Әҙип тәржемә өлкәһендә лә эшләй. Ул ундан ашыу авторҙың әҫәрҙәрен
башҡортсаға тәржемә иткән. Улар араһында Фридрих Шиллерҙың «Мария Стюарт», Альбер Камюҙың «Калигула», Николай Гумилевтың «Древо превращений», Лопе де Веганың «Собака на сене», Николай Гоголдең «Ревизор», Камил Йыһаншиндың «Скитники», «Золото Алдана», «Росомаха» китаптары бар. Донъя һәм
рус әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәрен
башҡорт теленә ауҙарыу буйынса емешле эшмәкәрлеге өсөн Тамара Ғәниева 2015 йыда «Словес связующая нить» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһына лайыҡ булды.