Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Август 2020, 16:52

Уҡытыусы булыу минең булмышым

Япарова Рузинә Йыһанур ҡыҙы районда билдәле музыка уҡытыусыһы.

Ул бөгөн Баҡалды мәктәбендә музыка уҡытыусыһы һәм Баҡалды ауылының “Чебурашка” балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләй.
— Музыка уҡытыусыһы һөнәрен һайлауымдың үҙ тарихы бар. Тирәкле мәктәбендә 4-се класта уҡып йөрөгән сағым. Ғаиләлә иң өлкәне — мин. Шуға күрә бәләкәй булһам да өй йыйыштырыу, кескәй туғандарымды ҡарашыу төп эштәремдән һаналды. Бер мәл ял көнө әсәйгә ярҙам итеп йөрөгән саҡта район гәзитендәге бер иғланға күҙ һала ҡуйҙым. Унда Өфө ҡалаһындағы музыка мәктәбенә уҡыусылар йыйыу тураһында яҙылған ине. Бына шунан башланды музыка менән бәйләнешем.
Атай-әсәйемде, ай-вайына ҡуймай, Өфөгә музыка мәктәбенә алып барыуҙарын һораным. Һөҙөмтәлә 5-се класҡа мин башҡалаға барҙым. Еңел булманы, ләкин түҙҙем. Сабыр булыу, һыр бирмәү ҡанымда, шуға барыһына ла сыҙаным. Әсәйем әйтмешләй, сабырлыҡтың төбө алтын. Уҡытыусым Салова (Иващенко) Ирина Львовнаға рәхмәтлемен. Ошо оло йөрәкле ханым, мине генә түгел, ә барыбыҙҙы ла, сит ерҙә үҙ ҡанаты аҫтына алды, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булды, йыуатып, күңелде күтәреп ебәрер ине. Бер нисә йылдан һуң яныма башҡа ауылдаш балалар ҙа уҡырға килә башланы.
Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына хор дирежеры бүлегенә индем. Төплө музыка белемем булғанға күрә, миңә унда уҡыу еңел бирелде. Төркөмдә староста итеп һайландым. Барлыҡ ойоштороу эштәрен, бәйгеләрҙә ҡатнашыу, курсташтарҙы сараларға әҙерләү кеүек мәшәҡәттәрҙе яратып, теләп башҡарҙым.
Студент йылдары шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Ҡулыма диплом алып тыуған районыма ҡайттым һәм хеҙмәт юлымды Баҡалды ауыл клубында художество етәксеһе булып башланым. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, район үҙәгендәге “Тирмәкәй” балалар баҡсаһына музыка етәксеһе итеп эшкә саҡырылдым. Дүртөйлө яҡтарында ла тәжрибә туплап ҡайтырға тура килде. Ошо арауыҡта атайыбыҙ баҡыйлыҡҡа китеп барҙы. Үҙәк район китапханаһының директоры Гусева Нина Михайловна мине Силәбе мәҙәниәт институтына уҡырға инергә күпме өгөтләһә лә, артабан белемемде дауам итә алманым.
1986 йылда кире Баҡалдыға ҡайттым. Бында мине ҡуш ҡуллап ҡаршы алдылар. Шулай итеп мәктәптә лә, балалар баҡсаһында ла музыка белгесе вазифаһында эшләй башланым. Быйыл минең дөйөм хеҙмәт стажыма — 39 йыл, ә был коллективта эшләүемә 34 йыл була.
Үҙ һөнәремде бик яратам. Балалар, бигерәк тә һәләтлеләр менән эшләү, уларҙы киң даирәле итеү, төрлө бәйгеләрҙә, фестивалдәрҙә ҡатнашыу, иртәлектәр һәм башҡа саралар ойоштороу, улар менән ҡайнап йәшәү минең булмышым. Дәрестәремдә Е.Д. Критская, Г.П. Сергеева, Т. С. Шмагина кеүек билдәле педагогтарҙың алымдарын ҡулланам. Үҙемдең белемемде камиллаштырыу маҡсатынан төрлө курстарға, уҡыуҙарға йөрөйөм, хеҙмәттәштәрем менән тәжрибә уртаҡлашам. Музыка уҡытыусыларының район методик берләшмәһе етәксеһе булараҡ, йәш белгестәргә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙермен. Мәктәп, балалар баҡсаларында уҙғарылған барлыҡ сараларҙа музыкаль яҡтан биҙәү — минең иңемдә. Тәрбиәләнеүселәремде төрлө район, төбәк-ара, республика конкурстарына әҙерләйем. Әйткәндәй, улар мине бер ваҡытта ла һынатмай, һәр саҡ призлы урындарға лайыҡтар.
2015 йылда юғары категорияға өлгәштем. Тырышып, күңелемде һалып эшләүемде юғары баһалап, 2007 йылда БР Мәғариф министрлығы Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне. Район хакимиәте, Балалар ижад йортонан, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлегенән дә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары бихисап.
Миңә рухи, илаһи көс биреүсе өс ҡыҙым, өс йыуанысым бар: Ружанна, Роксана һәм Руфина. Бөгөн улар һәр береһе үҙ аллы йәшәй. Мине бер ваҡытта ла онотмайҙар, уңайы тура килгәндә һәр саҡ яныма ашығып, һағынып ҡайталар. Ике ейәнсәрем дә — тормошомдоң төп биҙәге. Уларға ҡарап, һөйөп үҙемде иң бәхетле ҡатындарҙан һанайым.
Мин уҡытыусы һөнәрен һайлауымда яңылышмағанымды йылдар уҙған һайын нығыраҡ аңлайым. Уҡытыусы булыу — ул минең булмышым, яҙмышым.
Мин бәхетле! Сөнки ошо бер үк ваҡытта ҡатмарлы ла һәм шул уҡ ваҡытта барлыҡ кешеләр өсөн кәрәкле һөнәремдән тәм табам, ләззәт, ҡәнәғәтлек алам, һәр уҡыусымдың бәләкәй генә уңышына ла сабыйҙарса һөйөнәм. Минең яратҡан һөнәрем, яратҡан мәктәбем, миңә һорау тулы күҙҙәре менән ҡарап торған уҡыусыларым, мине аңлаған һәм терәк булған ғаиләм бар,— тип, үҙе хаҡында бәйән итте Рузинә Йыһанур ҡыҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: