Федераль кимәлдәге уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһын ҡәҙимге кешеләр менән бер рәттән, мөмкинлектәре сикләнгән туристар ҙа барып күрә алһын өсөн, уны ҡулайлаштырыу мәсьәләһе ҡарала.
Ошоға бәйле, күптән түгел мәмерйәлә Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының “Хәстәр төбәге” проекты авторы, “Ышаныс”хоспистарға ярҙам күрһәтеү хәйриә фонды ойоштороусыһы Нюта Федермессер, “Хәстәр төбәге” етәксеһе Борис Хесин булған һәм ошо мәсьәләне хәл итеү юлдарын барлаған.
Мәмерйәне инвалидтар өсөн ҡулайлы итеү башланғысын Нюта Федермессер августа уҡ Өфөгә эшлекле сәфәр менән килгәндә белдергәйне. Ә был ялдарҙа ул Октябрьский ҡарттар һәм инвалидтар йорто тәрбиләнеүселәре менән Асҡын мәмерйәһендә булған.
— Мәмерйә бихисап оло йәштәгеләр һәм инвалидтар йәшәгән урындан йыраҡ түгел урынлашҡан, ә улар дүрт стенаға ҡарап ултырырға мәжбүр. Ленара Хәким ҡыҙы менән ололар һәм инвалидтар мәмерйәне килеп күрергә тейеш тип хәл иттек. Был ниәтте, ниһайәт, тормошҡа ашырҙыҡ: физик һәм менталь үҙенсәлектәре булған 27-нән 66 йәшкә тиклемге биш кешене алып килдек. Ковидҡа бәйле ярты йыл бикле ултырғандан һуң, улар үҙҙәре барып етте. Һәммәһе лә бындай походҡа беренсе тапҡыр сыҡҡан. Арынылар, шып-шым булдылар, әммә тәьҫораттары аңлатып бөткөһөҙ. Ҡайтҡас иһә башҡаларға ла был хаҡта һөйләйәсәктәр, – ти Нюта Федермессер.
Оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн мәмерйәне ҡулайлаштырыу мәсьәләһен район хакимиәте һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән бергә хәл итергә була.
Әлеге ваҡытта уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһын 2017 йылда оҙайлы ҡуртымға алған Рус география ойошмаһының төбәк бүлексәһе Президент гранттары фонды ойошторған конкурста ҡатнашыу өсөн махсус проект әҙерләй. Уның концепцияһында – мәмерйә биләмәһен төҙөкләндереү, уға бара торған ике километр юлға асфальт түшәтеү, коляскалар өсөн алюмин рельстар һәм пандустар ҡуйыу, йылдың төрлө ваҡытында мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙе килтереү өсөн "УАЗ" автомобиле һәм ҡаргиҙәр һатып алыу. Уңайлы баҫҡыстар, ял итеү өсөн тирмә ҡуйыу ҙа планлаштырыла.
Нюта Федермессер әйтеүесә, проектты тормошҡа ашырыу өсөн 11 миллион һум самаһы аҡса кәрәк. Проект ғәмәлгә ингәндән һуң интернаттарҙа йәшәгән меңәрләгән пациент тәбиғәт ҡомартҡыһын барып күрә аласаҡ.
– Беҙгә “Рәсәй вертолёттары” холдингы, Президент гранттары фонды, Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Хәстәр төбәге” проекты ярҙам итеренә ышанам. Күп ҡалманы: аҡса табырға һәм эште башларға кәрәк, – ти Нюта Федермессер.
Әгәр ҙә был пландар тормошҡа ашһа, Асҡын мәмерйәһе республикалағы социаль йәһәттән ҡулайлаштырылған тәүге тәбиғәт объекты буласаҡ.
Быға тиклем мәмерйә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы гранты, “Газпром-Трансгаз Өфө” акционерҙар йәмғиәтенең попечителдәр иғәнәһе ярҙамында тәртипкә килтерелгән. 2018 йылда Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе Башҡортостан Башлығы грантын яулаған һәм уның ярҙамында мәмерйәлә баҫҡыстар ҡуйҙырған, эсенә яҡтылыҡ үткәргән, юлға таш һалдырған. Унан тыш, 20 кешелек ҡунаҡ бүлмәләре булған йорт төҙөлгән, күперҙәр, бәҙрәфтәр ҡуйылған. Һаҡсылар йортонда интернет селтәре үткәрелгән, видеокамералар ҙа бар.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.