Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Сентябрь 2020, 18:11

Ветстанцияның бер көнө

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы 2014 йылдан 31 август Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө тип иғлан итте.

Шулай итеп, ветеринария хеҙмәткәрҙәре йәйҙең һуңғы көнөндә үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Ветеринария берләшмәләре иң кәрәкле бурысты үтәй — хайуандар сәләмәтлеген ҡайғырта, йоғошло, паразитар ауырыуҙарҙы иҫкәртә, дауалай һәм халыҡты, тирә-яҡты улар тарата торған сирҙәрҙән һаҡлай.
Һөнәри байрамдары уңайынан Архангел ветеринария станцияһы начальнигы Венер Хажиәхмәтов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Венер Сәрүәретдин улы, һеҙҙе яҡынлашып килгән байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Ветеринар һөнәрен һайлауығыҙҙың сәбәбе нимә?
— Ҡотлауҙарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ветеринар һөнәре бәләкәйҙән үк миңә яҡын булды. Атайым ғүмер буйы мал табибы булып эшләне. Электән үк шәхси хужалыҡта күп итеп мал тота инек, шуға уларҙы тәрбиәләп, атайға эйәреп, ярҙам итеп йөрөгәнгә күрә, мәктәптән һуң тура Ауыл хужалығы университетының ветеринария факультетына уҡырға индем. Һөнәрем бик оҡшай, ошо юлды һайлағыныма бер ҙә үкенмәйем.
Ветеринар булып тик изге күңелле, сабыр һәм ҙур ихтыяр көсө булған кешеләр генә эшләй ала. Малдар кешесә һөйләшә белмәй, шуға күрә уларҙың хәл-торошон аңлау, дөрөҫ диагноз ҡуя белеү мөһим.
— Район ветеринар хеҙмәтенең структураһы тураһында бер нисә һүҙ…
— Штатта 30 кеше булырға тейеш. Бөгөн 27 хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың 11-е ветврач, 8-е ветфельдшер. Ике буш эш урыны бар: ветеринар врач һәм ветфельдшер. Үҙебеҙҙең өлкәгә йәш белгестәрҙе ылыҡтырыу өҫтөндә әүҙем эш алып барабыҙ. Структурала йәмғеһе 12 ауылды хеҙмәтләндергән 8 ветучасткаһы, ВСЭ лабораторияһы, яҡшы сифатлы, осһоҙ дарыуҙар, вакциналар һәм башҡалар һатылған дәүләт ветеринар аптекаһы эшмәкәрлек итә.
— Хеҙмәтегеҙҙең төп бурыстары?
— Төп бурыстарҙың береһе булып хайуандарҙың зарарлы, йоғошло сирҙәрен киҫәтеү, юҡ итеү буйынса тейешле саралар уҙғарыу. Бында йорт һәм ҡырағай хайуандар ҙа, балыҡ, бал ҡорттары ла инә. Малдарҙы оҙатыу документтарын төҙөп биреү, кешеләрҙең һәм хайуандарҙың ғүмеренә, һаулығына хәүеф янаған ауырыуҙарҙан һаҡлаусы профилактик сараларҙы ойштороу беҙҙең иңдә.
— Көндәлек эштәрегеҙ…
— Әлеге мәлдә барлыҡ йорт хайуандарын, шулай уҡ бал ҡорттарын идентификациялау бара. Ул “Ветеринария тураһындағы” Федераль закон нигеҙендә үткәрелә. Йыл әйләнәһендә ауыл хужалығы малдарын планға ярашлы диагностикалау һәм вакцинациялау эштәре ойошторола. Әйтергә кәрәк, дәүләт заказы буйынса башҡарылған диагностик тикшеренеүҙәр һәм вакцинациялауҙар бушлай эшләнелә. Шулай уҡ былтырҙан бирле бал ҡорттарын инфекцион һәм инвазион сирҙәргә тикшереү ҙә бушлай. Киләһе йылға дәүләт заказы буйынса икенсе кварталда бал ҡорттарының сирҙәре буйынса ҡырылыуға 500 һәм үрсемгә 200 күләмендә проба — бушлай, пландан юғары булған осраҡта түләүле пробалар алынасаҡ. Шулай уҡ йыл буйы йорт хайуандарына ҡотороу сиренә ҡаршы вакцинация яһайбыҙ. Һәр шәмбе һайын сәғәт 14.00-кә тиклем ветстанцияла ҡотороуға ҡаршы прививкалар эшләнә. Дәүләт заказы буйынса пландан ашҡандарҙан тыш, юғарыла әйтелгән барлыҡ ветеринар хеҙмәтләндереүҙәр бушлай.
— Башҡа ветеринар саралар тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?
— Улар килешеүҙәр нигеҙендә үткәрелә. Малдарҙың хужалары менән килешеүҙәр төҙөйбөҙ. Ул һәр хайуанға айырым төҙөлә. Шуның өсөн малдар тамғалы һәм милли системаға индерелгән булырға тейеш. Ҡаршы рәүештә был хайуанға Федераль бюджеттан вакцина бирелмәйәсәк, һөҙөмтәлә мал һуйыу пункттарында уны һуйырға ярамаясаҡ. Артабан бындай хайуандарға вакцинация һәм диагностик тикшеренеүҙәр үткәрелмәйәсәк. Шул сәбәпле көтөүгә сығарырға рөхсәт ителмәйәсәк, улар ябыҡ биналарҙа торорға мәжбүр.
Байтаҡ йылдар яһалма орлоҡландырыу буйынса ла хеҙмәт күрһәтәбеҙ. Беҙҙең ветстанцияла һөт һәм ит йүнәлешендәге үгеҙҙәр тоҡомо бар. Был сара иҡтисади яҡтан бик отошло, сөнки уның арҡаһында көтөүҙең генетикаһы яҡшыра, сәләмәт быҙауҙар тыуа, продуктлылыҡ арта. Йорт хайуандарын стерилизациялайбыҙ, биналарға дезинфекция, дезинсекция, дератизация сараларын уҙғарабыҙ. Баҡса биләмәләрен зарарлы бөжәктәрҙән, талпандарҙан таҙартабыҙ. Быйыл коронавирус сиренә ҡаршы район үҙәгендәге майҙан, урамдар ветеринар хеҙмәткәрҙәре тарафынан эшкәртелде.
— “Айболит”тарға теләктәр…
— Ветеринар хеҙмәткәрҙәрен, хеҙмәт ветерандарын, хаҡлы ялда булған ветеринарҙарҙы, бар коллективты һөнәри байрам менән ысын күңелдән ҡотлайым. Уларға һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет, иртәгәһе көнгә ныҡлы ышаныс, һөнәри уңыштар теләйем.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Дилара Бәҙретдинова әңгәмәләште.

Читайте нас: