Кеше тамыры ағас тамырынан да тәрәнерәк, ти халҡыбыҙ. Берәүҙәр әллә ҡасан, төрлө сәбәптәр менән өҙөлөп ҡалған нәҫел ебен эҙләй. Ҡәҙерле кешеһен табып, уға хөрмәт күрһәтә, уңыштарына һөйөнөп, артабан аралашып йәшәүҙе хуп күрә. Ғәҙәттә, ябай ғына туған-тыумасаң менән дуҫ-татыу йәшәү ҙә етә һымаҡ. Әммә күңел төпкөлөндә ятҡан хис-тойғоларыңды барлаһаң, күрмәгән-белмәгән кешенең яҙмышы ҡыҙыҡһыныу уята. “Ҡурай” каналын ҡарап ултырам. Йәмил Әбделмәнов “Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер”ҙе һыҙҙыра ғына. Йырҙың авторҙарын иҫкә төшөрәм. Бәй, тыумышы менән беҙҙең Иҫке Ҡыҙылъяр егете Рим Хәсәнов бит.
Ғайса Хәсәновтың улдары Хәмзә, Мәхмүт, Хәлит һәм уларҙың балаларының яҡын, ҡәҙерле кешеһе ул — Рим Мәхмүт улы. Яҙмыш елдәре Рим ағайҙы тыуған ауылынан ситкә ташлай. Күреүебеҙсә, юҡҡа түгел. Бер саҡ БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңзифа Фәйзуллина-Винокуроваға үҙе хаҡында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт бирә: “Бәләкәйҙән йырлап тик йөрөй торған инем. Биш йәшемдә сәхнәнән сығыш яһаным. Үҫкәсерәк атайымдың скрипкаһын йәшереп алып, көйҙәр сығара башланым. Минең шөғөлөмдө күреп, ул миңә “самоучитель” бирҙе. Ноталар үҙенән-үҙе асыла барҙы. Торбала, гитарала, баянда еңел генә өйрәнеп алдым”.
Рим Хәсәновтың танылыу яулауының бер ҡыҙыҡ ҡына эпизоды бар. 1964 йылда ул “Башҡортостан” телевидениеһы аша (тура эфирҙа) “Әҡлимә” йырын башҡара. Ә 1968 йылда яңы ғына асылған Өфө дәүләт сәнғәт институтының студенты булып китә. Билдәле композитор, СССР-ҙың халыҡ артисы, профессор Заһир Исмәғилевтың класында уҡый. Студент йылдарында уҡ “Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер”, “Өфө йүкәләре”, “Өфө — Урал ынйыһы”, “Тыуған илем” кеүек йырҙарҙы ижад итә. Назар Нәжми, Сафуан Әлибаев, Мостай Кәрим, Рәсих Ханнанов шиғырҙарын көйгә һала. Ә был йырҙар тиҙ арала, яҙғы ел кеүек, 60-70-се йылдарҙа халыҡ күңеленә үтеп инә. Әлеге көндә лә был йырҙарҙың әһәмиәте юғалмай, хәҙер инде яңынан популярлашты.
Р.Хәсәновтың музыкаһы моң-һағыштың берҙәмлеге, нескә лиризм, тәрән һағышлы һөйөү, тыуған ереңде һәм халҡыңды эскерһеҙ яратыу тойғолары менән һуғарылған. Уның йырҙарын Иҙрис Ғәзиев, Радик Гәрәев, Нәзифә Ҡадирова, Лилиә Букеева һәм башҡа йырсылар башҡара. Күптәргә Рим Хәсәновтың йырҙары билдәлелек килтерҙе. Композиторҙың йырҙарын 80-се йылдарҙағы “Дуҫтар” ансамбле, Юрий Силантьев етәкселегендәге Бөтә Союз радио оркестры уңышлы башҡарҙы. Ул “Ҡурай” балеты авторы, бихисап симфоник поэма, йөҙгә яҡын драма спектаклдәренә, унға яҡын фильмға хор, оркестр, вокаль-симфоник әҫәр һәм инструменталь пьесалар өсөн көйҙәр ижад итә.
Композиторҙың байтаҡ әҫәрҙәре “Башҡортостан” радиоһы һәм телевидениеһы фондында һаҡлана, музыкаһы эфирҙа һәм концерт залдарында яңғырай. Ул Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара фестивалдәр, конкурстар, Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Байтаҡ йылдар Австралияла йәшәй һәм эшләй, Сидней технология университетында инглиз теле факультетында белем ала. Бында шағир Роном Роджерс менән ҡырҡҡа яҡын йыр яҙа. Ул йырҙарҙың береһе телевизион конкурста призер була. Бүләге аҡсалата түгел, ә көй яҙҙырыусыға студияла эшләү мөмкинлеге бирелә. Австралияла һәм Көньяҡ Кореяла уның “Натали” йыры хитҡа әйләнә. Композитор электрон-акустик музыка өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Байтаҡ ваҡыт Мәскәү ҡалаһында йәшәп ижад итә, Башҡортостандан килгән яҡташтары менән осрашыуҙар үткәрә, концерттарҙа сығыш яһай. СССР һәм Мәскәү композиторҙар ойошмаһы ағзаһы.
1983 йылда беҙҙең Абҙан мәктәбенә килгәнендә күренекле драматург Нәжиб Асанбаев Рим Хәсәновты “XX быуаттың алтын киҫәге” тип атағайны. Ысынлап та, бындай талант эйәләре быуатҡа бер генә тыуа торғандарҙыр. Бер аҡыл эйәһе: “Тормош — ул диңгеҙ! Йөҙәһең килһә, изге эштәрҙән карап төҙө”,- тигән. Эйе, күренекле композитор Рим Хәсәнов та изге эштәр башҡарып, тыуған иленең, туған халҡының байлығын арттыра, рухын күтәрә, йыр-моңға мәңгелек һәйкәл ҡуя. Тимәк, яҡташыбыҙ Архангел районы тарихында тәрән эҙ ҡалдыра. БР –ҙың халыҡ артисы, Татарстан республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Рим Хәсәнов күп сығанаҡтарҙа Благовар районы Языково ауылында тыуған, тип күрһәтелә, әммә Иҫке Ҡыҙылъяр ауылының оло быуын кешеләре Римдең бында тыуғанын аныҡ хәтерләй. Шулай, заман да, донъяға ҡараш та үҙгәрә инде.
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.(Фото интернет селтәренән)