Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Сентябрь 2020, 17:30

Милли кейем — халыҡтың эске булмышы

Яҡташтарыбыҙҙы фәһемле мәҙәни саралар көтә

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, быйыл беренсе тапҡыр Милли кейем көнө булдырылды. Хәҙер ул йыл һайын апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. Шул уңайҙан район мәҙәниәт йортоноң мәғлүмәт-методик бүлеге мөдире Розалия Хәсәнова менән әңгәмәләштек.
Розалия Зиннәтулла ҡыҙы, 2020 йылдан башлап республикала йылына ике тапҡыр – апрелдә һәм сентябрҙә Милли кейем көнө билдәләнә. Һеҙ был байрамдың әһәмиәте тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?
Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт вәкилдәре йәшәй. Үҙебеҙҙең районды ғына алғанда ла төрлө халыҡ менән бер туғандар кеүек ғүмер итәбеҙ, бер-беребеҙҙең байрамдарын, йолаларын беләбеҙ, ҡунаҡтарға йөрөйбөҙ. Минеңсә, һәр халыҡтың йолаларын белеү рухи өлөштөң бер сағылышы булып тора. Иғлан ителгән байрам тап бына халыҡтар дуҫлығын нығытыуға, рухи үҫешкә, тарихты, мәҙәниәтте белергә әйҙәй. Шуға күрә уның әһәмиәте һәр яҡлап та бик ҙур.
— Милли кейем киң мәғәнәлә…
— Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы — сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә.
— Башҡорт милли костюмының үҙенсәлектәре…
— Милли кейем-һалым — халыҡтың хужалыҡ-көнкүреш торошона, уның мəҙəни-тарихи үҫешенə бəйле. Башҡорт кейемдәре тула, төрлө үлəн сүстəренəн һуғылған туҡыма, йөн, күн, һарыҡ тиреһенəн тегелгəн, шулай уҡ ебəк, бəрхəт һəм башҡа туҡымалар ҡулланылған. Өҫкə елəндəр, камзулдар йыл əйлəнəһенə кейелгəн. Уларҙы биҙəүгə ҙур иғтибар бирелгəн. Башҡорттарҙың йəш һəм урта быуын вəкилдəре сағыу төҫлө кейемгә өҫтөнлөк биргән. Ҡыҙыл төҫ янына йəшелде һəм һарыны, һирəгерəк күк төҫтө ҡулланғандар. Аҡ төҫтəге кейем ҡайыу, сигеү ярҙамында ҡыҙыл төҫ менəн биҙəлгəн. Өлкəн кешелəр ҡара төҫтө һайлаған. Кейем-һалымды, баш кейемдəрен йыш ҡына мəрйен, ҡортбаш, мəрүəт, сəйлəн, көмөш көмбəҙҙəр һəм көмөш тəңкəлəр менəн биҙəгəндəр. Селтəр-һаҡалдар, иңһəлектəр, хəситəлəр, муйынсалар, сəс сулпылары — ысын- ысындан сəнғəт əҫəрҙəре. Аяҡҡа күн итектəр, кəүеш, тула ҡуңыслы ситек кейгəндəр.
Философик күҙлектән ҡарағанда, кейемдә тормош гармонияһы булып ике - ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет башланғысының үҙ-ара ярашыуы торған. Тотороҡлолоҡ, үҙ һүҙендә тора белеү, аналитик фекерләү, һалҡын иҫәп, йәғни, ир-егет башланғысы кейемдең нигеҙендә — төҙөлөшөндә күренә. Хис-тойғоларға бай булыу, башҡаларҙың хәленә инә белеү, йәлләү менән айырылып торған ҡатын-ҡыҙ башланғысы кейемдең төҫөндә, биҙәктәрендә, биҙәнеү әйберҙәрендә күренә.
— Бөгөн милли кейем элементтары менән тегелгән кейем-һалымды булдырыуға нисек ҡарайһығыҙ?
— Ыңғай. Бер һүҙһеҙ ошондай кейемдәрҙе һатып алыр инем, башҡалар ҙа бындай тәҡдимде хуплар тип уйлайым. Ғөмүмән, әгәр ҙә халыҡтың үҙаңын үҫтерергә, рухын күтәрергә, башҡортлоҡто уятырға теләһәк заманса башҡорт милли кейемдәре һатыуҙа мотлаҡ булырға тейеш, тик ҡиммәт түгел. Сөнки әлеге мәлдә милли атрибутлы әйберҙәрҙең хаҡы юғары. Әгәр ҙә киләсәктә кейем магазиндарында төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәре булһа, улар ҙур һорау менән файҙаланасаҡ.
— Районда Милли кейемдәр көнө айҡанлы нимәләр ҡаралған?
— Беренсенән, Милли кейем көнөнә арналған флешмоб ойошторҙоҡ. Унда теләгән һәр кем ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, халыҡ ҙур әүҙемлек күрһәтте.
Ауыл мәҙәниәт йорттары етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре урында милли кейемдәргә арналған төрлә саралар уҙғарасаҡ. Мәҫәлән, Абҙанда Э. Мусина “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли костюмдары” тигән әңгәмә, Ф.Кинйәғолова “Тамырҙарҙан” тип аталған түшелдерек эшләү буйынса флешмоб үткәрәсәк. Орловкала В.Антипина милли кейемдәрҙән фото күргәҙмә, шулай уҡ флешмоб әҙерләй. Башҡа ауылдарҙан да “Өләсәйем һандығы”, “Халыҡ кейемдәре тарихы” фольклор сәғәте, “Башҡорт халыҡ милли кейеме” китапхана дәресе, “Милли кейемдәр тарихына сәйәхәт” арт-осрашыуы, “Рус милли кейеменең матурлығы” видео-күҙәтеү, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, фотосессиялар, күргәҙмәләр һәм семинарҙар ойошторола. Был мәҙәни саралар аҙна дауамында үтәсәк, ҡатнашырға теләгәндәр, рәхим итегеҙ.
Әңгәмә һуңында гәзит уҡыусыларға шуны әйтер инем. Тарихыбыҙҙы, милли йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе онотмайыҡ. Милли кейемдәр көнөндә генә түгел, ә ҡәҙимге көнкүрешебеҙҙә лә үҙебеҙҙең рухи хазинабыҙҙы, ата-бабалар ҡомартҡыларын хәтерҙән сығармайыҡ, онотмайыҡ, яңынан тергеҙәйек.
— Розалия Зиннәтулла ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙе Милли кейем көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым.
— Рәхмәт.
Дилара Бәҙретдинова әңгәмәләште.
Читайте нас: