Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Сентябрь 2020, 18:52

Оҙондарҙың данлы егет һәм ҡыҙҙары

Кешелеклелек билдәләгән күркәм сифаттар, тел, ил, халыҡ өсөн йән атыу, рух ныҡлығы быуындан-быуынға, ата-әсә ҡаны аша күсәлер.

. Әлеге ҡатмарлы заманда ла беҙ кешене кеше иткән аҫыл сифаттарҙың, рухи үҫештең мөһимлеген инҡар итә алмайбыҙ. Киреһенсә, уҙған быуаттың ҡиммәттәрен билдәләп, ныҡлы рухлы, көслө ихтиярлы кешеләрҙең яҙмышы өлгөһөндә ысын асылыбыҙҙы табырға һәм илем, халҡым тип янып йәшәүҙе хәстәрләргә бурыслыбыҙ.
Район тарихында тәрән эҙ ҡалдырған, әммә, тәү ҡарамаҡҡа бик үк билдәле лә булмаған ғаиләләр бихисап беҙҙә. Шундайҙарҙың береһе — Оҙондар ауылынан Ғәлиәхмәтов Ғарифулла Ғәбделғәли улы.
1816, 1834, 1859 йылдарҙағы Ревизия материалдарынан күренеүенсә, Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Башҡорт кантонына ҡараған Оҙондар ауылында Ишкинә Исмаҡов (1771-1836) йәшәгән. Заманында киң билдәлелек яулаған был ир-уҙаманының биш улы булған. Иң өлкәне Көсөкбай хәрби хеҙмәткә (урядник), икенсе улы Сәйфетдиндән — Ғәлиәхмәт, Ғәлиәхмәттән — Ғәбделғәни, Ғәбделғәниҙән — Ғарифулла (1917-1968) нәҫел ағасын дауам иткән. Ғарифулланың алты балаһы: бер улы — Мәүлит, биш ҡыҙы Оҙондарҙың данын арттырыусылар. Ғарифулла 1935 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла, Төньяҡ хәрби-диңгеҙ флотында артиллерист, Фин һуғышында ҡатнашҡан, артабан Бөйөк Бөйөк Ватан һуғышына ингән, Еңеү көнөнә тиклем ҡатмарлы юл үткән. Күрһәткән батырлыҡтары ике Ҡыҙыл йондоҙ ордены һәм бихисап миҙалдар менән баһалана. Ауыр яралар алып, 1946 йылда ғына тыуған яғына ҡайта. 11 йыл дауамында хәрби хеҙмәт, һуғыш ғазаптарын кисереп, тыныс тормоштоң татлы емешен ауыҙ итеү бәхетенә ирешә ул. Ауылдаштары күпте күргән яугирҙы ауыл Советы рәйесе итеп һайлай. Әммә һуғыш яралары тынғылыҡ бирмәй, типһә, тимер өҙөрҙәй ир-уҙаман 51 йәшендә яҡты донъя менән хушлаша. Балалары өсөн өҙөлөп торған атай, тормош иптәшенә (Ғәмилә) ышаныслы ҡалҡан Ғарифулла ошо ҡыҫҡа арауыҡта (22 йыл) үҙе белгәнде өйрәтеп өлгөрә. Атайҙарының абруйы, яҡты образы ғүмер буйы оҙатып бара киләсәк быуынды.
Ғәмилә Кинйәбай ҡыҙы иң олоһо Розаһына — 21 йәш, кеселәре, игеҙәктәр Дилә менән Зиләгә 8 йәш булғанда, алты бала менән тол ҡала. Бына ҡайҙа кәрәк ул ҡатын-ҡыҙҙың сыҙамлығы. Һәр ҡайһыһына юғары белем бирерлек кимәлгә күтәрелгәнсе күпме йоҡоһоҙ төндәр, үҙеңдән сикләп аш-һыуын да, кейем-һалымын да балаларға биреү. Ғәлиә менән Диләгә Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатты — алтын миҙалға, Роза менән Зиләгә Архангел урта мәктәбен уңышлы тамамларға теләк кенә түгел, үтә лә ныҡ тырышлыҡ талап ителгәндер.
Әйткәндәй, Роза Ғарифулла ҡыҙы үҙебеҙҙең районда комсомол секретары, Тәүәкәс мәктәбе директоры, КПСС-тың Архангел районы бүлек мөдире, БАССР-ҙың 50-йыллығы исемендәге колхоздың партком секретары вазифаларында тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Артабан белемен камиллаштырыу маҡсатында В.И.Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт институтын тамамлай. БР Мәғарифты үҫтереү институтында эшләй. Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеге БДУ менән бәйле. Йәмәғәтселек эштәренең дә уртаһында ҡайнай, “БР Мәғариф алдынғыһы”, “Хеҙмәт ветераны”, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитеттарының наградалары, БР Мәғариф министрлығының маҡтаулы билдәләре — намыҫлы хеҙмәтенең лайыҡлы баһалары.
Роза Ғарифулла ҡыҙының балалары ейән-ейәнсәрҙәре Филүс, Гүзәл, Руслан һәм башҡалары Ғәлиәхмәтовтарҙың данлы тарихын дауам итә. Ғәлиә Ғарифулла ҡыҙы Маҡаева — БР һәм РФ журналистар союзы ағзаһы, БР-ҙың һәм РФ-тың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың, БР Матбуғат министрлығы, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған, телевидение һәм радио өлкәһендә мөһим вазифалар башҡарған яуаплы хеҙмәткәр. Уның ижади ҡумтаһында 50-гә яҡын телефильм һәм телеочерк, күптәре Рәсәй каналдарында ла күрһәтелә.
Республикабыҙҙа СССР Дәүләт телерадиокомитеты ҡарамағындағы Мәскәү журналистика һәм режиссура институтын тамамлаусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға ла 1988 йылдан башлап бөгөнгәсә (38 йыл) Ғәлиә Маҡаева телевидениела алыштырғыһыҙ белгес, төп фигура. Ә уға шундай ябай, алсаҡ, ихлас, эскерһеҙ булып ҡалыу өсөн юғары вазифалар ҡамасауламай. Үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуймай, районда үткән байрамдарҙа ла һәүетемсә генә ҡатнашып, тыуған яғының хозурлығына һоҡланып, йыл буйына етерлек дәрт-дарман алып, яңынан Өфөгә, яратҡан эшенә юллана.
Күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп үҫтергән ике улының (береһе 25 йәштә вафат булды) ҡайғы-хәсрәтен дә, шатлыҡ-ҡыуаныстарын да күңеленә йомоп, лайыҡлы кисерә.
Ғәйшә Ғарифулла ҡыҙы, апайҙары һәм һеңлеләренән айырмалы рәүештә, аныҡ фәндәрҙе үҙ иткән. Ғүмер буйы хисапсы-иҡтисадсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Игеҙәктәр Дилә һәм Зилә — икеһе лә ер йөҙөндә иң изге вазифа — табип һөнәрен һайлаған. Зилә — БР-ҙың атҡаҙанған табибы, БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған белгес булараҡ, оҙаҡ йылдар (25 йыл) Өфөнөң 44-се поликлиникаһында (хирургия бүлеге мөдире) эшләй. Тормош иптәше лә БР-ҙың атҡаҙанған табибы. Марс исемле ул үҫтергәндәр.
Дилә — медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы хирург, “Алтын скальпель”гә лайыҡ булған, БР–ҙың атҡаҙанған табибы, Гельмгольц исемендәге Мәскәү күҙ ауырыуҙары институтын, Святослав Федоров исемендәге Мәскәү күҙ микрохирургияһы институтын тамамлаған. Германияла (Ингрид Крайсег— профессор) стажировка үткән. РФ–тың ундан ашыу патенты, 30 фәнни эш (12-һе сит илдә лә баҫылған) авторы. Диләнең улы Артур — юрист, ҡыҙы Динә — УДНТУ уҡытыусыһы.
Ғарифулла ағайҙың арыш араһында бер бойҙай булып үҫкән берҙән-бер улы Мәүлит, атаһына оҡшап, нимәгә тотонһа ла ослап сығырлыҡ, алтын ҡуллы ир-егет, сәнәғәт алдынғыһы, ундан ашыу дәүләт наградаларына лайыҡ булған, биш бала атаһы.
Ғарифулла Ғәлиәхмәтовтың 12 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәрҙәре тормошта үҙ урынын табып, илен, халҡын хәстәрләп, тыуған районының, республикаһының данын яҡлауҙы дауам итә.
Бына ниндәй ул башҡорт балаһы, бына ниндәй ул Салауат тоҡомо, бына ниндәй ул Оҙондар егет һәм ҡыҙҙары! Тәрән ихтирам, оло ғорурлыҡ уята улар.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: