Инйәр
-9 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Август 2020, 17:07

Үҙебеҙгә контролгә алырға кәрәк

БР Башлығы Р.Хәбиров, устав капиталында республиканың өлөшөн, акцияларының контроль пакетына тиклем арттырып, "Башҡорт сода компанияһы"н (БСК) национализацияларға тәҡдим итте.

Ҡуштау — өс шихандың береһе. Ҡуштау «Рәсәйҙең ете мөғжизәһе» — шихан булараҡ билдәләнгән. Әйткәндәй, ул Башҡортостандағы иң ҙур шихантау. Шихандарҙың 250 миллион йыллыҡ тарихы бар. Ҡуштау шиханы бөгөн, бар илде шаулатып, көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде. Быға тиклем «Башҡортостан сода компанияһы» вәкилдәре, Ҡуштау сеймалының химик составы етештереү өсөн ҡулай түгел, тип белдергәйне.
Республика Хөкүмәте компанияға сеймал сығанаҡтары сифатында Ғүмәр ятҡылығын һәм башҡа сығанаҡтар тәҡдим итһә лә, «Башҡортостан сода компанияһы» уларҙың береһен дә ҡабул итмәне. Компанияла әйтеүҙәренсә, Шихан производствоға яҡын урынлашҡан һәм эзбиз составы буйынса ҡулай сығанаҡ. Ғалимдар ҙа, биологтар, археологтар, экологтар һәм киң йәмәғәтселек шиханды, атап әйткәндә, шихандарҙы эшкәртеү идеяһын хупламаны.
Ҡуштауҙағы хәл-ваҡиғалар Башҡортостанда йәшәгәндәрҙе икегә бүлде: Ҡуштау яҡлылар һәм «Башҡортостан сода компанияһы» яғында тороусыларға. Ябай халыҡ, йәмәғәтселек, экология яғында тороусылар, Башҡортостандың тәбиғи байлығына битараф булмаған йәштәр Ҡуштауҙы һаҡлап ҡалыу өсөн бергә тупланды. Эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янаған кешеләр яҙмышы өсөн борсолғандар икенсе яҡтан урын алды.
Һуңғы көндәрҙә акциялар көтөлмәгән йүнәлеш алды, “Башҡортостан сода компанияһы” хеҙмәткәрҙәре яҡлылар һәм экологик әүҙемселәр араһында бәрелештәр булды.
***
Радий Фәрит улы “Эхо Москвы” радиоһының баш мөхәррире Алексей Венедиктовҡа интервью бирҙе.
“Предприятиены ҡотҡарырға кәрәк. Әгәр ҙә предприятие акционерҙары был хәлдән сығыу юлын күрмәй икән, мин дә акционер булып иҫәпләнәм, сөнки 38,28 процент акцияға республика хужа, яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә аласаҡбыҙ. Беҙгә билдәле өлөштө һатып алып, контроль пакетҡа хужа булырға һәм предприятие менән, урындағы халыҡ булараҡ, идара итергә кәрәк. Контроль пакеттың беҙгә күсеүе һәм аҡыллы идара итеү дивиденттарҙың ҡыҫҡарыуына килтерәсәк, ә уларҙы киләсәктә предприятие үҫешенә, уны модернизациялауға йүнәлтергә мөмкин буласаҡ", - тине Башлыҡ.
Радий Хәбиров әгәр ҙә БСК республика ҡулына күсһә, уның артабанғы үҫеше альтернатив сеймал сығанаҡтарында планлаштырыласаҡ, тине.
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: