Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Сентябрь 2020, 12:49

Тырнаҡтарҙа сәләмәтлек сағылышы

Тырнаҡтар, ундағы үҙгәрештәр кеше һаулығы тураһында күпте белдерә ала.

Күп осраҡта беҙ уның төҫөнә йәки һыныусанлығына ғына иғтибар итәбеҙ. Икенсе яҡтан, хәҙерге заманда тырнаҡтарҙы лак, гель-лак менән ҡаплағас, уларҙың торошон күҙәтә лә алмайбыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, организмдың был өлөшөнә лә иғтибарлы булырға һәм ниндәй сир янағанын уҡырға өйрәнергә була.
Әгәр тырнаҡ төҫһөҙләнһә йәки уңа башлаған кеүек булһа, быны пластинкала меланома барлыҡҡа килеүе менән аңлата табиптар.
Тырнаҡтар һарғайһа, тимәк, псориаз үҫешә, тағы ла бауыр менән етди проблема башланған. Шулай уҡ тәмәкеселәрҙең дә тырнаҡтары һарғая.
Күкһелләнеп торһа (цианоз) - был гемоглобиндың түбән булыуы, шулай уҡ ҡан әйләнешенең боҙолоуы, тын алыу системаһында проблема барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләй.
Аҡ таптар. Тап сыҡһа, аҡса төшөүгә тигән юрау йәшәһә лә, был күренештең организмда кальций һәм цинк етешмәүҙән икәнлеген белеү ҡамасауламаҫ. Аҡ һыҙаттарҙың буй ятыуы бөйөр сире менән бәйле булыуы мөмкин.
Тырнаҡтарҙың арҡырыға эскә батыңҡырап тороуы организмдың һәр саҡ көсөргәнештә йәшәүе, матдәләр алмашыныуының боҙолоуы тураһында һөйләй.
Буй бураҙна-һыҙыҡтар, ғәҙәттә, өлкәнәйгәс килеп сыға. Әгәр ҙә йәш кешелә күҙәтелһә, тимәк, организмға һыу етешмәй.
Һыныусан, ҡатланыусан тырнаҡтар - ҡатын-ҡыҙҙы бик борсоған йәмһеҙ күренеш. Был осраҡта һеҙгә цинк, тимер, Д, Е, А витаминдары етешмәй. Йөрәк, ҡан тамырҙары, эндокрин системаһында проблема булғанда ла, тырнаҡ һыныусанға әүерелә. Бының хатта шәкәр сиренең билдәһе булыуы ла мөмкин.
Тырнаҡтар менән бөтәһе лә яҡшы түгел икән, иң беренсе терапевҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирелә, сөнки табип ҡына уның сәбәбен асыҡлай һәм дөрөҫ дауа тәғәйенләй ала.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: