Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Сентябрь 2020, 17:49

Быуаттарҙы ялғай балаҫ ебе

Башҡорт халҡы борон-борондан тәбиғәткә яҡын.

Тәбиғәттәге һәр нәмә, һәр йән эйәһе уның өсөн бик ҡәҙерле булған. Шуға күрә башҡорттарҙың ауыҙ-тел ижадында ла, тормош-көнкүрешендә лә, кәсептәрендә лә тәбиғәт, уның матурлығы, уға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәте төп урынды алған. Бөгөн халҡыбыҙҙың ниндәй генә боронғо әйберҙәрен алма, уларҙың һәр береһенә тәбиғилек хас, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәрендә.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының шөғөлдәре бихисап булған. Аш-һыу әҙерләү, бала тәрбиәләүҙән тыш, йорт эштәренән кейеҙ, тула баҫыу, туҡыусылыҡ, өбөрөһөҙ балаҫ һуғыу, йүрмәп сигеү, буялған йөндән биҙәкле балаҫ һуғыу, күн һәм тире эшкәртеү, сигеү, бәйләү, үреү кеүек һөнәрҙәр үҫеш алған.
Бөгөн үкенескә ҡаршы, былар менән гүзәл заттарҙың байтаҡ өлөшө шөғөлләнмәй, йәштәргә килгәндә, хатта бөтөнләй белмәйҙәр ҙә. Шуға күрә оло быуын кешеләре, ағинәйҙәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һуңғы ваҡытта боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү өҫтөндә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Һөҙөмтәһе күҙгә күренә — һәр ауылда, ҡалаларҙа бынамын тигән оҫталар үҫеп сыға, төрлө ҡул эштәре түңәрәктәре асыла, бәйгеләр, осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың зауыҡлы кәсебе тергеҙелә.
Үткән аҙнала Орловка ауылында “Ҡул буҫтауы”, “Биҙәкләп һуғыу төрҙәре” республика семинарҙары уҙҙы. Унда Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларынан, Ауырғазы, Бөрйән, Миәкә һәм башҡа райондарҙан 41 кеше ҡатнашты. Мәртәбәле сараны район мәҙәниәт йорто һәм урындағы ҡул оҫталары Фәнисә Гольцова менән Кәримә Кайдалова ойошторҙо.
Архангелдәр был юлы ла үҙҙәренең мәҙәни кимәленә тап төшөрмәне: ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ҡаршыланы, ҡул эштәре менән барыһын хайран итте, балаҫ һуғыу йолаһын күрһәтеп, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Семинарҙа ҡатнашыусылар ҙа буш ҡул менән килмәне, улар күҙҙең яуын алырлыҡ береһенән-береһе матурыраҡ, нурлыраҡ ҡорамалар, балаҫтар, төрлө түшәк-юрғандар, намаҙлыҡ, яҫтыҡ, мәр­йен-сәйләндәрҙән яһалған ҡашмау, һаҡал, селтәрҙәр һәм башҡа ҡул эштәрен тәҡдим итте.
Ике көн дауамында уҙғарылған осрашыу эшлекле һәм фәһемле үтте. Ҡатын-ҡыҙҙар оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтте, үҙҙәренең үҙенсәлекле серҙәре менән бүлеште. Сибай сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Асия Солтанова туҡыу, тула баҫыу тураһында өҫтәмә мәғлүмәттәр бирҙе. Шулай итеп республикабыҙҙың оҫта ханымдары онотола барған кәсебебеҙҙе йәнә ҡайтанан тергеҙеүҙә әһәмиәтле эш башҡарҙы.
Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү рухи байлыҡ ҡына түгел, ниндәйҙер кимәлдә ғаилә килемен аҙ ғына булһа ла тулыландыра. Шуға хужабикәләргә был шөғөлгә ниңә ныҡлап тотонмаҫҡа?! Иң мөһиме — матур башланғыс бар, уны артабан дауам итергә генә кәрәк.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: