Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Сентябрь 2020, 18:17

Милләттәр ҡомартҡыһы

Районда милли көнгө арналған сағыу автоуҙыш үтте

Тулҡынланып көткән Милли кейемдәр көнө районыбыҙҙың һәр ауылында, һәр учреждениеһында гөрләп, юғары кимәлдә үтте тип әйтһәк бер ҙә хата булмаҫ. Үҙенсәлекле байрамда үҙ тарихын, мәҙәниәтен, телен һөйгән, хөрмәт иткән кеше үҙ тамырҙарына ихтирамлы ҡараш күрһәтте. Милли кейемдәр көнөндә халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы, уны дәррәү күтәреп алыуҙары республикабыҙҙың халыҡтар дуҫлығын нығытыуҙы, тамырҙарыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе онотмауыбыҙҙы, илһөйәрлегебеҙҙе күрһәтте.
Байрам алдынан яҡташтарыбыҙ төрлө халыҡ костюмдарында фотоға төшөп киң йәйелдерелгән флешмобта ҡатнашты. Сит яҡтарҙағы райондаштарыбыҙ ҙа был сараға ихлас ҡушылды. Мәктәптәрҙә, китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында аҙна дауамында төрлө асыҡ дәрестәр, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар һәм башҡалар ойошторолдо.
Йома көн район хакимиәте алдындағы майҙанда Милли кейем көнөнә арналған сараларға старт бирелде. Район хакимиәте башлығы Илшат Әминев байрамға башҡорт ир-егеттәренең баш кейеме — түбәтәй кейеп килде. Барыһын да байрам менән ҡотлағандан һуң, Илшат Нәжмитдин улы халыҡ кейемдәренең үҙенсәлеген, уларҙың тарихи сығанаҡ булып тороуҙарын, йәш быуынды тәрбиәләгәндә әһәмиәтлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Түбәтәйҙең төрки халыҡтарҙа ирҙәрҙең төп баш кейеме булыуы, уның төрҙәре тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе.
Артабан милли кейем дефилеһы үтте. Башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш һәм латыш халыҡ кейемдәрен тәҡдим иткән йәйғор кеүек сағыу тамаша көҙгө сыуаҡ көнгә нур өҫтәне. Бында милли кейемдәрҙе күрһәтеүҙән тыш, уларға ҡыҫҡаса ҡылыҡнамә бирелде, йәш айырмаһы буйынса ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар әйберҙәренең төрҙәре, тәғәйенләнеше тураһында бәйән ителде.
Киләһе сара Ҡыҫынды мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Сарала ҡатнашыусылар матур итеп биҙәлгән еңел машиналарға ултырып Ҡыҫындыға юл тотто. Ауылдың үҙешмәкәр артистары Раушан Хажиәхмәтов етәкселегендә, йола буйынса, ҡунаҡтарҙы йылы итеп ҡаршыланы. Башҡорт милли аш-һыуҙарынан, тормош-көнкүреш әйберҙәренән, биҙәүестәрҙән әҙерләнгән күргәҙмә тәҡдим ителде. Музыкаль номерҙарҙан һуң, район мәҙәниәт йорто директоры Любовь Тюленева “Архангел Иҡсанов фестивале — 2020” халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың ижади конкурсында ҡатнашҡан ҡыҫындыларға Дипломдар тапшырҙы.
Автоуҙыштың икенсе туҡталышы Ҡыҙыл Еҙем мәҙәниәт йортонда булды. Милли кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙар барыһын да йыр-моң менән ихлас ҡабул итте. Был мәҙәни усаҡта ауылдың оҫтабикәләре муйынсаҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәтте. Теләгән һәр кем ижади эштә ҡатнашты. Муйынсаҡ ҡына түгел, ә төҫлө ептәрҙән беләҙек тә яһап өлгөрҙө улар. Ойоштороусылар шулай уҡ рус милли биҙәүестәренең йәшәйеш, тормош тәртибе, матурлыҡ тураһында ҡараштарын, ғаиләнең йәмғиәттәге урынын сағылдырған, һаҡлау, яҡлау, биҙәнеү, ҡупшыланыу маҡсатын күҙ алдында тотоуы тураһында һөйләне, урындағы музей менән дә таныштырҙы.
Автоуҙыштың киләһе нөктәһе — Орловка. Орловка мәҙәниәт йорто барыбыҙға ла ҡул буҫтауы, туҡыусылыҡ менән шөғөлләнгән һәләтле кешеләре менән билдәле.
Туҡыу станоктарында туҡыма етештереү иң боронғо һөнәрҙәрҙең береһе. Фәнисә Гольцова яҡташтарына туҡыу станогын эшкә әҙерләү, башҡортир-егеттәренең билбауын һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Эш араһында Ф.Гольцова, шулай уҡ, ҡулдан туҡыу станоктарының ябайлығы, уларҙа нигеҙ ептәренең нисек беркетелеүе һәм башҡалар тураһында ла һөйләп ишеттерҙе, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Сара һуңында барыһы ла иҫтәлеккә фотоға төштө.
Кискә ҡарай райондаштарыбыҙ, барлығы 30-лап кеше, Өфөгә, мәртәбәле “Евразия йөрәге” сараһына ашыҡты. Бында яҡташтарыбыҙ биш милләт вәкилдәренең халыҡ костюмдарын тәҡдим итте һәм бейеү флешмобында ҡатнашты.
Сағыу концерт Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. 25 меңгә яҡын тамашасы алдында Асҡар Абдразаҡов, Башҡорт дәүләт филармонияһының БР халыҡ артисы Олег Ҡасимов етәкселегендәге эстрада-джаз оркестры, “Бессмертный полк” программаһы менән Любовь Казарновская һәм башҡалар сығыш яһаны. Сараның төп ҡунағы Олег Газманов булды.
Милли кейемдәр көнө илһам, күңел күтәренкелеге менән гөрләп үтте. Халҡыбыҙҙың был сарала бергәләп ҡатнашыуы бик күңелле һәм фәһемле булды. Ойошторолған саралар милләтебеҙҙең рухи байлығын тағы арттырыр, күңелдәребеҙҙе күтәрер, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өмөт уятыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: