Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Сентябрь 2020, 13:19

Бурҙан ҡалыр, уттан ҡалмаҫ…

—Быйыл балаларға бүлмәләр эшләнек, яңы обойҙар йәбештерҙек.

Аҙна элек кенә өй башын алыштырҙыҡ. Төкөтмә эшләп, йортто киңәйтергә тип аҡса ла йыйған инек. Хәҙер бер нәмәбеҙ ҙә ҡалманы…— тип күҙ йәштәрен тыйып, фажиғәле төн тураһында һөйләп ишеттерҙе Гөлзифа.
Сухополь ауылында 13 август эңер төшкәндән һуң Вәлиевтәрҙең ихатаһында ҡапыл ғына янғын сыға. Ул тиҙ арала йортто, мал аҙбарын, мунсаны ялмап ала. Бәхеткә күрә хужабикә балалары менән күршеләрендә, ә йорт хужаһы Айрат ситкә эшкә киткән була. Шул арҡала ғаилә ағзаларының ғүмерҙәренә бер ҡурҡыныс та янамай, улар иҫән ҡала.
—Янғын сығыуын күргәс тә йортобоҙға ашыҡтым. Тик яҡын барырлыҡ түгел ине. Аҙбарҙан исмаһам тауыҡтарымды сығарайым тиһәм, унда ла яҡынлашып булмай. Бәйле этебеҙҙе лә ысҡындыра алманым. Балаларҙың велосипедтары, мотоцикл, төҙөлөш кәрәк-яраҡтары, документтар барыһы ла янып бөттө. Ярай ауылдаштар еңел машинаны этәп сығарып өлгөрҙө. Урамдағы ҡоҙоҡтан һыу алырға ла мөмкин булманы, ялҡын телдәре унда ла яҡын ебәрмәне. Ҡыҫҡаһы, янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе йортобоҙҙан күмерле бүрәнәләр генә ҡалды.
Халыҡ уттан ҡалмай тип юҡҡа әйтмәй. Бына бит дәртләнеп йорттарын матурлап йүнәтеп, киләсәккә пландар ҡороп йәшәгән йәш ғаилә бер нимәһеҙ тороп ҡалған. “Тырышып, хәләл көс менән табылған малдары, йорт-ҡаралтылары әрәм булды. Ярай үҙҙәре имен ҡалған”— ти ауылдаштары. Төнө буйы янғын менән алышҡан Сухополь халҡы иртән иртүк Вәлиевтәргә кейем-һалым, түшәк-мендәр, ғөмүмән, кем нисек хәлдәренән килгәнсә ярҙам күрһәтте. Ауыл магазинында һәм почта бүлегендә уларға аҡса йыйыу өсөн ҡумталар ҡуйылған.
Бөгөн урамда ҡалған Гөлзифа һәм Айрат биш балаһы менән күрше Валентиновкала ата-әсәләрендә торорға мәжбүр.
— Әлегә ауыл биләмәһе ваҡытлыса фатир биргәнсе бында йәшәп торабыҙ. Ауылдаштарға, беҙҙең хәлебеҙҙе ишетеп ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт. Документтарҙың бер өлшөн тиҙ арала эшләп бирҙеләр. Балаларҙы мәктәпкә, колледжға йыйнарға ла булыштылар.
Башҡаланан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, яугир-интернационалист Рәжәпов Тимерйән Рәжәп улы ирекмәндәр менән килеп, Архангел ауылында урынлашҡан ер биләмәбеҙҙә яңы нигеҙ ҡороуҙа бер нисә көн ярҙам итте. Унда көнө буйы эшләгән райондаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға ла рәхмәт. Ауылдаштар янғындан һуң бүрәнәләрҙе, башҡа ҡалдыҡтарҙы таҙартышты. Бөгөнгө былай ҙа ҡатмарлы ваҡытта ауыр хәлдә ҡалған саҡта изге кешеләрҙең кәңәштәре, матди ярҙамы бик урынлы. Яңғыҙыбыҙға бик ҡыйынға төшөр ине.
Вәлиевтәрҙең оло улдары Денис Өфө моторҙар төҙөү-етештереү колледжының III курсында, уртансылары Раян — Валентиновка мәктәбенең 11-се, Гөлшат 4-се класында белем ала. Ә кескәйҙәр Ралина (4 йәш) һәм Айлина (2 йәш) әлегә әсәләре менән өйҙә.
Бөгөн биш баланы аяҡҡа баҫтырыр өсөн Гөлзифа менән Айратҡа яңынан донъя, мөлкәт йыйырға кәрәк. Йәштәр һынып ҡалмаған. Улар алдағы йылдарҙа яңы йорт һалып керәсәктәренә өмөтләнә. Әлбиттә, хөкүмәтебеҙ фажиғәлә ҡалған күп балалы ғаиләне артабан да ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ, тип ышанабыҙ.
Донъяла яҡшы кешеләрҙең барыбер күп булыуына ошондай хәлдәрҙән һуң тағы бер тапҡыр инанаһың. Эйе, дуҫ бәлә килгәндә беленә, әммә дуҫтарҙы белер өсөн бындай ҡазаларға тарырға яҙмаһын.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: