1969 йылдан —
СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Өфө сәнғәт училищеһын (1964; Ғ.Ғ. Ғиләжев курсы), ГИТИС‑ты (1973; И.Г.Шароев курсы) тамамлаған. 1964—68 йй. Башҡорт академияһы драма театры актёры, 1972 йылдан — Башҡорт филармонияһы режиссёры. “Ҡаҙ өмәһе”, “Яҙғы моңдар”, “Көҙгө моңдар”, “Йәш тауыштар” театрлаштырылған байрамдары һәм концерттары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижади кисәләре, 50‑нән ашыу интермедия, шулай уҡ башҡорт телевидениеһында юмористик тапшырыуҙар сценарийҙары авторы һәм режиссёры. Республика тальян байрамының (Өфө, 1985—87) инициаторы һәм ойоштороусыһы, "Йәдкәр” фольклор ансамбленә нигеҙ һалыусы. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә (1985; Мәскәү) ҡатнаша. 2004 йылда Иҡсанов исемендәге призға “Моңға бай гармун байрамы” республика гармун байрамы ойошторола. Өфөлә Иҡсанов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, тыуған ауылында урамға Иҡсанов исеме бирелгән.
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986).