Ҡырҙағы балаларым да йыш ҡайтып тора. Йыл әйләнәһенә берәүҙәрен ҡаршы алам, икенселәрен оҙатам,— тип һөйләп үтте ағинәй.
Ауылыбыҙҙа оло йәштәгеләргә ҡарата ихтирамлы ҡараш, иғтибар бүлеү яҡшы йолаға әйләнде. Был сауаплы эштәрҙе бойомға ашырыуҙа Батыргәрәй Хөрмәт улының ролен әйтеп бөтөргөһөҙ. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, шуға күрә яҡшы эштәр башҡарып йәшәйешебеҙгә нур өҫтәйек.
Гөлгөнә Хисмәтуллина,
“Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе.
Читайте нас: