Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Сентябрь 2020, 17:23

Ил яҙмышы — ирҙәр иңендә

Архангел районына — 90 йыл

Тыуған районында һигеҙ йылға яҡын (1997-2004) район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған һәм ошо дәүер эсендә бик күп яҡшы эштәргә юл асҡан, район тарихында билдәле эҙ ҡалдырған шәхес — Кинйәғолов Вәсил Хәлимйән улы хаҡында яҙаһы һүҙем.
Алсаҡ, ихлас, дәртле, көслө ихтыярлы, кешелекле һәм кеселекле, үтә тәьҫирләнеүсән, кәрәк саҡта талапсан да була алған ир-уҙаманы тип күрәм уны. Мыҡты кәүҙәле, киң яурынлы, төҫкә-башҡа күркәм ҡиәфәтле, мөләйем йөҙлө булыуы, һәр саҡ ыҡсым кейенеп, төҙ баҫып атлап йөрөүенә әллә ҡайҙан уҡ иғтибар итәһең.
Тыуған районына эшкә ҡайтарылғансы байтаҡ ҡына тормош тәжрибәһе туплай. Әлшәйҙә Аксен ауыл хужалығы техникумында уҡытыусы, КПСС райкомында инструктор, “Правда” колхозында партком секретары, “Слак” АКХ-һында рәйес, “Башҡортостан” агросәнәғәт банкында идарасы һәм башҡа урындарҙа тир түгә. 1997 йылдың февралендә республика етәксеһе Архангел районы хакимиәте башлығын алмаштырырға ҡарар итә. Бына шунда инде ошо ерҙә тыуып-үҫеп, тормош тәжрибәһе туплаған кандидатура эҙләнә. Һәм был ауыр һәм маҡтаулы вазифаға Вәсил Кинйәғолов тәғәйенләнә.
Шул көндән башлап Вәсил Хәлимйән улына ысынбарлыҡҡа илткән өс юлдың (уйланыуҙар юлы — иң намыҫлы юл, башҡаларға эйәреү — иң еңеле, тәжрибәләр юлы — иң ауыр юл) береһен һайларға тура килә. Ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы заман ине ул йылдар. Бөтә ауыл хужалығы дәүләт елкәһендә булып, хөкүмәттән оҙайлы һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ссудалар алып, артабан уны иҫәптән сығарып (списать итеп) йәшәгән колхоз ҡоролошо ҡомға терәлгәйне. Райондар үҙ көстәренә таянып, яңыса эшләргә өйрәнергә тейеш ине. Әйтергә кәрәк, эш хаҡын түләү — талондарға ҡалған осор. Ауыл халҡы өйрәнелгән эштән мәхрүм ҡалып, яңыса үҙен-үҙе хеҙмәтләндерергә зарур булып сыҡты. Берәүҙәр етәкселәрҙе әрләне, икенселәр яңыса эшләү юлдарын эҙләп, фермерлыҡ, эшҡыуарлыҡ серҙәрен үҙләштерҙе. Әммә ҡапыл да ғына уңышҡа өлгәшеү мөмкин булманы.
Әйтергә кәрәк, район етәкселеге алдында урындағы сәнәғәтте, ер эшкәртеүҙе ойоштороу, мәктәптәрҙең, медицина һәм мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, махсус программалар төҙөп, уларҙың мөһимлеген республика хөкүмәтендә иҫбатлау бурысы торҙо.
Ниһайәт, 2004 йылда районда уҡытыусыларҙың республика кәңәшмәһен үткәреү ҡарары раҫлана. Шулай итеп, Ҡыҙыл Еҙем, Липовка, Абҙан һәм башҡа мәктәптәрҙең биналарына ремонт, реконструкция эшләнә, Тирәкле һәм Көмәрле ауылдарында яңы мәктәп биналары сафҡа индерелә.
2004 йылдың авгусында Көмәрлелә белем усағын асыу тантанаһына ул саҡтағы Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов килгәйне. Урындағы үҙгәрештәргә ыңғай баһа биреп, район хакимиәте башлығы адресына йылы һүҙҙәр әйтте. Хеҙмәт ветераны Зөлфиә Сәйғафарова: “Беҙ, үҙебеҙҙең башлыҡты яратабыҙ”,— тип Президентыбыҙҙың һүҙен ҡеүәтләп ебәргәйне. Ә Мортаза Ғөбәйҙулла улы: “Бындай шәп егеттәр республикабыҙ хөкүмәтендә лә кәрәк, үҙем менән Өфөгә алып китәм уны”,— тине.
Шулай һигеҙ йыл тулып килгәндә, Вәсил Кинйәғолов райондан алынып, БР Президенты Хакимиәтенә эшкә күсерелде.
Нисек кенә булмаһын, хәҙерге заманда ла, элек тә етәксе булып эшләү еңелдән түгел. Халыҡ та: “Кешегә ай менән ҡояш та ярамай”,— ти бит. Әммә шуныһы асыҡ: был осорҙа мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкәләрҙә һиҙелерлек ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелде.
Вәсил Кинйәғоловтың райондағы намыҫлы хеҙмәте БР Маҡтау ҡағыҙы, БР Мәғариф отличнигы билдәһе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ-тың почетлы мәғариф хеҙмәткәре тигән исемдәр, Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенең өс миҙалы менән баһаланды. Ә беҙгә, ябай халыҡҡа, ил хәстәрлеге иңендә булған кешегә ныҡлы сәләмәтлек кенә теләргә ҡала.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: