Инйәр
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Сентябрь 2020, 12:51

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре оло ҡорға йыйылды

Районда уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе ситтән тороп үтте

Быйыл мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе 21 августа “Торатау” Конгресс-холында үтте. Уның темаһы – “Белем биреүҙең һанлы трансформацияһы – традицион белем биреүҙең перспективалары һәм яңы мөмкинлектәре” булды.
Кәңәшмә сиктәрендә дискуссия майҙансыҡтары эштәре ойошторолдо. Унда белем биреүҙең һанлы трансформацияһы сиктәрендә маҡсатлы рәүештә һанлы белем биреү моделен индереү, дөйөм, өҫтәмә һәм профессиональ белем биреүҙе үҫтереү перспективалары, шул иҫәптән белем биреү процесында уңышлы ҡулланылған дистанциялы белем биреү һәм электрон белем биреүҙе файҙаланыуҙы иҫәпкә алып, адаптациялы белем биреү программаларын, балаларға өҫтәмә белем биреү технологиялары һәм йөкмәткеһенең яңыртылыуы, белем биреү ойошмаһынан ситтә уҡығандарҙың хәүефһеҙлеге һәм дистанциялы белем биреү шарттарында уҡыусыларҙың психологик сәләмәтлеге, урта һөнәри белем биреү системаһы үҫеше трендтары, билингваль һәм полилингваль белем биреү шарттарында Башҡортостан Республикаһының туған һәм дәүләт телдәрен үҫтереү һәм башҡа темалар ҡаралды.
Август — уҡытыу-тәрбиә учреждениелары өсөн генә түгел, ә балалар, ата-әсәләр өсөн дә иң тулҡынландырғыс һәм ҡыҙыу осор. Ололар кескәйҙәрҙе мәктәпкә, балалар баҡсаһына әҙерләп, уҡыу-кәрәк яраҡтары, кейем-һалым һәм башҡаларҙы хәстәрләй. Ә мәктәп, балалар баҡсалары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре бөгөнгө пандемия ваҡытында белем биреү учреждениеларында Роспотребнадзор талаптарына яуап бирерлек уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыу өҫтөндә эшмәкәрлек итә.
28 август район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең онлайн кәңәшмәһе үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илшат Әминев, БР Мәғариф министры урынбаҫары Филүс Миназов, район хакимиәтенең Йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова, мәктәп директорҙары, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты. Дискуссия майҙансыҡтары онлайн режимда үткәрелде. Осрашыуҙы А. Тиунова асыҡ тип иғлан итте. Артабан Илшат Нәжмитдин улы барлыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәрен, саҡырылған ҡунаҡтарҙы яңы уҡыу йылының башланыуы менән тәбрикләп, сәләмәтлек, ижади уңыштар, һәләтле уҡыусылар һәм ғаилә именлеген теләне. Ул йәш быуынға төплө белем биреү, тәртип-тәрбиә мәсьәләләрен көсәйтеү, һәләтле балалар менән тығыҙ эш алып барыу мөһимлеген билдәләне, төрлө ҡаҙаныштарҙы һәм башҡараһы эштәрҙе барланы, белем биреү усаҡтарының әҙерлек кимәле тураһында һөйләне.
2-се Архангел мәктәбе директоры Любовь Курунова “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәге хаҡында бәйән итте. Унда балаларҙың һанлы, тәбиғи-фәнни, техник, гуманитар йүнәлештәр буйынса дәрестән тыш өҫтәмә белем алыу мөмкинлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Максим Горький мәктәбенән Алексей Стрельцов барыһының да иғтибарына “Үҫеш нөктәһе” үҙәгендә даими шөғөлләнгән уҡыусыларҙың эштәрен тәҡдим итте. Район мәғариф бүлегенең баш инспекторы Наталья Куркова ла үҙ сиратында барыһын да яҡынлашып килгән Белем көнө менән ҡотланы һәм район мәғариф өлкәһенең эшмәкәрлегенә дөйөм күҙәтеү яһаны.
Шулай уҡ үткән уҡыу йылына йомғаҡтар, етешһеҙлектәргә байҡау яһалды, дөрөҫ баһа бирелде, яңы уҡыу йылына маҡсаттар һәм уларҙың нисек хәл ителәсәге күҙалланды. Быйылғы кәңәшмә ситтән тороп үткәрелһә лә педагогтар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алырға, үҙ фекерҙәрен уртаға һалып әңгәмәләшергә өлгөрҙө һәм киләһе йылда сираттағы кәңәшмәнең элекке кеүек үтәсәгенә ышаныс белдерҙе.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: